9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында бар республиканы тетрәндергән ҡот осҡос хәл булды: 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты язалап, вәхшиҙәрсә үлтереп, талап киттеләр. Был хаҡта беҙ хәбәр иткәйнек.
Әлеге ваҡытта енәйәтте ҡылыуҙа шик аҫтына алыныусылар тотолғаны мәғлүм. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты уларҙан һорау алыуҙың видеояҙмаһын да баҫтырҙы.
Хәҙер инде вәхшиҙәрҙең кем икәнлеге мәғлүм. Улар – 41 йәшлек Виктор Валавин һәм 32 йәшлек Юрий Никитин. Тәүгеһе бабай менән бер ауылда йәшәһә, икенсеһе күрше Силәбе өлкәһенең Бакал ҡалаһында көн иткән. Икеһе лә ғаиләле кешеләр, балалар үҫтерәләр. Ҡасандыр икеһе лә Федеаль Яза башҡарыу хеҙмәтендә эшләгән.
Таныштары был ирҙәрҙе яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай, ҡәҙимге кешеләр тип белдерә. Виктор десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, әлеге ваҡытта пенсияға сыҡҡан. Дуҫы иһә һуңғы осорҙа йөк ташыусы булып эшләгән.
Ҡот осҡос план уларҙың башына Юрий Викторға Ләүзә ауылына ҡунаҡҡа килгәс тыуған. Кәйеф-сафа ҡорған ирҙәр ветерандың йортона төнгө сәғәттә бәреп ингән.
Тәфтишселәр ауыл халҡынан һорау алғанда Валавинды ла саҡырғандар. Ул үҙ йортомда йоҡланым, тигән. Никитин да ниндәйҙер сәбәп тапҡан. Икеһен дә полиграфтан үткәргәндәр, әммә был ҡоролма ла ысынбарлыҡты асыҡлай алмаған.
Ҡоттары осоп, ирҙәр аҡсаны урманға йәшергән. Әммә тәфтишселр һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, барыбер уларҙың эҙҙәренә төшкән. Хәҙер иһә улар нимә ҡылғанын таныған.
Был ике вәхши: “Бабайҙы үлтерергә теләмәгәйнек, тик ул тауышҡа уянды”, тип белдергән. Яраланған бабай ҡан юғалтыуҙан һәләк булған. Ветерандың наградаларына теймәгәндәр.
Иван Несмеянов Байкал аръяғы фронты берләшмәләре составында Японияға ҡаршы һуғышта, Маньчжурия операцияһында ҡатнашҡан.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әүҙем тормош алып барған, матбуғат баҫмаларын уҡыған, осрашыуҙарҙа теләп ҡатнашҡан.
Фото: “Комсомольская правда”
Автор: Гүзәлиә Балтабаева