Алдағы өс көндә Башҡортостанда ҡояшлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Үҙгәреүсән, йомшаҡ ел иҫә.
Һауа температураһы көндөҙ — 18-23 градус.
Шишәмбе башлыса яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан йомшаҡ.
Һауа температураһы төндә — 6-11 градус йылы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа плюс 1-гә тиклем, көндөҙ — 20-25 градус.
Шаршамбы республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Башлыса яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан йомшаҡ, көндөҙ талғын.
Һауа температураһы төндә — 6-11 градус йылы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа плюс 1-гә тиклем, көндөҙ — 20-25 градус.
https://www.bashinform.ru/news/1489585-v-bashkirii-vnov-potepleet-do-25-gradusov/