Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 18:25

ЕР ЕЛӘККӘЙҘӘРЕ БЕШТЕ ИНДЕ...

- Ҡайһы ерҙә ҡалдым әле? Ә, эйе. Әсәйем дә, балаларымдың атаһы ла бер көндә үлде лә ҡуйҙылар. Булыр - булыр ҙа ундай ҡайғы миңә төшөр тип уйламаным. Әсәйем ауырый ине, ә быныһы...

- Ҡайһы ерҙә ҡалдым әле? Ә, эйе. Әсәйем дә, балаларымдың атаһы ла бер көндә үлде лә ҡуйҙылар. Булыр - булыр ҙа ундай ҡайғы миңә төшөр тип уйламаным. Әсәйем ауырый ине, ә быныһы... Бәләкәй малайыма саҡ ике ай тулып ҡалды. Әсәйемә бара ла алманым хатта. Өлкән ағайым, хатта үҙе лә түгел, ә еңгәм, шул көндән һуң мине яман күрҙеләр ҙә ҡуйҙылар. Ғүмер буйы шунан ҡатышманыҡ. Ҡалайтайым, имсәк баламды күтәреп, үле аталарының эргәһендә өс ыуаҡ баламды ҡалдырып, төпһәндең төбөндә ятҡан ауылдан Баймаҡҡа барайыммы? Үҙем дә дүртенсе баламдан һуң әллә нишләп ныҡ ауырыным. Инде күҙем асылды тигәндә...- Ә ирегеҙ нишләп үлде, инәй? Эсә инеме әллә?- Эсмәне ул, балаҡай. Ҡайҙан ғына белеп бөтәһең инде сәбәптәрен... Ир һинеке лә ул, уйлы күңеле үҙенеке бит.- Шунан, инәй?- Шунан ни, шул. Ерләнеләр. Илайым да илайым. Өҙҙөк булып киттем. Түшем таш шикелле ҡаты, шешек. Ҡул тейгеҙеп тә булмай - эҫе. Мирасым ас, илай...Эҫе һөттө имгән була ла ул, Шыр һыу итеп, эсе китә лә ҡуя. Илай торғас, тауышы бөтөп китте. Үҙ башыңа ила, үлһәң, үл дә ҡуй, тиемсе, алйот. Хәҙер иҫтәремә төшһә, арҡам зымбырлап китә.- Булдымы? Нисек бөгөн дәвелинйәм? Һәйбәтме? Ярай, әләйгәс. Эй яратам мин уны.- Кемде, инәй?- Дәвелинйәмде. Дәвелинйәм, тип кенә, иркәләп кенә торам бала һымаҡ. Хәҙер һин килеп ҡарашҡас, буйтым ҡулдан төштө. Көлә әле.- Шунан инәй?- Шул. Бер көнө әсәйем төшөмә килде. Илама, ти, һығылма, ти. Мине уйлап өҙгөләнмә, шуға өҙҙөк булдың бит, ти әсәкәйем. Йәнеңде ҡыйнама, ти, мин һиңә ризамын, ти. Ээй, әсә тигән әүлиә бәндә. Тегенән дә үҙ балаһын ҡайғыртып ята икән ...Лыс һыу булып, шыбыр тиргә батып уянып киттем. Шунан һуң күҙем асылды. Аяҡҡа баҫтым, шәбәйҙем. Аҙна ятҡанмын ауырып. Балаҡайҙарым йонсоп бөткән.- Ә Мирастың атаһы, Байморатығыҙ, инәй?- Һуу, балаҡай, дулгый тарих уныһы. Һөйләрмен, тыңларға йыбанып китмәһәң.- Килдеңме? Әйҙә үт, ултыр. Ҡалай бынау сумкаң уңайлы. Бөтә кәрәгең бер ерҙә. Юғарыраҡ, тиһеңме? Ундай ғына була инде оло кешелә. Бөгөн йоҡлай алманым уйланып. Шуғалыр.Кемгә квартирға төштөң әле? Мәүҙиләгәме? Әә. Һәйбәт әбей ул. Бер кеме лә юҡ, һин, исмаһам, иптәш булырһың. Миндә бул, тиер инем, өйҙә ир бала бар.- Шунан, инәй?- Шул. Минеке һымаҡ тарихтар киналарҙа ғына булалыр ул. Береһе китап яҙып, икенсһе кина төшөрһә, илай - илай ҡарай торған сериал килеп сығыр ине.Беҙ йәш саҡтарҙа индийский киналар күп булды. Ике сериялы. Илай - илай ҡарай инек. Мин инде бигерәк илаҡ булдым. Күҙҙәрем шешеп бөтә ине илап. Ултырғанмын шунда ете диңгеҙ аръяғындағы кешеләрҙең ҡыҫыр көйөгөнә илап. Анау сама һуғышыуҙарына бер ерҙәре лә күгәрмәй ҙә бит әле... Күгәрмәҫ тегеләй. Тос йоҙроҡ тысҡ итеп килеп тейһә. Шундуҡ ҡаралай янып сыға.- Олатай һеҙгә һуға торғайнымы әллә, инәй?- Һуу. Һуғыу ул берҙе генә була. Ә был... Ҡулы сос булды ул яҡҡа.- Нишләп икән?- Бар, һора нишләп икәнен. Мин белһәм, тыш күңелен генә белдем. Эс күңеленә инә алманым. Ни уйлағанын, ни теләгәнен әйтмәй ине. Үҙе лә йомоғораҡ булды. Әллә ни һөйләшеп тә ултырмай инек. Егер булды. Урмандан ҡайтып инмәне. Әллә шуға дикий булып киткән. Йәйен - ҡышын урманында тик йөрөнө. Бисә нимәгә кәрәк булғандыр инде уға, бала нимәгә кәрәккәндер. Ҡайтһа ла өйҙә оҙаҡ тора алманы, йә ул түрәһе, йә был нәшәлнигы килеп ала ла китә инеләр. Ана шулар башына ла етте. Ун ике йыл ғына йәшәнек. Дүрт бала менән ултырҙым да ҡалдым.- Шунан, инәй?- Шунан ни, шул. Мирасым ҡайтып килә ана төшкө тамаҡҡа. Ҡайҙа ҡабаланаһың? Сәй эс беҙҙең менән!- Ике көн килмәгәйнең, һағындым да ҡуйҙым әле мин һине, балаҡай. Һин килһәң, эсем бушап, күңелем тулып ҡала рәхәт булып. Мирасым да кисә кис кенә ҡайтты, апайҙарына, ағаһына барып йөрөп килде. Юҡ, мин йыбанам хәҙер, йөрөмәйем бер ҡайҙа ла. Өйөм танһыҡ. Үҙҙәре килә.- Шунан ни, шул. Баяғы түрәләр һунар итәләр икән, заимкала күңел асалар икән. Баймораттың бесән ашатып, миндек ашатып, тоҙ ялатып тәрбиәләгән илектәренә, әркәндәренә һунар асалар. Ул һуйыр, ул ҡор, ул сел...Тейен - маҙар һымаҡ ваҡ кейеккә һунар майҙарына сыҙамаған түрәләргә мәҙәк кенә, ти. Ялға ҡарай киләләр, һунар итәләр, ятып эсәләр, Байморат яҡҡан мунсаға төшәләр. Байморат ҡайта ла миңә көс төшөрә. Айыу атып әпирә ине ҙур ҡалалағы ҙур - ҙур түрәләргә. Мылтығы ла булды шуға.- Шунан, инәй?- Июль айы ине, еләк күп булды шул йылы. Түшәлеп ята, тиҙәр ине бисәләр. Үҙем ауыр аяҡлы булғас, йөрөй алманым, етешкән инем инде. Бөгөнмө, иртәгәме тип йөрөйөм. Балаларҙы кешегә эйәртеп ебәрәм - йыйған булырҙар, йыймаһалар ни - ашап ҡайтырҙар. Еләкһеҙ ҡалманым - Байморат биҙрә - биҙрә еләк алып ҡайта ине. Шул еләк етте инде башына. Һунарсы булыуы ла.- Нисек, инәй?- Йәйге утпыскыға сығып, теге ҡороғорҙар килгән заимкаға. Байморат ялсы һымаҡ йөрөнө шуларҙың күңелен күреп. Өйҙән май - ҡаймаҡ, ҡорот, икмәк ташыны бирән ҡорһаҡтарға.-- Шунан ни, шул. Еләк йыйған ҡатындар барып сыҡҡан шунда. Күнәсектәрен ташлай - ташлай ҡасҡандар. Берәүҙәре ситтәрәк йөрөгәндер инде еләккә әүрәп. Ишетмәгәндер инде ҡыйҡыуҙы. Оҙон үлән араһында, күләгәле ерҙә бешкән еләк былай - алайым буламы? Тик беҙ шул ҡәһәрле көндән һуң беребеҙ ҙә еләк ашай алмайбыҙ. Йыймайбыҙ ҙа. Шул бисараҡай барып юлыҡҡан был ҡоторошоп йөрөгән ирҙәргә...- Ҡурҡып киттеңме, балаҡай? Ҡуй инде... Бик ыҙалатҡандар, тинеләр... Ажғырып торған дүрт ир... Еләк кеүек кенә йәш ҡатын...- Аһ - Аһ. Ҡуй илама сәле, балаҡай. Үҙең, һөйлә, тигәс, ни. Мә, һалҡын сәй эсеп ал. Ҡайтаһыңмы? Ярай, ҡайт, ҡайт. Иртәгә килмәҫһең, башҡа балнуйҙарың да донъя.- Аһ - аһ, килмәҫһең, тиһәм дә килдеңме, балаҡай? Дәвелинйәм йыуашайҙы әле бермә бер. Һинең аҡ халатыңдан бөжләй был буйтым. Мин дә иланым кисә. Күңелеңә ауыр алғаныңа һине лә йәлләп иланым, балаҡай. Исемеңде онотоп торам, кемһең әле? Ҡалай бер ауыр исем атағандар әсәңдәр, ят исем. Фаина. Фәниә, тимәгәндәр икән. Дитдумда? Аһ! Дитдумда үҫтеңме? Ээй, балаҡай. Сәстәрең ҡалай ғына йомшаҡ ҡына, ебәк кеүек кенә. Кит, ҡаҡ һөйәкһең дә баһа! Йәнең ҡайһы ерҙә тора? Нишауаа, ауыл һауаһы үҙе дауа.- Шунан, инәй?- Һаман ныҡыша әле. Кисә илаттым былай ҙа. Үҙем дә иланым. Һин уйлама, был Зәбирә инәй илаған да илаған икән, тип. Ауырын үткәреп ебәрҙем, бирешмәнем. Үтә ул, күтәрә белһәң. Ана хәҙер әкиәт итеп һөйләйем һиңә. Намыҫҡа талашып йәшәттем балаларымды, донъя ла көттөк бергәләп. Кеше иттем, ишле иттем. Бер Мирасым ғына әлегә яңғыҙ. Килеп юлығыр әле уныма ла насибы.Шунан ни, шул инде. Байморатҡа, үҙ өҫтөңә алаһың, алмаһаң, шулайтабыҙ ҙа былайтабыҙ, тип янағандар, ҡапаҡлағандар. Байморат та талашҡан тегеләр менән. Эшләмәйем, егерлыҡты ташлайым, тигән. Тегеләр Байморатҡа күмәкләп етеп киләләр, ти. Бының ҡулында - мылтыҡ. Мылтығы яһаулы булған - ағасҡа ҡуша һуғып һындырам, тигәндә яһаулы мылтығы атылып киткән. Бер сәғәт эсендә ике үлем. Шаулап торҙо ул саҡ район. Башыбыҙҙы ла ҡалҡытып ҡарай алманыҡ кешегә, күҙҙе лә астырманылар. Бөтә ғәйепте Байморатҡа яптылар. Ҡатынды ла ул мәсхәрә иткән, үҙенә лә үҙе атҡан...Ул көндө урманда нимә булғанын миңә ат эҙләп шунда барып сыҡҡан бер ағай һөйләне аҙаҡтан. ""Тәүҙә һөйләй алманым, теге түрәләрҙән ҡурҡтым, баш ғәзиз бит, ғәфү ит, килен," - тине.Балаларымдың әсе күҙ йәше ебәрмәне - береһе лә үҙ үлеме менән үлмәгән. Ҡайһы янған, ҡайһы батҡан. Шулай, балаҡай. Донъя үҙе тигеҙләп ҡуя ул. Теге ҡатынҡайҙың да имсәк балаһы ҡалған, тинеләр. Бар микән ул бала, ҡайҙа икән? Сама менән минең Мирасым йәшендә булырға тейеш . Бер күрәһе ине...- Сөбөханалла! Һинме? Бында Мирас алып ҡайтты? Эш бар, тип? Сөбөханалла!Таңһылыу Ҡарасурина.
Читайте нас: