Башҡортостан сода компанияһының директорҙар советы рәйесе Григорий Рапота әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлегенең экологик йүнәлеше күп һорауҙар тыуҙыра. Был хаҡта ул Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән советтың киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, ошо мәсьәлә менән шөғөлләнеүҙе БСК-ның генераль директорына ҡушырға кәрәк. Предприятие етәксеһе Эдуард Давыдов БСК аҡсаны күберәк экологик программаға йүнәлтергә тейешлеген әйтте.
«Заводтың эшмәкәрлеге өсөн сеймалға килгәндә, ул, иҫәпләүҙәр буйынса, 2027 йылға тиклем етә», — тине Эдуард Давыдов.
Григорий Рапота шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау һәм ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү араһында тигеҙлекте боҙоуға юл ҡуйылыуын, ошо сәбәпле халыҡта ризаһыҙлыҡ артыуын билдәләне.
https://www.bashinform.ru/news/1490240-grigoriy-rapota-bolshe-vsego-voprosov-vyzyvaet-ekologicheskoe-napravlenie-raboty-bsk/