Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 10:45

“Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур уйын”

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә, республикала 20 августан “Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур уйын” акселерация программаһы буйынса саралар үткәрелә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың башланғыстарына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, республикала 20 августан “Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур уйын” акселерация программаһы буйынса саралар үткәрелә. Уны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡтың Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге ойоштора.
Акселераторҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ буласаҡ эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Сараның программаһы менән танышыу, теркәлеү өсөн http://biggamerb.ru/ сайтына инергә кәрәк.
Беренсе һайлап алыу этабы 22 сентябргә тиклем бара. Унда уңышлы эшҡыуарҙар, эшҡыуарлыҡ өсөн яуаплы ведомстволар вәкилдәре, эксперттар һәм бизнес-тренерҙар ҡатнашлығында ғәмәли-ориентир интерактив лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-тренингтар үткәрелә. Күнекмәләр ҡатнашыусыларҙың проекттарын әҙерләүгә һәм уны тормошта файҙаланыуға өйрәтеүгә, шулай уҡ икенсе турҙа ҡатнашыуға проект ғаризаларын йыйыуға йүнәлтелгән. Һайлау турҙары Ҡыйғы, Балтас, Саҡмағош һәм Күгәрсен райондарында уҙҙы.
Икенсе турҙа һайлау конкурсын үткән 40 кеше үҙҙәренең бизнес-проекттарын ентекләп әҙерләүгә тотонасаҡ. Был этапта трекшн-сессиялар форматында проекттарға беркетелгән консультанттарҙың, тренерҙарҙың көндәлек эшенән тора. Уларҙың бурысы – ҡатнашыусыға проектын үҫтереүҙәге “сетерекле урындарҙы” билдәләүҙә һәм бөтөрөүҙә, үҫеш нөктәһен табыуҙа ярҙам итеү.
Икенсе проект тамамланғас, улар эксперт баһалама ағзалары алдында проекттарын яҡлаясаҡ.
Былтыр “Ҙур уйында...” Башҡортостандан 56 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡатнашты. Проект технологияларҙың юғары һөҙөмтәлелеген һәм эшҡыуарҙар араһында уға ихтыяж булыуын күрһәтте.
Программаның маҡсаты – халыҡтың эшҡыуарлыҡ мөмкинлектәрен асып һәм тормошҡа ашырып, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының төбәктең иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн арттырыу. Уйын ҡатнашыусыларҙа эшҡыуарлыҡты һөҙөмтәле алып барыу оҫталығын формалаштырыуға, яңы эш урындары булдырыуға һәм яңы үҫеш нөктәһе эҙләүгә булышлыҡ итә.
Һорауҙар менән “Минең бизнес” үҙәгенә 8 (347) 224-99-99 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.
"Башҡортостан" гәзитенән
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитет сайтынан.
Читайте нас: