Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 13:30

Күперҙәргә иғтибар ҙур

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты талаптарына ярашлы, хәҙер юлдарҙағы боролоштарҙа кәртә-барьер урынлаштырыла, йәйәүлеләр һуҡмағы автомобиль хәрәкәте һыҙаттарынан мотлаҡ айырып кәртәләп алына, видеокамералар ҡуйыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Республикабыҙҙа юл һалыусыларҙың эшмәкәрлек майҙаны ҙур ғына: дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙың оҙонлоғо 47 мең километрҙан аша, шуның 800 километры – федераль әһәмиәттә.
Был күрһәткестәр, йәғни юл селтәре буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында алдынғыларҙың береһе, ә Волга буйы федераль округында хатта тәүге урынды биләй: ошо округтағы юл селтәренең 14 проценты беҙҙең төбәккә тура килә.
Бынан тыш, республика биләмәһендә 1047 күпер һәм юл аҫты ҡоролмаһы бар. Уларҙы яңыртыу буйынса эш әүҙем дауам итә. Ғөмүмән, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа емерек күперҙе хәҙер бер ҡайҙа ла осратырмын тимә. Өфөнән көньяҡҡа сыҡҡан йүнәлештә алты һыҙатлы яңы күпер менән ике һыҙатлы элеккеһе араһында республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән тағы бер күпер һалына башлауы барыбыҙға ла мәғлүм.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты талаптарына ярашлы, хәҙер юлдарҙағы боролоштарҙа кәртә-барьер урынлаштырыла, йәйәүлеләр һуҡмағы автомобиль хәрәкәте һыҙаттарынан мотлаҡ айырып кәртәләп алына, видеокамералар ҡуйыла.
“Росстат” идаралығының быйылғы йәй башына биргән мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан юлдарының 60 проценттан ашыуы норматив талаптарға яуап бирә.
"Башҡортостан"
Фото:zen-yandex.ru.
Читайте нас: