Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:43

Атай-әсәй штраф түләйәсәк

Ҡыҙыҡайҙы төрттөрҙө

2 сентябрь кисе 6 тирәләрендә Учалы ҡалаһының Ленин урамында мотоцикл менән идара иткән 15 йәшлек үҫмер 13 йәшлек ҡыҙҙы төрттөрә. Йәйәүлеләр юлды сығыу өсөн тәғәйен урында! Балаҡайға медицина ярҙамы күрһәтелә, шөкөр, иҫән-һау ҡалған.
Эйе, бәлиғ булмағандарҙы закон боҙоп транспорт менән идара иткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырып булмай. Әммә был бәлә сығарыусылар ҡоро ҡаласаҡ тигәнде аңлатмай. ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова хәбәр итеүенсә, алабарман мотоциклсының ата-әсәһенә 5 мең һәм 30 мең һумлыҡ административ штрафтар һалынды – балалары водитель танытмаһы булмайынса мотоцикл менән идара иткән өсөн һәм водитель танытмаһы булмаған кешегә идара итергә транспорт биргән өсөн. Бына шулай!
Читайте нас: