Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 11:07

Хеҙмәт баҙарынан хәбәрҙәр

Пособиелар элеккесә түләнә хәҙер

Көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Учалы филиалы директоры Әлфиә Әйүпованан алған мәғлүмәттәр буйынса, 2020 йылдың 1 сетябренә 1743 эшһеҙ иҫәпләнә, эшһеҙлек кимәле - 4,7 процент. Сағыштырыу өсөн: былтыр был мәл 345 граждан теркәлгән була, эшһеҙлек кимәле – 0,92 процент.
-Предприятиеларҙа кеше күп ҡыҫҡартылманы, төбәгебеҙҙә башлыса һатыусылар ваҡытлыса эштән бушатылды, хәҙер улар йәнә күп талап ителәләр. Эшһеҙлек күрһәткестәре ҡырҡа артыуҙың төп сәбәбе – пандемия арҡаһында эшһеҙлек пособиеһы күләменең уғата арттырылыуы. Элек, иң минималь күләм 1 725 һум булғанда эшһеҙ булып теркәлеүҙең мәғәнәһен күрмәгән граждандарға яңыса ҡуйылған иң түбән күләм ( 5 175 һум) әүрәтерлек сумма булып күренде. Ундайҙар, сама менән, дөйөм исемлектең 30 процентын тәшкил итә, - тип самалай Әлфиә Рәшит ҡыҙы, - Ҡайһы-бер кешеләр 15-20 йыл бер ҡайҙа ла эшләмәйенсә өйҙә ятҡан да, теркәлергә ашыҡтылар. Эшһеҙ сифатында интернет аша ғына теркәлергә мөмкинлек булғас, бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманылар.
Ә бына хәҙер, 1 сентәбрҙән, эшһеҙлек пособиеләры элекке күләмгә ҡайтарыла. Минималь түләү – 1 735 һум, максималь түләү ( 13 949,5 һум) алыу өсөн дәғүәселәрҙең байтағы тура килмәгән шарттар ҡуйыла. Эшһеҙҙәрҙең балаларына ай һайын 3 мең һум түләү алымы ла ғәмәлдән сығарыла. Һәр кешенең хәленә инеп ҡарағанда, яҡшы түгел инде, ләкин эшһеҙҙәр һаны артыуҙан туҡтаясаҡ, тип алдан фаразларға мөмкиндер.
Хәйер, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү тураһында хөкүмәт ҡарарҙары тормошҡа ашырылыуы тураһында онотмайыҡ.
Мәҫәлән, АСПК - социаль контракт нигеҙендә аҙ тәьмин ителгәндәргә адреслы ярҙам. Мөшғүллек үҙәге тарафынан өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән:
-эшкә урынлаштырыу. Аҙ тәьмин ителгән эшһеҙ граждан ниндәйҙер эшкә урынлашһа, йыл аҙағына тиклем мәшғүллек үҙәгенән ай һайын эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 10 мең һумдан ашыу сумма түләнәсәк. 5 кеше ошо рәүештә эшкә урынлашҡан да инде, йәнә тиҫтәгә яҡын яҡташыбыҙ – урынлашыу өҫтөндә;
-эшҡыуарлыҡҡа тотоноу. Бизнес-планын комиссия алдында яҡлаған аҙ тәьмин ителгән эшһеҙ гражданға үҙ эшен асыу өсөн 100 мең һум бирелә. Был аҡса ярайһы ғына арта, тип тә ишетелә, шуға ла ҡайһы-бер яҡташтарыбыҙ сумманың артҡанын көтә, ти;
-яңы профессия алыу. Был осраҡта уҡыу хаҡы түләнеүе, күпмелер стипендия бирелеүе лә мөмкин.
Аңлашыла, гәзит мәҡәләһендә генә бөтә нескәлектәрҙе яҙып бөтөп булмай, ә һорауҙар күп буласаҡ. Шуға ла Әлфиә Әйүпова телефон аша белешмәләр алыу мөмкин, тип белдерҙе, номерҙар – 6-90-84, 6-19-33. Рәхим итеп шылтыратығыҙ.
Башҡа алымдар ҙа тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән эшһеҙҙәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү. Әле, мәҫәлән, “Төҙөкләндереү” муниципаль предприятиеһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Тик шуныһы ла бар инде, эшһеҙ булып теркәлгән эшһеҙ кешеләрҙең бер өлөшө эшкә сығырға бер ҙә ашҡынып тормай икән, бар маҡсаттары – пособие алыу ғына.
Ваҡытлыса эш урындары ойоштороу алымы ла үҙенсәлекле: берәй предприятие хеҙмәткәрҙәр һанын кәметергә йыйына икән, уларҙы күпмелер ваҡыт эштән сығармау шарты менән мәшғүллек үҙәге айлыҡ эш хаҡы түләй башлай. Предприяти иһә был хеҙмәткәрҙәрҙе, әйтәйек, ремонт-төҙөкләндереүҙә файҙаланыуы мөмкин. Ә күпмелер ваҡыт үтһә, хәлдәр арыуланып, хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу кәрәге лә ҡалмау мөмкин.
“Стажировка” программалары ла яҡшы булып күренде. Быныһы ике йүнәлештә – инвалидтарға һәм һәнәри уҡыу йорттарын тамамлаусыларға тәғәйен. Сер түгел бит инде, диплом тотоп та, эш рәтен белмәгән йәштәрҙе предприятие-учреждениелар штатҡа индерергә ашҡынып тормай. Ә был программа буйынса кисәнге студент (йә инвалид) килешелгән ваҡытҡа урынлаша, эш тәртибенә яҡшылап төшөнә, ә эш хаҡын был осорҙа мәшғүллек үҙәге түләй. Бер-берҙәренә оҡшап китәләр икән, һуңынан даими нигеҙҙә эште дауам итеүҙәре лә мөмкин.
-Үкенес, йәш белгестәрҙең бер өлөшө һис тә эшкә урынлашырға ашыҡмай. Ниңәлер шундуҡ етәксе креслоһына ултыртырҙар, бик күп эш хаҡ түләрҙәр, тигән иллюзия менән йәшәүселәр байтаҡ. Ҡыҙыҡһыналар, белешмә алалар һәм ундайҙарҙы башҡа күрмәйбеҙ. Ата-әсәһе яҡшыраҡ төшөндөрһөн ине - кинәттән генә бер ни булмай бит ул донъяла, ә эшһөйәр кешене бары күрәсәктәр, үрләтәсәктәр. Ҡыҫҡаһы, был прогаммаға ла иғтибәр итеүселәр күберәк булһын ине.
Әле лә мәшғүллек үҙәге башлыса ситтән тороп эшмәкәрлек алып бара, ғаризалар электрон рәүештә ҡабул ителә, кемде кәрәк икән, үҙҙәре саҡыртып алалар.
Бөгөнгө көндә районда 499 вакансия бар. Ниндәй һөнәр эйәләре етешмәү, күпме эш хаҡы түләнеү тураһында гәзиттә миҫалдар килтерелә.
Читайте нас: