Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 13:25

Уникаль аппаратлы булдылар

Баш ҡаланың 17-се клиник дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау ”милли проекты сиктәрендә заманса уникаль аппарат – экзоскелет ҡайтарылған.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Баш ҡаланың 17-се клиник дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау ”милли проекты сиктәрендә заманса уникаль аппарат – экзоскелет ҡайтарылған.
Был тренажер төрлө йәрәхәттәргә, таяныу-хәрәкәт аппараты һәм неврология сирҙәренә бәйле йөрөү функцияһы боҙолған пациенттарҙы реабилитациялау өсөн ҡулланыла. Экзоскелетты һатып алыу өсөн аҡса төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән.
Ул – кешенең юғалтылған функцияларын ҡайтара йәки булғандарын көсәйтә торған автоматик конструкция. Ныҡлы каркастан һәм махсус приводтарҙан тора, улар хәрәкәт өсөн яуап бирә. Бындай система таяныу-хәрәкәт аппаратының эшен ҡабатлай, көсөргәнеште һәм хәрәкәт хәүефһеҙлеген иҫәпләй.
Аппарат махсус төймәләр ярҙамында хәрәкәткә килтерелә, эшмәкәрлеген датчик һәм электромиограмма сигналдары күрһәтә. Ҡоролма алгоритмы һәм ундағы приводтар кешенең тәбиғи атлауын ҡабатлай, шуға күрә кешенең хәрәкәтләнеү һәм неврологик әүҙемлеге тиҙ рәткә килә.
Экзоскелет кеүек инновацион аппараттарҙы ҡулланыу белгестәргә иң юғары кимәлдәге медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, төбәктең медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Өфө дауаханаһына экзоскелет ҡайтарылыуы ла – ошоға асыҡ миҫал.
"Башҡортостан"
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас: