Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 18:35

Көлөп алайыҡ

Ҡатын-ҡыҙ... Ҡатын-ҡыҙ ул гаишник кеүек: кәйефеңдетөшөрә, һорауҙары менән ҡаңғырта, бөтөн аҡсаңды ала. Етмәһә һин ғәйепле булып та ҡалаһың!Ҡатын үпкәләне лә ҡуйҙы. Ике көн инде һөйләшмәй минең менән. Тынлыҡ! Тыныслыҡ! Мин бәхетле! Ғәфү итмәһә генә ярар ине!

Ҡатын-ҡыҙ... Ҡатын-ҡыҙ ул гаишник кеүек: кәйефеңдетөшөрә, һорауҙары менән ҡаңғырта, бөтөн аҡсаңды ала. Етмәһә һин ғәйепле булып та ҡалаһың!Ҡатын үпкәләне лә ҡуйҙы. Ике көн инде һөйләшмәй минең менән. Тынлыҡ! Тыныслыҡ! Мин бәхетле! Ғәфү итмәһә генә ярар ине! Өйҙә иреш-талаш. Ҡатын менән ир араһында "малайҙы балалар баҡсаһынан кем алырға тейеш" тигән темаға ҡыҙыу бәхәс бара.Ир: Мин һиңә тун бүләк иттемме?Ҡатын: Иттең, шунан?Ир: Күндән, йылы, йөнлө итек бүләк иттемме?Ҡатын: Иттең, ти!Ир: Үәәт, кейен дә, барып алпҡайт!Ҡатын: Ҡыҙыҡ!!! Ә ниңә һин бармайһың?!Ир: Нимәм менән?! Нәски, трусик, ҡырыңғыс һәм күперек менәнме? )))Айыу хаҡлы ялға китер алдынан урманда тәртип булһын тип ҡуянды участковый итеп тәғәйенләгән, ти ))).Икенсе көн. Ҡуян яңы вазифала... Бына ҡорбан да килә )). Төлкөнө тотоп алған да, бәйләнеп-бәйләнмәһенме:- Йә, төлкө! Тунды ҡайҙан сәлдерҙең! Дөрөҫөн генә һөйлә!!!- Үҙемдеке! Тыумыштан кейеп йөрөйөм! - ти бахыр.- Алдашааааһың! Ышанмайым мин һиңә, хәйләкәәәр! - ти ҙә, төлкөнө төрмәгә ябып ҡуя.Күпмелер ваҡыт уҙғас төлкө янына ҡыр ҡаҙын ултырталар.- Һине нимә өсөн бында тығып ҡуйҙылар?! - тип аптырай төлкө.- Әәәй! Теге ҡылый бәйләнде бит, ҡәһәрен! Ышанмай ҙа ҡуя... Йыл да йылы яҡҡа ниндәй аҡсаға осаһың тип бәйләнде!.. - тимәһенме ))).Япондар һүгенеү һүҙен ишеткән һайын бер минутҡа алға йүгереүсе сәғәт яһағандар, ти. Тикшерергә кәрәк бит инде.Японияла бер барға элгәнгәндәр, 24 сәғәт үткәс килеп ҡараһалар - сәғәт ике минутҡа алдараҡ. Англияға алып барғандар, артабан. Шулай уҡ, теүәл 24 сәғәт үткәс килһәләр - сәғәт 5 минутҡа алғараҡ киткән. Рәсәйгә алып килгәндәр, ти. Элгәндәр. 24 сәғәттән һуң килһәләр - стенала сәғәт юҡ!- Кисә ошонда сәғәт элеп киткәйнек, - тиҙәр барменға.Бармен аптыра:- Әәәә, ул сәғәт инеме әллә?! Беҙ иһә, ҡыш көнө беҙгә нимәгә ул вентилятор тип келәткә сығарып ҡуйҙыҡ уны... )))Сығарылыш кисәһендә физкультура уҡытыусыһы менән хеҙмәт уҡытыусыһы һуғышып китте... Хеҙмәт уҡытыусыһы еңде, әлбиттә. Сөнки каратены нисек кенә маҡтама, сүкеш - ул сүкеш инде ул! ))
Читайте нас: