Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 12:45

Сүп-сар сығарыуға тариф артты.

1 сентябрҙән Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тариф артты.

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тариф артты. Быға тиклем хаҡ күп фатирлы йорттарҙа - 70, шәхси секторҙа 35 һум ине. Сентябрҙән актуаль булған хаҡ менән таныштырабыҙ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, элекке тариф илдә иң түбәне булды, ул иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән.— Мин сүп-сар сығарыу системаһы яйға һалынғансы ошондай ҡарар ҡабул иткәйнем. Артабан барырға кәрәк. Мине нимә борсой – шәхси сектор өсөн тариф ике тапҡырға тиерлек артҡан. Алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа айына бер тапҡыр сығарыла тип әйтергә мөмкин, халыҡ нимә өсөн түләргә тейеш?Радий Хәбиров ошондай ҡасабаларҙа йәшәгән халыҡтан аҡсаны хеҙмәтте күрһәтеү факты буйынса йыйырға ҡушты.Йыйымды арттырыу төбәк операторҙарына сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплекстарын, эшкәртеү һәм күмеү объекттарын төҙөй башлау өсөн кәрәк, процесты «ТКО Башкортостан» системаһы контролдә тота.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: