Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 10:40

“Башҡортостан кванториумы”

Яңы уҡыу йылынан белем биреү процесына “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы индерелә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Яңы уҡыу йылынан белем биреү процесына “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы индерелә. Ул өҫтәмә белем биреү учреждениелары булмаған алыҫ ауылдарҙағы балаларға республика бюджеты иҫәбенә фәнни-ғәмәли һәм техник йүнәлешендәге программалар буйынса өҫтәмә белем алырға мөмкинлек бирәсәк.
“Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркына гео/аэро, робо/IT, VR/промдизайн, хайтек буйынса бер нисә лаборатория инә. Республиканың алыҫ мөйөштәрендә балалар менән күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, тематик байрамдар һәм башҡа саралар ойоштороу планлаштырыла. Уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса уҡыусылар үҙҙәренең проекттарын асыҡ сараларҙа тәҡдим итәсәк.
"Башинформ"
Читайте нас: