Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 12:55

Автомобиленә ут төртөп...

Өфө дәүләт нефть техник университетының филиалында белем биргән йәш уҡытыусы ҡатындың автомобиленә ут төрткәндәр.

Өфө дәүләт нефть техник университетының филиалында белем биргән йәш уҡытыусы ҡатындың автомобиленә ут төрткәндәр.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Хәл 4 сентябрҙә, төнгө дүрт тирәһендә булған. Енәйәтсе педагогтың йорт эргәһендә торған "Daewoo Matiz" автомобиленә ут төрткән дә, ҡасып киткән. Ут еңел машинаның алғы һәм артҡы бамперҙарына зыян килтергән.
Енәйәт урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре булған. Әле тикшереү эштәре бара. Полиция хеҙмәткәрҙәре йортҡа ҡуйылған видеокамералар енәйәтсенең кем икәнлеген асыҡларға ярҙам итер тип өмөтләнә.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: