Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 12:55

Бәхетһеҙлек буйынса туғандар Б. Ҡаһарманова

Минең менән генә бындай хәлдең булыуы мөмкин ине: Өфөлә ҡыҙыл таҫма менән яртылаш уратылған бер йорт янынан китеп барғанда, эргәмә генә “шап” итеп нимәлер килеп төштө. Асфальттың йәм­шегерәк еренә ямғыр һыуы йыйылып ята ине, тап шунда кеҫә телефоны эләгеп, тирә-яҡҡа бысраҡ тамсылар менән бергә уның артҡы ҡапҡасы һәм батарейкаһы сәселде. Башымды күтәреп ҡарағас, ике альпинисты күрҙем, ғәҙәттә, бейек йорт­тарҙың тәҙрәләрен йыуалар. Кешенең әйберен йәлләп, сикәнә-сикәнә телефон­ды, деталдәрен күләүектән һөҙөп алдым. Хәҙер һәр ҡатындың тиерлек сумкаһында, кәрәкме-юҡмы, дымлы салфетка ята бит инде, миңә лә уларҙың кәрәге тейҙе. Ватылған телефондың эшкинмәҫен аңла­һам да, барыбер арлы-бирле һөртөштөрөп, таҙартҡан булдым, симкаларын алып, ҡулъяулыҡҡа төрҙөм. Сәнәғәт альпинистары оҙаҡһыҙ төшмәне. Мин дә китә алмай, телефон ҡалдыҡтарын хужаһына тапшырырға ниәтләп, уларҙы көтөп торорға мәжбүр инем...

Минең менән генә бындай хәлдең булыуы мөмкин ине: Өфөлә ҡыҙыл таҫма менән яртылаш уратылған бер йорт янынан китеп барғанда, эргәмә генә “шап” итеп нимәлер килеп төштө. Асфальттың йәм­шегерәк еренә ямғыр һыуы йыйылып ята ине, тап шунда кеҫә телефоны эләгеп, тирә-яҡҡа бысраҡ тамсылар менән бергә уның артҡы ҡапҡасы һәм батарейкаһы сәселде. Башымды күтәреп ҡарағас, ике альпинисты күрҙем, ғәҙәттә, бейек йорт­тарҙың тәҙрәләрен йыуалар. Кешенең әйберен йәлләп, сикәнә-сикәнә телефон­ды, деталдәрен күләүектән һөҙөп алдым. Хәҙер һәр ҡатындың тиерлек сумкаһында, кәрәкме-юҡмы, дымлы салфетка ята бит инде, миңә лә уларҙың кәрәге тейҙе. Ватылған телефондың эшкинмәҫен аңла­һам да, барыбер арлы-бирле һөртөштөрөп, таҙартҡан булдым, симкаларын алып, ҡулъяулыҡҡа төрҙөм. Сәнәғәт альпинистары оҙаҡһыҙ төшмәне. Мин дә китә алмай, телефон ҡалдыҡтарын хужаһына тапшырырға ниәтләп, уларҙы көтөп торорға мәжбүр инем...
Ана шулай итеп телефон хужаһы Саша*, уның дуҫы Роберт менән таныштыҡ. Рус егете Саша йәшкә өлкәнерәк, үгеҙ кеүек ныҡ егет: муйыны ҡалын, киң күкрәкле, мускулдары ташып-уйнап тора. Күҙҙәрен ҡы­ҫыбыраҡ һөйләшкәндә, ҡаштарын алмаш-тилмәш һындырып ебәрә. Көләкәс, алсаҡ, хәбәрсән. Төҫөң-башың менән башҡортҡа оҡшағанһың, тиһәм, шарҡылдап көлә: “Бәрәңге танауым урыҫтарҙыҡы бит!” Ә тотанаҡлы, етди Роберт торнаға оҡшаған: оҙон муйынлы, нәҙек кәүҙәле, буйсан егет, аҡ йөҙлө, аҙ һүҙле.– Беҙ туғандар, Роберт – минең ҡусты, – тип ауыҙ йырған Сашаға кем ышанһын?! Мин дә ышанманым. Әммә Саша кинәт етдиләнде:– Беҙ бәхетһеҙлек буйынса туғандар, икебеҙ ҙә әсәйһеҙ үҫкәнбеҙ.Шуны әйткәс, кинәт йомолдо, китеп үк барҙы. Өнһөҙ тынлыҡты уйламағанда Роберт боҙҙо:– Саша миңә бер туған ағайым кеүек, әсәйһеҙ үҫкәнде белгәс тә, үҙ ҡанаты аҫтына алып, хәстәрлек күрә башлағайны. Бик яҡшы, изге, киң күңелле кеше ул. Ышаныслы, тоғро. Танышҡанда миңә 14 йәш ине, ә ул армиянан ҡайтҡайны. Колледжда мин беренсе курста уҡып йөрөгәндә, ул, уҡытыусыларға рәхмәт әйтергә килеп, беҙҙең алда сығыш яһаны. Бергә ҡайтырға сығып, һөйләшеп киттек. Ул минән ата-әсәйем, туғандарым хаҡында һорашып килде лә аҙаҡ, миңә ярамайҙар, һиңә таман булыр, тип үҙенең ике сумка кейемен килтерҙе, атайым менән танышты. Колледжда уҡыуым менән ҡыҙыҡһынды, спортҡа ылыҡтырҙы. Хәҙер дуҫлығыбыҙға ун йыл.Саша, икебеҙ ҙә әсәйһеҙ үҫкәнбеҙ, тип дөрөҫөн әйтте. Беҙ бит атайым менән икебеҙ генә торабыҙ. Миңә дүрт йәш булғанда әсәйем өйҙән сығып киткән. – Нисек сығып киткән? – аптырауымдың сиге юҡ.– Шулай. Бер ни ҙә аңлатмай, тотҡан да сыҡҡан да киткән.– Айырылышыпмы ни?– Юҡ, ул мәлдә әле айырылышмай ғына.– Сәйер, – был хәл башыма һыймай. – Унан һуң күрешкәнегеҙ бармы?– Юҡ. Бер тапҡыр ҙа. Атайым ғына артынан барып, аңлашырға маташып ҡараған элек. Фәтүәһеҙ, күреүегеҙсә.– Улай булыуы мөмкин түгел, – тип баш сайҡайым.– Була, – ти Роберт бошонҡо ғына тауыш менән. – Миңә ун һигеҙ йәш тулғас, ситтән тороп ҡына айырылышыуға биреп, атайым менән бергә йәшәмәүҙәрен рәсми­ләштереп ҡуйған. Айырылышыуҙы ниңә һуҙғанын әле яңыраҡ ҡына аңланым шикелле, – миңә алимент түләмәҫ өсөн. Атайым уны алиментҡа бирер, тип ҡурҡҡан, ахыры. – Алыҫта йәшәйме әллә?– Әллә ни алыҫ та түгел.– Яңы ғаиләһе бармы?– Эйе, бар. Тик уның тормошо менән махсус рәүештә ҡыҙыҡһынғаным юҡ. Атайым әйтеп ысҡындырҙы. Миңә хәҙер әсәйем бар ни, юҡ ни – барыбер. Ташлап киткәс, тәүҙә ныҡ ҡыйын булды. Һағына торғайным, гел дә көттөм. Балалар баҡсаһынан был юлы атайым түгел, әсәйем килеп алыр, тип көн дә өмөтләндем. Балалар һәр саҡ мөғжизәгә ышана, көтә бит. Мин дә шулайтып мөғжизә көттөм. Ә мөғжизә булманы. Балалар баҡсаһында, башланғыс синыфтарҙа әсәйемә арнап, матур итеп тороп төрлө әйбер эшләй торғайным, һүрәттәр төшөрҙөм. Йәнәһе лә, әсәйем ҡайтһа, бүләк итермен. Өмөтләндем. Ҡайтманы. Тәҙрә төптәре тулып ултырҙы бүләктәрем менән. Ун ике йәшем тулған көндө уға тигән кескәй бүләктәрҙе, һүрәттәрҙе тапаным, йолҡҡосланым, сүплеккә ырғыттым. Шунда ныҡ итеп берҙе иланым да кинәт һыуындым, ҡаттым. Хәҙер, әсәйең үлеп ята, һин генә ҡотҡара алаһың, тиһәләр ҙә, ҡымшанмаясаҡмын. Сөнки ул күптән, миңә ун ике йәш тулған көндө, үлде. Миңә шулай йәшәүе еңелерәк. Ҡайҙалыр балаһын иҫенә лә төшөрмәй, үҙ тормошо менән йәшәп ята, тигән уйҙан йөрәгең ярылыуы ихтимал, һеҙ минең менән ризамы?– Эйе, – тим, күҙ йәштәрен саҡ тыйып.– Мине йәлләмәгеҙ, бөтәһе лә яҡшы бит.– Башығыҙға кейегеҙ әле, яланбаш йөрөмәгеҙ, – иламаҫ өсөн һүҙҙе икенсегә борам. – Көн йылы кеүек тойолһа ла, еле һыуыҡ. Етмәһә, бейектә эшләйһегеҙ. Әллә шапкағыҙ юҡмы?– Юҡ шул. Алырмын әле...Роберттың әсәһе иҫән булһа, Сашаның ғәзиз кешеһе ауырыуҙан вафат булған. Сашаның һөйләүе буйынса, әсәһе тәүҙә ауырға ҡала алмаған, аҙаҡ бер-бер артлы ике ауырынан яҙған. Шуға ла ул тыуыуын оло бәхеттәй ҡабул итеп, ата-әсә бәпесте яратып-һөйөп кенә үҫтергән. Атаһы водитель-дальнобойщик булып эшләгән, әсә кеше өйҙә бала тәрбиәләгән. Ғинуар айының иң зәһәр көнөндә әсәһенең әсәһен фалиж һуҡҡан тигән хәбәр килеп еткән. Ғаилә башлығы ситтә булғас, йәш әсә сабыйын алып, төпкөл ауылға яңғыҙы юлға сыҡҡан. “Попутка”ла китеп барғанда, машина боҙолоп, ярты төнгәсә өшөп-туңып, ярҙам көтөп ултырғандар. Шунда һыуыҡ үтеп, әсәһен ерләгәндән һуң күп тә үтмәй, Сашаның әсәһе үҙе лә йән бирә. Бисара ҡатын өҫтөндәге йөн кофтаһын да, башындағы мамыҡ шәлен дә балаһына ураған була.– Әсәйемде бөтөнләй хәтерләмәйем, йәш ярымлыҡ сабый булып тороп ҡалғанмын, – ти Саша. – Еҫен генә иҫләйем. Атайым мине бәләкәй сағымда уның кейеменә урап йоҡлата торғайны. Шулай ураһам, тынысланып йоҡлап китәһең, тип һөйләне. Атайыма йәш баланы ҡарауы еңелдән булмағандыр, димләп өйләндергәндәр. Атай өйҙә саҡта ул ҡатын һин дә мин, ә эшкә сығып китеүе була, мине рәнйетә, туҡмай. Мин дә үтә шуҡ, тыңлауһыҙ, уның менән телләшәм. Ҡатын йәһәт кенә ҡыҙа ла китә, ҡул күтәрә. Атайым бит икешәр-өсәр тәүлек юлда йөрөй. Яҡлаусы юҡ. Һуҡҡанында, атайыма әйтәм, тигән булам. Әйтеп кенә ҡара, атайың өйҙә юҡ саҡта ауыҙыңды ҡайырам, тип ҡурҡыта. Бер ял көнө урамда малайҙар менән уйнап, һыуланып, бысранып, һуң ғына ҡайтып ингәйнем, ул мине әрләп туҡмай башланы. Түҙмәнем, өйҙән ойоҡбашта, яланбаш килеш сығып ҡастым. Тәүҙә ҡайҙа йүгергәнемде лә аңламаным. Аяҡ аҫтындағы күләүектәрҙе кисеп, илай-илай йүгерҙем дә йүгерҙем. Аҙаҡ ҡайһылыр ауылда йәшәгән әбейемдәргә барырға булдым. Яҙ айы, кисен көн һыуыҡ. Өшөттө генә. Аяҡтар зымбырлап туңды. Йүнләп юлды ла, әбейемдәрҙең ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйем. Миңә биш кенә йәш бит. Килә торғас, бер машинаның фары алыҫта яҡтырҙы. Мин туҡтап, юл уртаһына сығып баҫтым. Күрмәй үтеп китмәһендәр, тип. Саҡ тапалманым. Водитель, был ни ғиллә, тип кабинаһынан монтировка тотоп һикереп төшкән дә, ҡараһа – унда мин күшеккән себеш кеүек баҫып торам... Үҙе был турала гел дә иҫе китеп һөйләй торғайны. Атайымдың танышы булып сыҡты. Бысраҡ, һыу ойоҡбаштарҙы систереп, үҙенең фуфайкаһына урап ултыртып ҡуйҙы. Юл буйына мине һөйләштереп, һүгенеп килде. Үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Ә төндә сәсрәп ауырып киткәнмен...Дауаханала ятҡанда ап-аҡ булған атайым килде. Мазут һеңгән ҙур ҡулдары юрғанды ипләгәндә дерелдәй ине, шул һаманғаса күҙ алдында. Атайым бик хисле кеше ине ул, мин уға оҡшағанмын. Күҙҙәренән эре-эре йәш тамды. Мине рәнйеткән үгәй әсәй ҙә килде, ул да иланы. Хәлем булмаһа ла, уны йәлләп, башынан һыйпаным. Мин уны кисерһәм дә, атайым ғәфү итә алманы, әйберҙәрен тейәп, алып барып ташланы. Шунан һуң ул бер ҡасан да өйләнмәне, өйгә ҡатындар килтермәне. Инфарктан иртә китеп барыуы үкенесле. Ғөмүмән, әсәйемдең дә, атайымдың да яҙмышы үкенесле кеүек, уларҙы ныҡ йәлләйем. Бер рәхәтлек күрмәгән кеүектәр. Ләкин, икенсе яҡтан, улар бер-береһен яратышып өйләнешкән, татыу итеп донъя көткән, ҡыҫҡа ғына булһа ла, бәхетле мәлдәр кисергән. Иң ҡыйыны миңә төшкәнен әле генә аңлайым. 8-се март байрамына әсәйҙәрҙе ҡотларға әҙерлек башланһа, миңә иң аҙаплы көндәр етә – әсәйем юҡ бит минең! Кемде ҡотлайым?! Ә һуң мәктәп йәрминкәләре? Күрә алманым уларҙы! Сөнки барыһы ла әсәйҙәре бешергән тәмлекәстәрҙе килтерә, ә һин, бахыр, магазиндан печенье килтергән булаһың! Ҡыҙҙар ҙа асыуға тейеп, һин нимә, тағы арзан печенька килтерҙеңме ни, тип хихылдаша. Атайға һалышмай, кейемде лә үҙем йыуҙым, бала кешенең нисек йыуғанын күҙ алдына кил­терәһегеҙҙер. Нисек кенә яҡшы күренергә тырышма, барыбер йолҡош булып йөрөйһөң, сөнки һинең турала хәстәрлек күргән әсәйең яныңда өлтөрәп тормай. Өҫ-башың да ҡыҙҙарға көлөргә сәбәп. Ошоларҙан ҡасып, туғыҙынсы синыфтан һуң колледжға уҡырға барҙым. Унда бик яҡшы мастерға тура килеп, тырышып уҡыным. Армияға үҙ теләгем менән барһам да, бик алама часҡа эләктем, ҡасырҙай булып йөрөнөм. Саҡ түҙеп, хеҙмәтте тултырып ҡайттым. Ҡайтҡас, мастерға рәхмәт әйтергә барып, ошо Робертты осраттым. Мин уның ҡарашынан уҡ бәхете китек икәнен тойҙом. Яҙмыштарыбыҙ бер иш икәнен белгәс, уны йәлләп, хәстәрләргә тотондом. Был үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ул миңә бер туған ҡустым кеүек яҡын. Икебеҙ ҙә әсәйһеҙ тормоштоң әселеген берҙәй яҡшы беләбеҙ. Кем әсәй менән үҫкән, улар беҙҙе бер ваҡытта ла тулыһынса аңлай алмаясаҡ. Роберт минең үҙемә ҡарағанда ла йәлерәк. Сөнки мине әсәйем үҙ ирке менән ташлап китмәгән, уны минән сир айырған. Ләкин ул һуңғаса минең бәхетле, сәләмәт булыуымды, йәшәүемде теләгән, шуға ла үҙен уйламай, өҫтөндәге кофтаһын да, шәлен дә миңә биргән. Ә Роберттың әсәһе тере! Тик улын ике ятып бер төшөнә индермәй, уны бар тип тә белмәй һәм белергә лә теләмәй. Ауырыймы балаһы, бер тамсы һыуға сарсап ятамы, үлем хәлендәме – уға барыбер! Үҙ балаһынан баш тартҡан. Зәғиф булһа бер хәл, һап-һау балаһынан... Шундай ҡурҡыныс хәл... Мин дә иҫәр, әсәһен эҙләп табып, барҙым бит ул. Барып, Роберт тураһында һөйләргә, аралашығыҙ, тип әйтергә теләгәйнем. Әммә әсәһе мин ауыҙымды асыу менән, китегеҙ, юғиһә полиция саҡыртам, тип ҡысҡырырға, мине ҡыуаларға тотон­маһынмы?! Шаҡ ҡаттым. Шундай истеричка... Бөтөнләй башы менән дуҫ түгел. Бәлки, әсәһен белмәүе, бер яҡтан, Роберт өсөн яҡшылыр ҙа, ләкин әсәйең тере килеш һине белергә теләмәүе... Ныҡ ҡурҡыныс хәл. Тик был турала Робертҡа әйтеп ҡуй­мағыҙ. Өҫтәп, йөрәген яралағым килмәй. Яҡшы егет ул, тәртипле, егәрле. Саманан тыш етди, баҫалҡы. Атаһы ла шундай уҡ ябай кеше, бер ҡатын менән йөрөшә, тик өйләнергә, үҙенә алып ҡайтырға йыйынмай. Роберт өйләнгәс, яйлап үҙ яйымды ҡарармын, ти. Роберт өйләнгәнсе, ҡыҙыл ҡар яуыр, йөрөгән ҡыҙы ла юҡ уның. Әсәйһеҙ үҫкәнгәме икән, ҡатын-ҡыҙ менән йүнләп аралаша, мөнәсәбәттәр ҡора белмәйбеҙ. Әле лә бына мин бер ҡыҙ менән йәшәй башлағайным, теңкәмде ҡорота ғына. Бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙы, яратам, тип әйтеүҙе талап итә. Саҡ ҡына телефонды алмай мыштырлаһаң да, нимә булды, әллә һыуындыңмы, әллә берәйһен таптыңмы, минән дә мөһимерәк һинең ниндәй эшең булыуы мөмкин, тип ғауға ҡуптара. Тәҙрә йыуғанда ла тап ул шылтыратып, телефонды яңылыш төшөрөп ебәрҙем. Ғәҙәттә, бейектә эшләгәндә телефондарҙы алмайбыҙ, ләкин был ҡыҙ талап итә. Алмаһаң, үпкәләй. Унан алдараҡ бер ҡыҙ менән ихлас дуҫлашҡайным. Сәскәләр, ҡиммәтле айфондар бүләк итмәйһең, тип мыжыны-мыжыны ла, һаранһың, тип мине ташланы. Быныһынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫҡа ине, өйләнеп, ғаилә ҡорорға ваҡыт еткән. Бер итәк итеп балалар үҫтерге килә. Ярай, бер итәк үк булмаһа ла, өс бала табырға риза был ҡыҙ.Балалар, тигәндән. “Һаран” Саша менән Роберт балалар һәм ҡарттар йортона даими ярҙам ойоштора. Улар хаҡында исемдәрен күрһәтеп тороп яҙырға ине лә бит, ләкин тыйнаҡ егеттәр шәхси серҙәрен асмауҙы үтенде. Әсәйһеҙ үҫеүҙәрен.*исемдәре үҙгәртеп алынды.Б. Ҡаһарманова
Читайте нас в