Башҡортостанда июль айында уҙған йылға ҡарағанда 2000-гә күберәк кеше вафат булған. Үлем осраҡтары бер ярым тапҡырға артҡан.Росстат хәбәр итеүенсә, быйыл июлдә республикала 6221 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, 2019 йылдың июлендә — 4 212 граждан. Үҫеш 50% тиерлек. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, июлдә 9 кеше коронавирустан үлгән.Сығанаҡ: Башинформ