Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 10:15

Хеҙмәтләндереү үҙәге асылды

“Экология” милли проекты бурыстарын үтәү өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләгән “Эко-Сити” төбәк операторы Стәрлетамаҡ ҡалаһында халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге асты.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Экология” милли проекты бурыстарын үтәү өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләгән “Эко-Сити” төбәк операторы Стәрлетамаҡ ҡалаһында халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге асты.
Офистың ябай граждандар һәм ойошмалар менән эшләү, дебитор бурыстар бүлектәре, консультация залы бар.
– Беҙ көн һайын Стәрлетамаҡ ҡалаһы һм Стәрлетамаҡ районынан йөҙәрләгән мөрәжәғәтте эшкәртәбеҙ. Бөгөнгө хәлде күҙ уңында тотоп, клиенттар менән ситтән тороп аралашыуға айырыуса иғтибар бирәбеҙ, тик ҡайһы берәүҙәргә офисҡа килеп консультация алыу йәки һорауына яуап ишетеү мөһим, – ти “Эко-Сити” төбәк операторының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Игорь Федоров.
Яңы офиста клиенттарҙың ағымын көйләү өсөн электрон сират эшләй. Көтөү уңайлы булһын өсөн залға уңайлы йыһаз ҡуйылған. Клиенттарға белешмә һәм квитанция биреү, түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү, килешеүҙәр төҙөү, түләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса консультация хеҙмәттәре күрһәтелә. Халыҡты махсус ҡурсаланыу сараларын күҙәтеп ҡабул итәләр.
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Экология” милли проекты бурыстарын үтәү өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләгән төбәк операторы был өлкәлә заманса инфраструктураны үҫтереүҙе, шулай уҡ үҙе хеҙмәтләндергән төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһын индереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы, – ти “Эко-Сити” йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән Кристина Кузнецова.
"Башҡортостан"
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Читайте нас: