Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 17:35

Бер аҙнала Өфөлә ОРВИ менән ауырыуҙар 25 процентҡа артҡан

Өфөлә бер аҙнала ОРВИ менән ауырыуҙар 25 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле Зөлфиә Камаева шишәмбе мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә.

Өфөлә бер аҙнала ОРВИ менән ауырыуҙар 25 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле Зөлфиә Камаева шишәмбе мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә.
«ОРВИ менән ауырыу уҙған аҙна менән сағыштырғанда мәктәп йәшендәге балалар иҫәбенә 25% артҡан — 54 процентҡа», — тип белдерҙе Роспотребнадзор вәкиле.
Мэрияла әйтеүҙәренсә, хәҙер иң мөһиме – сирҙең таралыуына юл ҡуймау. Бының өсөн кәрәкле иҫкәртеү эштәрен алып барырға кәрәк.
Кисә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин республиканың 516 мең миҡдар грипҡа ҡаршы вакцинаның беренсе партияһын алыуы тураһында хәбәр итте.
«Үткән аҙнала беҙ 516 мең миҡдар грипҡа ҡаршы вакцинаның беренсе партияһын алдыҡ. Бөгөнгә 9 мең кеше прививка эшләткән, был алынған вакцинанан 1,5 процент тәшкил итә», — тине Забелин.
https://www.bashinform.ru/news/1490029-za-nedelyu-zabolevaemost-orvi-v-ufe-vyrosla-na-25-protsentov/
Читайте нас в