Нисәнсе көн инде Мәрзиә ирен талай. Таң менән күҙен тырнап аса ла тотона ярһырға. Күршеләр ишетер тип уйлау ҙа юҡ. Өйҙә ни, урамда ни әрләшеүҙән башҡаны белмәй. Әрләшә тип, уға ҡаршы һүҙ ҡатҡан кеше лә юҡ инде. Үҙенән-үҙе пыр туҙа.
Тамам биҙрәне Хәлит был ығы-зығынан. Ҡатынының майлап һалһаң да эт еҫкәмәҫ һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йәһәннәмгә китергә әҙер. Кешенән оят. Әллә… Башына төрлө уйҙар килә. Буй еткән ҡыҙы менән улы ла ялҡып бөткән.
– Әсәй, етәр инде! – тип әйтеп ҡарайҙар ҙа, ҡайҙа инде ишетеү! Үҙ туҡһаны туҡһан.
– Шым тороғоҙ, хәсрәттәр! – тип йәнә сәсрәп сыға. – Мине тыйырға һеҙ кем әле, маңҡалар? – Тиктомалдан шунса мең һум аҡсаны тоттороп ҡуяйыммы! Һеҙгә рәхәт: ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан. Бына мин ҡырҡҡа ярылырҙай булам…
Балалары башҡаса һүҙ ҡатмай. Уларға ла тиҫтерҙәре алдында йәпһеҙ. Әсәләренә ҡаршы нимәлер әйтеүҙең мәғәнәһе юҡлығын аңлайҙар. Мәрзиә йәнә гөлтләп ҡабына, бына нисәнсе көн инде бер үк һүҙҙе тылҡый:
– Нимә тип кенә шуға йоғондоң, ә? Хәҙер ҡалай ҡотолорға был яфанан? Малды бирмәйем. Ҡыҙыбыҙ быйыл уҡырға керһә, ҡайҙан аҡса табайым? Хәстрүш! Харап, берәү ауыл халҡы алдында шәп булып ҡыланған, имеш. Ғүмер буйы теңкәмде ҡороттоң!.. Үҙем өйҙә булһам, ике аяғыңдың береһен урманға баҫтырмаҫ инем, иблис. Йә, шулай-шулай бит әле, тип кәңәшләшеү юҡ, рөхсәт һорау юҡ, шул һәүеректәргә эйәреп кит тә бар.
– Мәрзиә! – тип нимәлер әйтергә, аңлатырға уҡтала ла, ҡайҙа уны ишетеү.
– Мәрзиә лә Мәрзиә! Әллә минең исемде тәүгә ишетеүеңме?!
Хәлиттең башҡаса ҡатынын тыңлар түҙеме ҡалманы. Ҡулын һелтәне лә, балтаһын эләктереп, сығып китте. Ә ҡатыны үҙ алдына сығынланы:
– Үҙең сәсрәмәгәйе шунда! Был тиклем дә расхудҡа батмаҫ инек, бетең менән түләмәксе булаһыңмы? Һиңә ни бешкән дә төшкән.
Бирге урамдан хәл белешергә килгән әсәһе лә ҡыҙын тынысландырырға тырышты:
– Ҡуйсы әле, ҡыҙым, ул тиклем ҡыҙма, баш ҡайғыһы түгел дә, – тиеүенә ҡул ғына һелтәне Мәрзиә.
– Шул йыртҡыс үҙен генә ботарлаһа, лутсы булған икән!
– Ауыҙыңдан ел алһын! Өләсәйең, мәрхүмә, алтын башлы ҡатындан баҡа башлы ир яҡшы, тип белмәй әйтмәгән. Шул кейәү арҡаһында нужа күрмәй йәшәп ятаһың түгелме ни! Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Аҡсаһын да, малын да таба. Тотаһың да, аҡса юҡ, тип аҙарынаһың. Теге аҙнала ғына ҡалым һуғып, әллә күпме аҡса алып ҡайтҡан. Бир! Алып барып түләһен! Ул ҡағыҙҙы нимәгә тип һаҡлайһың?
Әсәһенең һүҙҙәренә Мәрзиә мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Нимәгә һаҡлайыммы? Тоҙлайым! Уның күптән урыны бар. Өҫкә кейергә алмаш күлдәк ҡалманы, кеше күҙенә күренергә оят. Ауылда бөтәһенең бүлмә һайын ат башындай телевизор. Ә беҙҙең хан заманындағыһы өңрәйеп ултыра. Әҙәм ыстрамы!
Сәй эскәндә лә Мәрзиә ярһыуынан туҡтай алманы, йоҙроғон төйҙө:
– Бирермен мин уға аҡса. Хәҙер! Томшоғона. Ана, Мансафтың бисәһе бирһен. Шуның албаҫтыһы уны ҡотортоп алып киткән бит, йәшәмәгер!
– Ошо айыуҙан күргән яфа!
– Ҡуй инде! Исмаһам, шуны атыусыһы ла юҡ бит, тамам тәҡәтте ҡоротто. Был тиклем шашты лаһа. Анау Санияның бына-бына быҙауларға торған аҡтыҡ һыйырын тамаҡлаған, ти. Хәҙер балаларына аҡты ҡайҙан алыр? Уның күҙ терәп торғаны шул мал бит инде.
– Хәҙер урманға сығыуы ҡурҡыныс. Анау ваҡыт ни, Мәрйәмдәр еләк йыйып йөрөгәндә, ҡаршыларына килеп сыҡҡан, тегеләре биҙрәләрен ташлап ҡасҡан.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа урман батшаһы ауыл халҡын ифрат йонсота. Элек айыу хаҡында өлкәндәрҙән ишетеп кенә белә ине, уларҙың тайыштабан тураһында һөйләгәнен ҡыҙыҡ күреп тыңланылар. Хәҙер ауылға уҡ килеп етә. Йәйен умарталарҙы ҡырға алып барыр әмәл юҡ – күстәрҙе туҙҙыра. Көҙ булһа, ауыл эргәһендә үк мал-тыуарҙы ҡыйрата башлай. Быйыл ғына тиҫтәгә яҡын һыйырҙы тамаҡланы. Ауыл халҡы үҙ-ара аҙарыныуҙан ары китә алмай.
– Ҡайҙа икән элекке һунарсылар? – тип иҫкә төшөрәләр.
– Ауылда әүәл ниндәй шәп һунарсылар була торғайны! Улар артылмаған тау-урман ҡалмағандыр. Хәҙер өй һайын ике-өс һәүерек түбә таҡтаһына төкөрөп ятһа ята, аптырап та бирмәйҙәр Бөгөндән донъяһы ишелеп төшмәйме…
Көндәрҙең береһендә Мансаф ағайҙың да өлкән һыйыры ҡайтманы. Ир урманға һәүкәшен эҙләргә сыҡты. Ауылдан китеп, оҙаҡ та барманы, айыуҙың ниндәйҙер малды ботарлап ятҡанын күрҙе лә шым ғына кирегә һыпыртты. Шунса ғүмер кисереп, ул яуыз менән яҡындан тәүгә осрашыуы ине.
Көн аяҙҙа өлгөрөп ҡалайыҡ тип, барса халыҡ зыҡ ҡубып бәрәңге ҡаҙа. Хәлит ҡыҙы менән төшкөлөктө ашап сыҡҡайны ғына бирге урамдағы Мансаф ағай ахылдап килеп етте. Һаулыҡ ҡуштымы-юҡмы, үҙенең хәбәрен теҙә башланы.
– Ҡустым, һыйырымды айыу йыҡҡан. Әйҙә әле шул яуызды дөмөктөрәйек…
Теге мәхлүк һыйырҙы ботарлап, тупраҡ менән күмгеләгән дә табанын ялтыратҡайны. Айыу табышын һөрһөтөп ашай шул. Бында уның йәнә киләсәге көн кеүек асыҡ. Емтек янындағы ағас башына һәндерә яһап, дүрт ир шунда уңайлы ғына итеп менеп ятты. Шунда уны көнө буйы көттөләр. Әлбиттә, һаҡ ҡыландылар. Юғиһә тайыштабан ҡурҡыныс янағанын һиҙеп ҡалһа, башҡаса аяҡ та баҫмаясаҡ.
Кискә ҡарай шырлыҡ араһында ағас шатырлаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан алпан-толпан тайыштабан үҙе лә күренде. Һунарсыларҙың һулыштары йышайҙы. Уңайлы мәлде көттө улар. Бына Хәлит көбәген йыртҡысҡа тоҫҡаны. Ба-бах! Айыу бер-ике сайҡалды ла гөрҫ итеп ергә ауҙы...
Ауыл халҡы еңел һулап ҡалғандай булды.
– Йәтеш булды әле, – тине кемдер.
– Хәҙер урманға барырға ҡурҡыныс түгел.
Их, иртә шатланғандар шул!.. Әгәр хәлдең былай булырын белһә, мылтыҡты ҡулына ла алмаҫ ине Хәлит. Шунан алып халыҡ тыныслығын юғалтты, һил генә йәшәп ятҡан илле йортлоҡ ауыл умарта күсе кеүек гөж килде. Был юлы уларҙың йөрәгенә шом һалыусы урман батшаһы түгел ине.
Хәлит төндә кемдеңдер ишекте дөбөрләтеп, емереп алып барыуына уянды. Ҡапҡаны ныҡлап бикләгәйне. Нисек үткәндәрҙер? Хафаланып, ҡатыны ла һикереп торҙо.
– Күршеләргә бер-бер хәл булдымы икән? – тип, ир йүгереп барып ишек асҡайны, ҡаршыһында ике милиционер баҫып тора.
– Айыуҙы һин аттыңмы? – Төнгө ҡунаҡтарҙың тәүге һорауы шул булды.
– Атаҡ, ауыл халҡын тамам алйытты бит.
– Тимәк, һеҙ енәйәт ҡылыуығыҙҙы таныйһығыҙ?
– Ниндәй енәйәт булһын ти! Хәҙер үҙебеҙҙе ашағанды көтөп ятайыҡмы?
– Аңлашылды. Кейенегеҙ! – Полиция хеҙмәткәренең фарманы ҡәтғи яңғыраны.
Был төндә ауыл йоҡламаны. Өйҙәрҙә бер-бер артлы ут ҡабынды. Бер-береһенә ҡушылып, эттәр лауҡылданы. Урман батшаһын атыуҙа ҡатнашҡандарҙы уяттылар. Тирә-яҡты шомлоҡ баҫты. Һәр өйгә ингән һайын бер үк һорауҙы ҡабатланылар.
– Һеҙ ҙә айыуҙы атыуҙа ҡатнашҡанһығыҙ, нисек булды? Ниндәй маҡсаттан?
Һуңынан барыһын йыйып, айыуҙы атҡан аҡланға алып барҙылар, фотоға төшөрҙөләр, мылтығын, тиреһен тунаған бысаҡтарҙы тартып алдылар. Һунар хаҡында һәр береһенән бәйнә-бәйнә һөйләтеп, ҡат-ҡат киҫәтеп, ҡул ҡуйҙырттылар.
Бынан һуң да милиционерҙар ауылға бер нисә тапҡыр килде.
Бер аҙҙан тәбиғәтте һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә пәйҙә булды. Барыһы ла ҙур ҡайғынан шаңҡығайны.
– Беҙҙең урманда һәр айыу башы ҡәҙерле. Былай ҙа бөтөп баралар. Улар – урман санитарҙары, – тип өгөт-нәсихәт уҡынылар. Бының аҙағы яҡшы бөтмәйәсәген аңлаттылар.
Тауҙар ҡосағындағы бәләкәй генә ауылды бығаса хатта район кешеләре лә йүнләп белмәһә, бер нисә көн эсендә уның даны илгә таралды. Телевидениенан, гәзиттән хәбәрселәр килде, төпсөндөләр, соҡсондолар. Төрлө һорауҙар менән баштарын ҡатырҙылар.
Бының менән генә бөтмәне айыу эше. Егеттәрҙе район үҙәгенә көн дә тиерлек саҡырттылар, бер төрлө һорауҙы ҡырҡҡа әйләндереп бирҙеләр. Барыһы ла айыуҙы ниңә атҡан көнгә төштө.
Бер аҙҙан суд булды. “Тәбиғәт дошмандары”на мул ғына штраф сәпәнеләр. Уның күләмен ишеткәс, егеттәр башын тотто! Кемеһелер уны түләү өсөн һыйырын тотондо, икенселәре атын һатып ебәрҙе, өсөнсөләре эш эҙләп Себергә юлланды.
Оҙаҡ уйланып ултырҙы Хәлит сабынлыҡта. Әсе-сөсөгә әллә ни әүәҫлеге булмаһа ла, юл ыңғайы магазиндан алған яртыны уртлай-уртлай йәшлек хәтирәләренә бирелде. Ауылдың иң сибәр ҡыҙҙарының береһенә өйләнде ул. Дуҫлашып йөрөгән мәлдәге наҙлыҡай Мәрзиә йәшәй-йәшәй бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде. Уның хәҙер йәшлектәге хистәренең остоғо ла ҡалмағайны.
Хәлиттең был донъяла бер минут та йәшәгеһе килмәне. Улы, ҡыҙы хәҙер үҫтеләр инде. Ул билендәге ҡайышын алды…
Ирҙе бөтә ауыл халҡы эҙләргә сыҡты. Район үҙәгендәге полицияға хәбәр иткәйнеләр:
– Әле өс көн булмаған, бәлки, үҙе ҡайтып инер, бензин юҡ, – тигән яуап алдылар.
Уны өсөнсө көнгә генә лапы араһынан тупраҡ менән яртылаш күмелгән килеш таптылар. Ярты кәүҙәһе юҡ. Эргәһендә айыу эҙҙәре ярылып ята...