Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 17:06

Тартынмағыҙ, шылтыратығыҙ

Был “закладка” китап өсөн түгел шул....

«Закладка» башҡорт теленә “ҡыҫтырғыс” тип тәржемә ителә. Әммә заман тормошонда китап ҡыҫтырғыстары түгел, наркомандарҙың йәшерен урындары тураһында күберәк ишетелә.
Тап “закладка” аша эш иткәс, наркосауҙагәрҙәрәҙе фашлау ҡыйын. Мәҫәлән, почта йәшниге йә эскәмйә аҫтына тилерткес матдәне һалып китә лә, һуңынан ошо урын тураһында заказсыға телефондан хәбәр итә. Ҡулдан-ҡулға алыш-биреш юҡ, аҡсаны ла хәҙер телефон аша ғына күсерергә мөмкин бит инде....
Ҡыҫҡаһы, шикле кешеләр бер тирәлә уралғылауына, ниҙәр йәшереүҙәрен күрһәгеҙ, был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеү хәйерлерәк булыр. Район хакимиәтендә үткән наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышында һүҙ тап был хаҡта ла барҙы. Телефон номерҙары 102, 8-960-395-5052, 8-999-741-1216.
Читайте нас: