Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 18:20

Фураны кем һаҡлай?

Башҡортостанда водитель өс аҙна инде юл ситенә төшөп киткән фураһын һаҡлай

Башҡортостанда водитель өс аҙна инде юл ситенә төшөп киткән фураһын һаҡлайАвария Өфө-Белорет трассаһында Ҡәйнә теле янында булған. Тормозы тотмаған йөк машинаһы «Опел»гә бәрелеп, текә ярҙан осҡан. Шул ваҡыттан бирле фура эргәһендә бер ир йәшәй, социаль селтәрҙә уның йөк машинаһы водителе булыуы, ас ятыуы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде.Ләкин был дөрөҫлөккә тап килмәй - водитель Инйәр ауылындағы пилорама хужаһында йәшәй. Уға эшендә ярҙамлаша. Ә фураны махсус ялланған кеше һаҡлай, сөнки хужаһыҙ торған машинаны урлап китергә маташҡандар. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң беренсе төндә үк фуранан мейес һәм ҡорамалдар юҡ булған.Пилорама хужаһы ҡарауылсыны ашата - уға тәмәке, аҙыҡ-түлек килтерә. Ләкин социаль селтәрҙәге ас ятҡан ир тураһында хәбәрҙәр арҡаһында бында йыш ҡына машиналар килеп, ризыҡ ҡалдырып китә икән. Ҡарауылсы пилорама хужаһына 10 икмәк, бер йәшник печенье һәм башҡа аҙыҡ-түлек биргән.Фураны сығарыу өсөн аҡса кәрәк. Йөк машинаһы водителе әле аҡса йыя (машина уныҡы). Тағы ла ул тягач өсөн махсус арҡандар көтә, уларҙы килтергәс тә, водитель фураһын сығарырға йыйына.
Башҡортостаным яңылыҡтарыФото: БЕЛОРЕЦК Online ⠀
Читайте нас: