Башҡортостан уҡыусыһы ятҡан килеш штанга күтәреү буйынса донъя рекордын уҙып киткән.Дмитрий Селянин Нефтекамала йәшәй һәм 9-сы класта уҡый. Августа ул һуңғы 10 йылдағы рекордты уҙып киткән - Дима 90 килограмды күтәргән. Элекке рекордсмен 82,5 килограмды күтәрә алған. Был - 13-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында иң яҡшы һөҙөмтә.Ләкин уҡыусы өлгәшелгәндәр менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Дима үҙенең рекордын уҙып китергә һәм 100 килограмлыҡ штанганы күтәрергә ниәтләй.