Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 13:05

Доцентты дүрт йылға ултыртҡандар

Волгоград – Сызрань юлының 547-се километрында Пермь крайында йәшәгән 29 йәшлек ҡатын “Киа Спортаж” автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сыға.

Был ҡурҡыныс авария былтыр июлдә Волгоград өлкәһендә була. Волгоград – Сызрань юлының 547-се километрында Пермь крайында йәшәгән 29 йәшлек ҡатын “Киа Спортаж” автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм автобусҡа барып бәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә ул һәм 36 йәшлек ире урында һәләк була. Уларҙың биш йәшлек ҡыҙы ауыр йәрәхәттәр ала. Автобуста китеп барған 16 йәшлек ҡыҙ ҙа йәрәхәтләнә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, водитель ҡатын уға ҡамасаулаған “Тойота” машинаһынан янтайып автобусҡа барып бәрелә. Был автомобиль тиҙлек йыйыу һыҙатынан уларҙың рәтенә инергә маташҡан була.
Был машинала беҙҙең яҡташыбыҙ, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Инсаф И. ултырған була. Авариянан һуң ул туҡтап та тормай артабан китә. Шаһиттар 10 километр самаһы уны ҡыуып бара һәм, тотҡас, кире килтерә. Уҡытыусы үҙен аварияла ғәйепле тип танымаған, сөнки уның машинаһы бер кемгә лә бәрелмәгән.
“Уфа1” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, һәләк булған ғаилә лә, доцент та диңгеҙгә ял итергә китеп барған. Ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, уны ғәйепле түгел тип һанай, сөнки уның машинаһы теге машинаға ҡағылмаған да.
Һөҙөмтәлә уны юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешенең һәләк булыуы һәм енәйәт урынын ҡалдырып китергә тырышҡаны өсөн ғәйепле тип тапҡандар. Судта үҙенең ғәйебен танымаған доцент дүрт йыл ғүмерен колонияла үткәрәсәк. Шулай уҡ уны 2,5 йылға транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр.
Һәләк булған ғаиләнең биш йәшлек ҡыҙҙарына килгәндә, уның яҙмышы ла билдәле булды. Уға операция яһағандар, аҙаҡ инәһе уны үҙ тәрбиәһенә алған.
Юл йөрөү - хәүефле ғәмәл. Шуға күрә юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәр кемгә иғтибарлы булырға, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.
Фото: "Уфа1"
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: