Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 10:20

Байрамға рәхим итегеҙ!

11 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө үтәсәк. Ошо айҡанлы ҡала-районыбыҙҙа ла байрам саралары ойоштороласаҡ.

11 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө үтәсәк. Ошо айҡанлы ҡала-районыбыҙҙа ла байрам саралары ойоштороласаҡ. Программала: милли кейем, биҙәүестәр күргәҙмәһе. Ул тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында 10.00 сәғәттәрҙә асыласаҡ. Ә 18.00 сәғәттә Дан стелаһы алдында милли кейем һәм биҙәүестәрҙе һатып алырға мөмкинселек буласаҡ.
Байрамдың иң күркәм өлөшө - республикабыҙ халыҡтарының милли кейем парады буласаҡ. Милли кейем элементтарын һаҡлап ҡалған, теләгендә булған һәр кем ҡатнаша ала. Йыйылыу урыны - 17.00 сәғәттә ҡаланың иҫке фонтаны янында ("Интерьер" магазинына ҡаршы). Парад Дан стелаһы алдында ҙур байрам концерты менән тамамланасаҡ.
Вилия Янбаева
Фото: pinterest.com.au
Читайте нас: