Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 17:26

Банк хеҙмәткәре хөкөм ителде

432 187 һум 11 тин сәлдерә

Шоферҙарға аҡмаһа ла, үҙ машиналарына ла бензин тама торған, һауынсылар элек ферманан һөт алып ҡайтыр ине, ә банкта көнө буйы аҡса менән эшләгәс, рибасыларҙың да аҡса алып ҡайтҡы киләлер инде.
Учалы район судынан хәбәр итәләр: бер банкта эшләгән ҡатын вазифа биләгәс, бер кемгә лә белдертмәйенсә кассанан аҡса сәлдерә ала. Былтыр ноябрь-декабрь айҙарында һәммәһе 432 187 һум 11 тин алып сыға,ти. Эйе, суд материалдарында тиненә тиклем күрһәтеләгн, тимер аҡсаға ла ҡул һуҙғанмы, тип ғәжәпләнергә генә ҡала.
Нисек кенә булмаһын, 1 йылға иркенән шартлы рәүештә мәхрүм ителде.
Читайте нас: