Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 12:50

Уҙған төндә Башҡортостанда һауа температураһы -3 градусҡа тиклем түбәнәйҙе

Башҡортостанда һауа температураһының ныҡ түбәнәйеүе теркәлде.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, иң түбән температура (-3,3 градус) Балаҡатай районы Ямаш метеостанцияһында теркәлде. Республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында -3 градусҡаса ҡырау төшөүе күҙәтелде,ә республиканың башҡа биләмәһендә минималь һауа температураһы +1,+6 градус тәшкил итте.
Бынан тыш, Өфөлә 3 сентябрҙән 4-енә ҡараған төн һуңғы 35 йылда иң һалҡыны булды. Абсолют температура минимумы теркәлде – Өфө-Дим метеостанцияһында термометр 1,2 градус күрһәтте. 1985 йылда сентябрҙең ошо көнөндә баш ҡалала +1,3 градус булғайны.
Дөйөм алғанда, төндә ҡалала +1,+6, Өфө-Аэропорт метеостанцияһында +1,3, Өфө-Гидрометүҙәк метеорология посында (Р.Зорге урамы, 25/2) +5,2 градусҡа тиклем һалҡын ине.
https://www.bashinform.ru/news/1489085-minuvshey-nochyu-v-bashkirii-temperatura-vozdukha-ponizilas-do-3-gradusov/
Читайте нас: