Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 10:35

190 ойошмаға – ике миллиард һум

Президент гранттары фондының сираттағы махсус конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды. Ул 16 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың махсус указына ярашлы башланғайны. Сара коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында коронавирусҡа ҡаршы көрәш осоронда махсус ойошторолған.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Президент гранттары фондының сираттағы махсус конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды. Ул 16 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың махсус указына ярашлы башланғайны. Сара коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында коронавирусҡа ҡаршы көрәш осоронда махсус ойошторолған.
Иң яҡшы проекттар Координация комитетының видеоконференцияһында билдәләнгән, уны Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко үткәргән.
Конкурста 900 ойошма еңеүсе тип табылған, улар йәмғеһе 2 миллиард һум аҡса аласаҡ. Был юлы илдең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан 3,8 мең проект тәҡдим ителгән.
Волга буйы федераль округынан 836 ғариза һайлап алынған (ғаризаларҙың дөйөм һанының 21,6 проценты). 193 проект еңеүсе тип табылған (еңеүселәрҙең дөйөм һанының 21,4 проценты).
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында иң күп еңеүселәр Һамар өлкәһендә: 35 проект, 68,2 миллион һум. Башҡортостан икенсе урында: 29 проект, 36,6 миллион һум. Пермь крайы – өсөнсөлә: 19 проект, 34,2 миллион һум. Волга буйы федераль округының коммерцияға ҡарамаған ойошмалары үҫеш өсөн 309,7 миллион һум аласаҡ (дөйөм финанслауҙың 15,4 проценты).
Яҡлау тапҡан социаль проекттар 1 сентябрҙән тормошҡа ашырыла башланы.
Шул уҡ ваҡытта Президент гранттары фонды сираттағы конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә башланы. Ул коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы 2021 йылда федераль ҡаҙна иҫәбенә грант менән хәстәрләү өсөн ойошторола. Гранттар социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттар өсөн бүленә. Төплөрәк мәғлүмәт менән Фонд сайтындағы конкурстар бүлегендә танышырға мөмкин. Проектты 2020 йылдың 15 октябренә тиклем ебәрергә мөмкин.
"Башҡортостан"
Фото: te-st.ru
Читайте нас: