Чэржев ҡалаһынан сығыуға ла инде байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Башта йыш ҡына осраған ҡышлаҡтарҙы, юлдың ике яҡ ситендә лә һыуға күмелеп ятҡан мамыҡ баҫыуҙарын, һирәк-һаяҡ ултырған тут ағастарының килбәтһеҙ олондарын күҙәтеп барыу күңеллерәк ине. Ләкин оло юлдан айырылып, таҡыр буйлап бара башлағас, тирә-яҡтағы ҡом бархандары һәм һирәк-һаяҡ күренгән саҡсаул һөлдәләренән генә торған бушлыҡ тамам ялҡытты.Мин алдымда ятҡан картаға ҡарап, тағы күпме бараһы ҡалғанын самаларға тырыштым. Иҫәп буйынса, нефтте разведкалау идаралығының тармаҡ базаһы урынлашҡан ергә ҡараңғы төшкәнсе барып етеүебеҙ икеле. Идаралыҡта төрлө кәрәк-яраҡ артынан йөрөп, уларҙы алып, машинаға тейәү күп ваҡытты алды. Юлға төш етәрәк кенә ҡуҙғалырға тура килде. Эргәмдәге көслө “Урал” машинаһының руленә йәбешеп алған Сәлмән исемле татар егете, минең йыш-йыш картаға күҙ ташлауымды күреп:-Юҡҡа хафаланма, бынан алтмыш саҡрымдай алыҫлыҡта бер бәләкәй генә ҡышлаҡ бар. Шунда ҡунып китербеҙ, -тине. Ул идаралыҡта өс йылға яҡын эшләгән дәүерендә был яҡтарҙы арҡыры ла, буй ҙа үтеп сыҡҡан. Уның юлды яҡшы белеп, машинаһын ышаныслы алып барыуы ла быны раҫлай.Ысынлап та, ҡояш кискелеккә ауыша башлауға сүллек уртаһында тирә-яғында ҡуйҙар , дөйәләр йөрөгән, бер нисә йорт-тирмәнән торған ҡышлаҡ күренде. Уға барып еткәс, Сәлмән машинаһын ситтәге өй эргәһендә туҡтатты.-Бында минең күптәнге таныштарым йәшәй, -тине ул, кабина ишеген асып.Беҙ машинанан төшөп, ишек төбөндә ике ҡулы менән дә таяҡҡа таянып баҫҡан һаҡаллы, күҙенә тиклем төшөп торған йөнтәҫ һарыҡ бүреге кейгән ҡарт янына килдек.-Әссәләмәғәләйкүм, йәшүли! - Сәлмән уның менән ике ҡуллап күрешеп, төркмән телендә хәл-әхүәлдәрен һорашып алып китте. Йәшүли имен-аман йәшәгәндәрен әйтеп, минең менән күрешкәс, өйгә инергә саҡырҙы. Шул саҡ эргәләге тирмәнән оло йәштәрҙәге ҡатын сыҡты һәм, беҙҙе күргәс, йүгерә-атлай килде лә саф башҡорт телендә:-О-о-о, Сәлмән килгән! Ни хәлдә генә йөрөйһөң, туғанҡайым?-тип уны ҡосаҡлап, арҡаһынан ҡаҡты. Минең менән дә иҫәнләшкәс:-Һеҙ өйгә инә тороғоҙ, мин хәҙер, -тип, шәп-шәп атлап, тирмә эргәһендә ни менәндер булашҡан ун биш йәштәрҙәге малай янына ашыҡты. Сәлмән аптыраулы ҡарашымды күреп:-Мәрйәм апай беҙҙең яҡтыҡы. Ашҡаҙар буйынан, -тине. Беҙ аяҡтарын көскә һөйрәп атлаған йәшүли артынан өйгә индек. Кейеҙ балаҫ өҫтөнә теҙелгән мендәрҙәргә ҡырын төшөп ятҡас, мин ҡарашым менән һалҡынса ярым ҡараңғы бүлмә эсен байҡаным. Төркмән өйҙәренең эске йыйыштырылышы бөтә ерҙә лә – ҡышлаҡтамы, ҡалала булмаһын бер төрлө тип әйтерлек. Иң түрҙә – төрлө тимер-томорҙан семәрләп эшләнгән ҙур ағас һандыҡ. Өҫтөнә күп һандағы һырылған юрғандар өйөлгән. Стеналарға ҡулдан һуғылған үҙенсәлекле төркмән балаҫтары, келәмдәре менән милли кейемдәр эленгән. Ә иҙәндә – ерме ул, таҡтамы – кейеҙ һәм һуғылған балаҫтар. Карауат, шкаф, шифоньер тигәндәрен күрмәҫһең. Булһа ла бик һирәктәрендә генәлер. Ә түшәмдәрендәге өрлөктәргә түшәлгән ҡамыш септәләр үҙҙәре үк өйгә үҙенсәлек бирә. Минең бындай йорттарҙы нисек төҙөгәндәрен күргәнем бар ине. Аяҡ аҫтарындағы балсыҡты, йәғни уларса, лайҙы һыу ҡушып бутайҙар ҙа метр самаһы бейеклектә өйәләр һәм стена һымаҡ ҡырҡып тигеҙләйҙәр. Ул ҡатҡас, тағы өйәләр. Быны ике-өс тапҡыр ҡабатлағас, стена әҙер ҙә була. Тик ишек, тәҙрәләрҙе уйып алаһы ҡала. Түшәмгә инде, әйтеүемсә, үрелгән ҡамыш түшәп, өҫтөнә ярты метр самаһы ҡалынлығындағы шул уҡ балсыҡты өйәләр. Уртаһы ҡабарынҡы итеп шымартылған был түбәгә ямғыр ҙа, көйҙөргөс ҡояш нурҙары ла ҡурҡыныс түгел.Бер аҙҙан ҡулына усаҡта ҡара янған ҡомған тотоп Мәрйәм апай килеп инде һәм алдыбыҙға ашъяулыҡ йәйеп, тиҙ генә табын әҙерләне лә, кәсәләрҙең төбөнә генә сәй ҡойоп, беҙгә һондо.-Сәй эсә тороғоҙ. Ниязға ҡуй салырға әйттем. Һурпа әҙерләрбеҙ, -тине ул төркмән телендә.-Юҡҡа мәшәҡәтләнәһегеҙ, кәрәкмәҫ ине.Минең башҡортса өндәшеүемә хәҙер инде ул аптыраны.-Атаҡ-алла! Мин ни, йөҙөңә ҡарап, һине был яҡ кешеһелер тип уйлаған инем. Ҡайһы тирәнекеһең?Мин район менән ауылымдың исеменә әйттем. Мәрйәм апайҙың кәсә тотҡан ҡулы һауала аҫылынып ҡалды.-Эй, мин дә шул райондыҡы бит! Тайыштан…Ҡыҙ саҡта һеҙҙең ауылға ултырмаға йөрөй торғайным. Үҙ тиҫтерҙәремдең дә күбеһен белә инем. Кем балаһы булаһың һуң?Ата-әсәйемдең исемдәрен әйткәс, апай шунда уҡ:-Атайың гармунсы инеме? Ә әсәйең ҡарараҡ, йыуантыҡ ҡына ине шикелле? Иҫәндәрме? – тип һораны.-Эйе, иҫәндәр әлегә.- Мин бында килгәс тә һеҙҙең ауылда кис ултырыуҙарҙы, уйынға сығыуҙарҙы йыш ҡына һағынып иҫкә алдым. Йәш саҡтағылар онотоламы ни инде?!Апай беҙҙе сәй менән һыйлағас:-Ҡаҙан аҫтына ут һалайым әле, тип сығып китте.Төркмәнсә яҡшы белгән Сәлмән йәшүли менән әңгәмә ҡуйыртып ебәрҙе. Мин аңлаһам да, һөйләшә алмағас, һүҙгә ҡыҫылмай тыңлап ҡына ултырҙым.Төркмән теле, Урта Азияла йәшәүсе башҡа төрки телле халыҡтарҙыҡынан айырмалы рәүештә, беҙҙең башҡорттарҙыҡына оҡшаш “ҫ”, “ҙ” өндәре ҡулланыуы менән үҙенсәлекле. Шуға күрә һөйләшеүҙәре нисектер йомшаҡ килеп сыға һәм аңлауы ла еңел.Ҡарт менән Сәлмәндең әңгәмәһе күберәк мал-тыуар, “ер майы” тирәһендә барҙы. Йәшүли, быйыл ямғырҙарҙың әҙ яуыуы сәбәпле, үләндәрҙең ҡороуы, шуға күрә лә улдарының төп көтөүҙе алыҫҡараҡ, Амударъя үҙәгенә ҡыуып алып китеүҙәрен һөйләп алды. Сәлмән ҡайһы тирәләрҙә нефть табылыуын әйтеп, яҡында ғына ( сүллектә йөҙ саҡрым ара –ара түгел) нефть эшкәртеү заводы төҙөйәсәктәрен һөйләне. Әңгәмәләшеүгә арыу уҡ ваҡыт уҙғас, Мәрйәм апай инеп, беҙҙе ашарға саҡырҙы.Тышҡа сығыуыбыҙға беҙҙе ҡулына ҡомған тотоп, яурынына һөлгө һалған Нияз көтөп тора ине. Ҡулдарыбыҙҙы сайҡатып, иркен генә тирмәгә индек.-Асыҡтырҙым, ахырыһы, һеҙҙе. Ашты үҙебеҙсә, туҡмас баҫып бешергән инем, танһыҡлап киткәнһегеҙҙер, -тип апай беҙҙе табынға ултыртты. Был яҡтарҙа, һалмалы аш осратыуы ҡыйын –күберәк бер нисә кишер йәки картуф ярып һалып, күп итеп һуған туралған һурпа әҙерләйҙәр. Ысынлап та, Мәрйәм апайҙың ашын яратып, танһыҡлап ашаныҡ. Аштан һуң хужабикә табынға чал, йәғни дөйә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ килтереп ултыртты һәм кәсәләргә ҡойоп, беҙҙе һыйлай башланы. Ҡымыҙ эскән арала Мәрйәм апай менән башлыса тыуған яҡтар тураһында һөйләштек. Ул, әлбиттә, күберәк һорашты. Мин белгән ҡәҙәр яуап бирергә тырыштым. Бер аҙҙан ҡарт, чал баҫтымы икән, ятҡан килеш ойоп китте. Сәлмән урынынан тороп, машинаһын ҡарап инәйем тип, тышҡа сыҡты.Мин баштараҡ ҡыймайыраҡ ултырһам да, аҙаҡ хужабикәнән бында нисек килеп эләгеүен һораным.Эй, туғаным, ҡатын-ҡыҙ башына төшкән яҙмыштыр инде… Ожмах эҙләп китәбеҙ ҙә… -Ул һүҙен әйтеп бөтөрмәне, йөҙөн моңһоулыҡ баҫты, күҙҙәрендә һағыш билдәләре сағылды. Мәрйәм апай бер аҙға тын ҡалды һәм ҡулына һауытын алып, ҡымыҙ йотҡас:Һин ишетеп белмәйһеңме икән, Урта Азиянан Орҡоя исемле ҡатын ҡайтып йөрөй ине. Туғандары беҙҙең ауылда ла, һеҙҙә лә булды шикелле, - тине. Мин ишетеп кенә түгел, хатта уны күреп белеүемде әйттем.Һаман иҫән микән ни әле ул?! – Мәрйәм апай аптырап һорап ҡуйҙы ла, артабан һөйләп алып китте. – Бына шул ҡатын ҡайтып, ауылға: «Азиянан Орҡоя ҡайтҡан!» - тигән хәбәр таралыу үҙенә күрә ҙур яңылыҡ ине ул саҡта. Олоһо-кесеһе уны күреп ҡалырға ашыға. Өҫтөндәге ялтыр күлдәк-яулыҡтары, ҡунаҡ күрергә барған бисәләрҙең ашап түгел, ишетеп тә белмәгән күстәнәс, еләк-емештәрҙән ауыҙ итеүҙәрен һөйләүҙәренән беҙгә ул ожмахтан килеп төшкән фәрештә һымаҡ күренә ине. Ә китер ваҡыты етә башлаһа, барыһының да ауыҙынан: «Быйыл кемдең генә балаһын бәхетле итер икән?» - тигән һорау ысҡына. Бигерәк тә еткән ҡыҙҙары булғандар, үҙҙәре аслы-туҡлы йәшәһәләр ҙә, барлы-юҡлы нәмәләрен әҙерләп, Орҡояны ҡунаҡҡа алып ҡалырға тырыша, һаҡлап ҡына тотҡан ҡаҡланған ҡаҙ-өйрәген, бал-майын күстәнәскә тоттора ине. Кемдең генә үҙ балаһын бәхетле итеп күргеһе килмәһен! Ләкин ул башҡаларының өмөтөн өҙмәй, икенсе ҡайтыуымда, тип вәғәҙәләп, тирә-яҡ ауылдарға йөрөп булһа ла етем-еләнде йыйып алып китә ине. Бер ҡайтыуында миңә лә шул «бәхет» эләкте. Атайым һуғышта ятып ҡалды, үҙем үгәй әсәй ҡулында үҫтем. Минең, тамағым ашҡа туймай, өҫкә йүнле кейем кеймәй йөрөгән ун алты йәшлек ҡыҙҙың, Орҡоя апай менән китеүемде ишеткәс, ниҙәр кисергәнемде белһәң икән! Ҡаршыма әкиәттәге хан һарайҙары килеп баҫып, үҙемде шунда ебәккә генә төрөнөп, еләк-емеш кенә ашап йөрөгәндәй тойоп, китер көндәрҙе еткерә алмай күҙҙәр тондо. Үгәй әсәйемдән күрше ауылда өләсәйе менән генә йәшәгән минең тиҫтер Кәфиә исемле ҡыҙҙың да китеүен белдем.Ырымбурға тиклем беҙҙе Орҡоя апай яллаған бер ағай ат менән алып барҙы. Беренсе тапҡыр ҡалала булыу, поезға ултырып китеү ул ваҡытта төш һымаҡ ҡына күренде. Ләкин вагон тәҙрәләренән шыҡһыҙ ҡаҙаҡ далаларын ҡарап барып, көндән-көн тыуып-үҫкән ерҙәребеҙҙән алыҫлашыуыбыҙҙы тойоуҙан, күңелдәребеҙ йомшарып, илағылар килһә лә, алда үҙебеҙҙе көткән бәхетле тормошҡа ышаныу нескә хистәребеҙҙе артҡа этәрҙе.Ташкентҡа еткәс, Орҡоя апай вокзалға алып инде лә бер мөйөштәге буш эскәмйәгә ултыртты һәм беҙгә, бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмаҫҡа ҡушып, ауылдан төрлө сепрәк-сапраҡҡа алыштырып алып килгән мамыҡ шәлдәренә үгәй әсәйем юл хаҡына тип биреп ебәргәнен дә ҡушып төрҙө лә, ҡайҙалыр китеп юғалды. Ул оҙаҡ йөрөп килгәс, тағы ла поезға ултырып, ары киттек.Ҡалаға иртән иртүк килеп төштөк һәм әйберҙәребеҙҙе күтәреп йәйәүләп кенә Орҡоя апайҙың фатирына киттек. Уның эсе тулы йыһазды күргәс, ишек төбөнән дә уҙырға ҡурҡып, туҡтап ҡалдыҡ. Һуңыраҡ белеүебеҙсә, Орҡоя апай бер тол бабайға кейәүгә сыҡҡан булған һәм ул үлгәс, фатиры тороп ҡалған.Килеү менән хужабикә беҙгә баштан-аяҡ йыуынырға ҡушты һәм иҫкерәк булһа ла бик матур күлдәктәр һәм шәлъяулыҡ килтереп тотторҙо. Таҙарынып, кейенеп көҙгө алдына килеп баҫҡас, үҙебеҙҙе үҙебеҙ таный алмай торҙоҡ. Күрһәткән изгелектәре өсөн Орҡоя апайға рәхмәттәребеҙҙе яуҙырҙыҡ. Ул кершән-майҙарын сығарып беҙҙе биҙәне лә, киләсәктә һәр көн иртән ошолай буянырға ҡушты.Беҙ йоҡонан торабыҙ ҙа, урын-ерҙәребеҙҙе йыйыштыра һалып, кейенеп-яһанырға ултырабыҙ. Орҡоя апайға өй эштәрендә ярҙам итергә тырышһаҡ та, ҡала ерендә иҙән һепереп, ҡашығаяҡ йыуыуҙан башҡа эш тә юҡ. Көнөбөҙҙө бүлмә буйлап йөрөп, йә иһә тәҙрәнән урамды күҙәтеп уҙғарабыҙ. Ә хужабикә иртәнге сәйҙән һуң ҡайҙалыр сығып китә лә, оҙаҡ ҡына йөрөп, бер-ике бисә эйәртеп ҡайта. Улары инеп беҙҙе ентекләп күҙ алдынан үткәрәләр, хатта бер ҡап-ҡара, йыуантыҡ әбей, кәкре ҡулдары менән тәнебеҙҙе һәрмәп, күкрәк-янбаштарыбыҙҙы тотҡолап ҡараны. Аҙаҡ улар, кухня яғына сығып, Орҡоя апай менән шым ғына үҙ телдәрендә һөйләшәләр, ҡайһы саҡ тауыштарын күтәреп, әрләшеп тә алалар ине.Бер көндө апайыбыҙ өҫтәренә яулыҡ менән быуылған һырылған халат, баштарына йөнтәҫ һарыҡ бүреге кейгән, береһе илле, икенсеһе ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙәге ирҙәр менән ҡайтып инде. Улар килеп кергәс тә беҙгә ашарҙай итеп ҡарап торҙолар ҙа, хужабикәнең саҡырыуы буйынса бүлмәгә үтеп, иҙәндәге балаҫҡа ҡуйылған мендәрҙәргә һөйәлделәр. Орҡоя апай йүгереп йөрөп сәй табыны әҙерләргә кереште. Йәшерәгенең ҡәнәғәт йылмайыуы уға ла тәьҫир итмәй ҡалманы, күрәһең. Апайыбыҙ дәртләнеп китеп асыҡ йөҙ менән ҡунаҡтарын һыйларға тотондо. Сәй эсеү тамамланғас, Орҡоя апай беҙҙе кухняға саҡырып сығарҙы.Бына нәмә, ҡыҙҙар, һеҙҙе көнө-төнө ашатып ятҡырырға миндә әндрәй ҡаҙнаһы юҡ. Һеҙ ашаған ризыҡтар күктән дә яумай. Үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрергә ваҡыт, - ул беҙгә ҡарамаҫҡа тырышып һөйләй ине. – Былар һеҙҙе аҫыраулыҡҡа алмаҡсылар. Бик бай әҙәмдәр булырға оҡшай, тырышып ҡына эшләһәгеҙ, бал-май эсендә генә йөҙөп йәшәрһегеҙ, миңә ғүмер буйы рәхмәт уҡырһығыҙ.Ул беҙгә юлға әҙерләнергә ҡушып, ҡунаҡтары яғына сыҡты. Ҡапылдан ни әйтергә белмәй аптырашып ҡалдыҡ. Күңелдәребеҙ ниҙер һиҙенһә лә, бында ҡаршылашып тора торған ер түгел, төйөнсөктәребеҙҙе төйнәп юлға әҙерләндек.Тышта беҙҙе ишәк егелгән ике ҙур тәгәрмәсле арба менән бер-береһенә арҡан менән тағылған дүрт дөйә көтөп тора ине.Дөйәләрҙең икеһенең арҡаһына арҡылы-буй сырмалған ниндәйҙер тоҡтар өйөлгән, ә икеһендә эйәр һымаҡ бәйләнгән йомшаҡ төргәктәр ине. Беҙҙең хужалар Кәфиә менән мине арбаға урынлаштырҙылар ҙа, үҙҙәре дөйәләрен тубыҡландырып, шуларға менеп атландылар. Һәм беҙ ҡуҙғалып киттек. Оҙатырға сыҡҡан Орҡоя апай килеүселәр тотторған төргәкте ҡуйынына тыҡты ла, ҡулын бер-ике болғап, яулыҡ сите менән, ысынмы-бушмы, күҙҙәренә баҫып алды.Беҙ, ике үҫмер ҡыҙ, ҡайҙа юл тотҡаныбыҙҙы ла белмәй, тоҙаҡҡа эләккән ҡуяндар кеүек, бер-беребеҙгә һыйынышып, арбала ҡалтырашып барабыҙ. Ҡала ситендәге дыуалдар менән уратып алынған иҫке балсыҡ өйҙәр ҙә артта ҡалды. Беҙҙең карауан ҡамыш баҫҡан күп һанлы арыҡтарҙы үтеп, сүллеккә инеп китте.Тирә-яҡтағы ҡом тауҙары менән һирәк-һаяҡ күренгән дөйә сәнскеләренән башҡа нәмә булмаған был сүллектә үҙебеҙҙе бигерәк тә яңғыҙ хис иттек. Күңелдәребеҙ тулып, күҙҙәребеҙгә йәш тығылды. Ләкин ни эшләйһең инде, яҙмыштан уҙмыш юҡ тип башыңды баҫып, шым ғына ултырып барыуҙан башҡа сара юҡ.Ваҡыты-ваҡыты менән беҙ юлда осраған һирәк-мирәк ҡоҙоҡтар янында туҡтап, тамаҡ ялғап ала инек. Хужаларыбыҙ, тирә-яҡтан ваҡ-төйәк сытыр йыйып, усаҡ яғалар, ҡара янған ҡомғандарға һыу ҡойоп, сәй ҡайнатырға ултырталар. Кейеҙ йәйеп тоҡсайҙарынан сәүәш, ҡаҡланған ит, ҡорт сығарып һалалар ҙа беҙҙе табынға саҡыралар. Уларҙың өлкәнерәге беҙҙең менән яҡшы мөғәмәлә итергә тырышты. Тик йәшерәге оятһыҙ күҙҙәрен төбәп, шымтайып йөрөнө. Беҙ ҡунырға туҡтаған тәүге кистә үк уның менән олоһо араһында бик ҡаты һөйләшеү булып алды. Улар нәмә тураһындалыр ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәсләштеләр.Иртәгеһен был хәл тағы ҡабатланды. Өлкәне ҡысҡырып-ҡысҡырып ниҙер һөйләне лә ҡул һелтәп, йәйелгән урынына килеп ятты.Йәше беҙҙең янға килеп Кәфиәгә үҙе артынан эйәрергә ҡушты. Әхирәтем, өркөп, минең ҡулға йәбеште.Ләкин тегенең уҫал күҙ ҡарашы менән күтәргән ҡамсыһынан ҡурҡып, миңә йәшле күҙҙәре менән боролоп ҡарай-ҡарай шым ғына тороп китте. Улар сүллеккә, төн ҡараңғылығына инеп юғалдылар.Мин ни булырын һиҙеп, оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Үҙебеҙҙе көткән яҙмышты күҙаллап, үҙем менән Кәфиәне йәлләп, шым ғына иланым да иланым. Шулай ҙа әхирәтемдең ҡасан яныма килеп ятҡанын һиҙмәй ҡалдым. Иртәгеһен уның күп илауҙан шешенеп бөткән йөҙөн күреп йәнен ҡыймаҫ өсөн бер ни ҙә һорашманым.Ул да миңә, минән дә бигерәк ҡәнәғәт йылмайған йәш хужаға ҡарамаҫ өсөн башын да күтәрмәне. Тик ара-тирә генә яулығы менән битен ҡаплап, һыҡтап алды. Ораз да (өлкәненең исеме шулай ине) беҙҙән ҡарашын йәшерергә тырышты. Бишем менән Кәфиәнең сүллеккә төнгө сәйәхәте көн һайын ҡабатланып торҙо. Ниһайәт, биш тәүлек уҙғас, беҙ ошо ҡышлаҡҡа килеп еттек. Бишем туҡтап та тормай әхирәтемде алып ары, үҙ ҡышлағына китте. Хатта йүнләп хушлаша ла алмай ҡалдыҡ.Ораз, әйтеүемсә, ул саҡта илле йәшлек тол ҡарт ине. Әбейе бер йыл вафат булған.Үҙе менән өйләнгән улы һәм эреле-ваҡлы биш ҡыҙы йәшәй. Тәүге көндә үк ҡарт, киленен саҡырып, мине уның ҡулына тапшырып ҡуйҙы. Уныһы мине төркмән кейемдәренә төрөндөрөп, бындағы тормошҡа өйрәтә башланы. Ҡышлаҡта ҡатын-ҡыҙ эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ләкин мин, ауыл балаһы, тиҙ өйрәнеп алдым. Яйлап телдәрен дә белдем. Ике ай самаһы йәшәгәс, килен кеше, риза булһам, ҡайныһының миңә өйләнергә теләге барын белдерҙе. Мин башта уҡ тешем-тырнағым менән ҡаршы булдым. Хатта, сүллектә алыҫ китә алмаҫымды төшөнһәм дә, бик көсләһәләр, ҡасып китергә лә ине иҫәбем.Ярты йыл самаһы йәшәгәс, әллә ҡартымдың миңә гел йылмайып иғтибарлы булыуы, Бишем һымаҡ мине көслөк менән алмауы арбаны, әллә яҙмыштыр инде тип, уға буйһондом, бәлки, ҡарттан әллә ни фәтеүә булмаҫ, тип ризалығымды бирҙем.- Мәрйәм апай көлөп ҡуйҙы. – Шулай ҙа унан ете бала таптым, ләкин бында духтыр булмағас, дүртәүһе үлде. Хәҙер инде ейәндәрем үҫеп етеп килә.Апай һүҙенән туҡтаны. Буш кәсәгә ҡымыҙ ҡойоп, миңә һондо.-Ә әхирәтеңде күргәнең булдымы? Нисек йәшәй?-тип һораным ҡымыҙҙы эсеп ҡуйғас.- Кәфиәнеме? Бер-ике рәт күрештек беҙ уның менән. Хәҙер инде гүр эйәһе…Уның яҙмышы бигерәк тә аяныслы булды инде. Бишем бит уны паралич һуҡҡан ҡатыны өҫтөнә икенсе бисәлеккә алып ҡайтҡан. Үҙен бик мәсхәрәләгән. Хатта Кәфиә түҙмәй, сүллеккә сығып ҡасҡас, артынан ҡыуып тотоп, сынйырға бәйләп йәшәткән. Ауырып түгел, һарғайып үлде ул бахырҡай!..-Мәрйәм апайҙың күҙендә йәш бөртөктәре йылтыраны. – Был донъянан Орҡоя апайға ныҡ рәнйеп киткән, тинеләр.
Мендәрҙә ойоп ятҡан ҡарт борғоланып ҡуйҙы. Мәрйәм апай барып йәшүлиҙе уятты ла, төркмәнсә: “Әйҙә, бабай, сығып керәйек, -тип, беләгенән тотоп тышҡа алып сығып инде. Ораз ҡартты яңынан урынына ятҡырғас, ул:-Һеҙгә урынды өйгә йәйҙем. Шунда инеп ятырһығыҙ, -тип табын янына килеп сүгәләне. Мин хужабикәгә һыйы өсөн рәхмәт әйтеп, урынымдан торҙом. Шулай ҙа тирмәнән сығыр алдынан :-Тыуған яҡтарығыҙға ҡайтып әйләнергә иҫәбегеҙ юҡмы һуң?-тип һорамай булдыра алманым.-Юҡмы ғына һуң, олоғайған һайын тыуып үҫкән ерем йышыраҡ төштәремә инә. Йыл һайын йыйынам да бит. Әле бер, әле икенсе сәбәп сығып ҡына тора. Бына әле ҡартымдың ярауы – урынында. Көн һайын таҙартып, өҫ-башын алыштырып торорға кәрәк. Оялмайынса килендәргә ҡалдырып китеп булмай бит инде. Шулай ҙа, Хоҙай насип итһә, бер ейәндәремде алып ҡайтып, Ашҡаҙар йылғаһында ҡойондорһам, үкенесем ҡалмаҫ ине был донъяла.Йомшаҡ түшәктә рәхәтләнеп ял иткәс, хужабикәнең сәйен эсеп, иртүк юлға сығырға әҙерләндек. Беҙ ҡуҙғалып китер алдынан Мәрйәм апайыбыҙ, күстәнәс тип, бер оло тоҡсай килтереп тотторҙо һәм хушлашҡанда:-Юлығыҙ төшһә-төшмәһә лә, инеп йөрөгөҙ, -тине. Ә миңә моңһоу ҡарашын төбәп:-Һин, туғаным, ҡайта ҡалһаң, Ашҡаҙар буйҙарына сәләм еткерә тор! – тип ҡалды.Машинала Сәлмән менән үҙ уйҙарыбыҙға сумып оҙаҡ ҡына һөйләшмәй барҙыҡ.-Ә беләһеңме, Мәрйәм апай бер татар ҡыҙын әсе яҙмыштан ҡотҡарып ҡалды бит, -тине ҡапыл ғына шофер егет.Мин, ҡыҙыҡһынып, уға боролдом. Сәлмән машинаһын яйлата төштө лә һөйләп алып китте:-Гөлсөм исемле ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ Рәсәйҙән Чэржев ҡалаһында йәшәгән апаларына ҡунаҡҡа килә. Поезда уҡ документтары менән аҡсаһы һалынған сумочкаһынан ҡолаҡ ҡаға. Иғтибар иткәнең барҙыр, хәҙер вокзалдарҙа милиционерҙар көнө-төнө документ тикшерәләр. Ә уларың юҡ икән йәки пропискаң булмаһа, сразы махсус приемникка оҙаталар, унан һуң – суд, бер-ике йылға рәшәткә артына инеп тә ултыраһың. Был – Урта Азияны төрлө төбәктәрҙән килеп тулған берәҙәктәрҙән таҙартыу өсөн ҡулланылған сара.Шунан килеп, һәр тотолған берәҙәк өсөн премия ла тәғәйенләнгән. Әлбиттә, тотолғандарҙың бер өлөшө суд эскәмйәһенә барып етмәй. Уларҙы хәҙерге совет байҙарына, тиҫтәләрсә гектар һуған үҫтереп һатыусы кореецтарға йәшерен генә ҡоллоҡҡа һатып ебәрәләр.Апаларының адресын әйтеп, хәбәр итеүҙәрен һорап, илап-ялбарауына иғтибар ҙа итеп тормай Гөлсөмдө лә вокзалдан тура махсус приемникка илтеп ябалар. Ул ултырған камерала төрлө юл менән килеп эләккән ике әзербайжан һәм бер чечен ҡыҙы ла була. Уларҙы һөйләгәндәрен ишеткәс, Гөлсөмдөң сәстәре үрә тора. “Тәртип һаҡсылары” һәр төндә ҡыҙҙарҙы алып сығып китеп мәсхәрәләйҙәр, йә булмаһа төрлө дачаларға йөрөтөп, хужаларына прокатҡа бирәләр икән. Аҙаҡ берәм-берәм ҡайҙалыр олаҡтыралар. Улар урынына яңыларын тотоп килтерәләр. Гөлсөмдө лә тәүҙә үҙҙәре көсләйҙәр, аҙаҡ бер ай самаһы файҙаланғас, машинаға ултыртып сүллеккә алып сығып китәләр. Улар шулай ҡыҙҙарҙы төпкөл ҡышлаҡтарға йөрөтөп һатҡандар. Гөлсөмдөң бәхетенә, уны Мәрйәм апай йәшәгән ҡышлаҡҡа алып киләләр. Эштең ниҙә икәнен төшөнөп алған апай, имеш. улыма тип, ҡыҙҙы биш мең һумға һатып алып ҡала. Аҙаҡ минең машинаға ултыртып ҡалаға оҙатты. Мин уны тура апаларының фатирына илтеп ҡуйҙым. –Сәлмән һөйләп бөтөүгә алда базаның вагонсыҡтары ла күренде.Минең күңелдә һуңғы тәүлектә ишеткән-күргәндәрем мәңгегә уйылып ҡалды. Унан һуң тиҫтәгә яҡын йыл үтеп тә китте. Мин тыуған яҡтарыма юл төшкәндә Тайышҡа ла һуғылып, был яҡтарға Мәрйәм апайҙан сәләм күндерәм. Ләкин үҙе һаман да ҡайтып әйләнмәгән әле. Бәлки, тағы ла берәй сәбәп килеп сыҡҡандыр. Тик имен-аман ғына була күрһен инде. Иҫән булһа, Хоҙай насип итеп, бер ҡайтыр әле.