Өфөлә бер нисә йыл буйына дүрт балаһын мыҫҡыл иткән иткән сектант әсәгә хөкөм ҡарары сығарылды. Өфөнөң Киров районы суды Элина Сомова хөкөм ителде. Ул бер нисә йыл буйына үҙенең ике һәм тәрбиәгә алған ике баланы интектергән. Ҡатын балаларҙы аслыҡтан яфалаған, йылы кейемһеҙ һыуыҡҡа сығарып ебәргән, һалҡын душ аҫтында тотҡан. Өҫтәүенә гел туҡмаған. Мәҫәлән, бер тапҡыр ул ҡыҙының бармағын һындырған, ләкин гипс һалаһы урынға, әсә уның усына һөлөк ҡуйған.Суд Сомоваға дүрт йылға шартлы срок рәүешендә +3 йыл һынау срогы тәғәйенләне. Ҡатын үҙ ғәйебен таныманы.Ике бала - атай кешегә опекаға, ә тәрбиәгә алынғандары ваҡытлыса опекаға тапшырылды.Сығанаҡ: Башинформфото: Собкор02