11 октябрҙә Республика көнөн билдәләү уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә.
11 октябрь — Республика көнө — Башҡортостанда эшләмәгән ял көнө булып тора.
Быйыл 11 октябрь йәкшәмбегә тап килә, шуға күрә эшләмәгән байрам көнө дүшәмбе 12 октябргә күсерелә.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 10, 11 һәм 12 октябрь ял тип иҫәпләнә.
9 октябрҙә эш көнө ҡыҫҡармай.
https://www.bashinform.ru/news/1489589-v-oktyabre-zhiteley-bashkirii-zhdet-dopolnitelnyy-vykhodnoy/