Белорет ҡалаһында йәшәгән 60 йәшлек ҡатын Белорет буйынса эске эштәр бүлегенә банк картаһынан 500 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза яҙаған.
Ҡатын интернет-сайт аша ҡыҙына авиабилет һатып алған. Билеттың дөйөм хаҡы 40 мең һум торған булған. Сайтҡа ул үҙенең белешмәләрен һәм банк картаһының һандарын индергән, әммә аҡса күсеүе тураһында смс-хәбәр алмаған.
Бынан һуң ул үҙенең шәхси кабинеты аша инеп банк иҫәбен тикшерергә булған, тик уны күңелһеҙ хәл көткән – унда булған аҡсаһы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.
Полицейскийҙар ҡатындың билетҡа “игеҙәк” сайт аша заказ биргәнен асыҡлай, йәғни ханым мутлашыусылар ауына эләккән.
Был осраҡ буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.