Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 18:45

Хыянат (Миңзифа Ҡашҡарова)

Әлфинурҙы Самат менән әхирәте Фаягөл таныштырғайны. Самат Фаягөлдөң егете Илгиздең дуҫы булып сыҡты.

Әлфинурҙы Самат менән әхирәте Фаягөл таныштырғайны. Самат Фаягөлдөң егете Илгиздең дуҫы булып сыҡты.
Әлфинурҙы Самат менән әхирәте Фаягөл таныштырғайны. Самат Фаягөлдөң егете Илгиздең дуҫы булып сыҡты.Ошоғаса һайланып йөрөгән ҡыҙ, Саматты күргәс саҡ иҫе китеп йығылманы. Баш- көллө ғашиҡ итте егет ҡыҙҙы.Самат та ҡыҙҙы оҡшатты, һушын юғалтып йығылырлыҡ булмаһа ла, унан башҡаны йөрәге ҡабул итмәйәсәген аңлағайны инде.Йәштәр өйләнешеп һәүетемсә генә донья көтөп алып киттеләр. Ир эшләне, ҡатыны өйҙә балаларын тәрбиәләп ултырҙы .Әлфинур харап шәп ҡатын булып сыҡты. Самат бер ҙә үкенмәне уға өйләнгәненә, ә Әлфинур хисле йөрәк, күбеһенсә хистәр тулҡынында йөҙгән ҡатынының күңеле бигерәк йомшаҡ ине шул . Үҙе ирен яратып, уны "өф" итеп тороусы Әлфинур, иренән дә гел һөйөү көтөп йәшәне. Тормоштары ҡәҙимгесә барҙы, инде балалар ҙа ҙурайып килә. Тормош мәңге шулай дауам итер һымаҡ ине Әлфинурға. Әммә ул яңылышты , тормош гел генә бер көйгә бармай икән ул.Самат һуңғы арала бик йыш эсеп ҡайтҡылай башланы .Элек тә эскеләне ул ,тик иҫерек булһа ла ,ишекте шар асып ҡайтып инә лә- Мөмкинме , индерәһеңме? - тип бер ҡатлы йылмайып торған иргә асыуланып та булмай ине .Ә хәҙер нимәлер үҙгәргән .Тик нимә?Әлфинур аңлай ҙа белә лә алманы .Ҡайтмай ҡалған саҡтары ла йышайҙы , хатта өсәр көнләп юғалып торған ире , ҡатыны һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырҙы .Төн уртаһында , иҫереп ҡайтып инеп , йоҡлап ятҡан Әлфинурҙы һөйрәп алып типкеләгән саҡтары йышайҙы. Ҡатын ишекте бикләмәй ине , тиҙ арала асып өлгөрмәһәң ишекте емереп инергә лә күп һорамаҫ.Бына бөгөн дә күҙенә йоҡо эленеп ҡалған , иренең ҡайтып инеүен дә абайламаған . Күҙенә аҡ ҡара күренмәгән Самат ҡатынды сәсенән һөйрәп торғоҙҙо ла осора һуҡты .Әсәләренең сар итеп ҡалыуына , йоҡлап ятҡан балалары ҡурҡышып , ырғып торҙолар .- Ҡайҙа йөрөп уйнаш итеп ҡайтып йоҡлап ятаһың?!Һуңғы ваҡытта иренең үҙе ҡайҙалыр юғалып йөрөп ҡайтып ,өйҙән сыҡмаған ҡатынын әллә кемдәргә ҡушып боларыуы үҙәгенә үткәйне инде .Сабырлығы юйылған ҡатын , балаларын алып әсәһенә ҡайтып китте .Әсәһе лә уға баллы тормош әҙерләп ҡуймағайны. Үҙ балаһы булһа ла, Әлфинур хәҙер теленгән икмәк шул. Бер теленгән икмәк кире йәбешмәгән кеүек, ҡатын бында ла һыйманы. Ни күрһәм дә үҙ йортомда күрәйем тип, эт ояһына әйләнгән өйөнә кире ҡайтты ул .Ире тәүбәгә килеп, Себер тарафтарына эшкә сығып китте. Йәнәһе, ҡутара аҡса эшләп, ғаиләһен ҡарай инде .Себерҙә күпме йөрөһә лә, аҡса ебәрмәне Самат. Аҡсаһыҙлыҡтан осто осҡа саҡ ялғаған ҡатын, үҙ йүнен үҙе күрҙе. Телефондан шылтыратҡан ҡатынына һәр саҡ асыуланған ирен аңлай алманы ул. Көндөҙ итһә лә, төндәме ул, мин эштә, булды яуап. Аптыраған Әлфинур:- Бер туҡтамай эшләп тик йөрөмәйһеңдер бит, төшкө аш йәки кис эштән буш ваҡытта һөйләшә алмайһыңдыр шул, тип асыуланып та ҡараны. Самат трубканы ташланы йә һүндерә йә алмай йә бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай ине.Яңы йыл яҡынлашты. Иренән бер тауыш та булмағас, балалары менән генә ҡаршыланы байрамды.Күпмелер ваҡыт үткәс ире ҡайтып төштө, әйтмәй генә. Ирен һағынып , зарығып көтһә лә һүҙҙәр берекмәне .Ашағанда ла Әлфинур һүҙ башлап ҡараһа ла , ире тырт-мырт теләр- теләмәҫ яуаплағас, ҡабат һүҙ ялғанманы .Йонсоған , үлмәле булып ябыҡҡан ирен ,арығандыр ,ярар ял итһен тип күңеленән аҡларға тырышты .Асҡаҡланып ҡайтҡан ир, әҙер тамаҡты бүреләй йыпыра ла бот күтәреп тик ята ине.Ҡатынының:- Утын бөтөп бара, - тиеүен дә яуапһыҙ ҡалдырҙы. - Аҡса алып ҡайтманыңмы ней, - тиеүенә лә ажғырып ҡына ҡуйҙы . Ахырҙа, Әлфинур ҙа шымды .Әҙерәк ял итеп алған ире бер көн бөтөнләй сығып китеп юҡ булды. Ҡатын уны ҡайҙан эҙләргә лә белмәне, шылтыратһа, бөтөнләй телефоны һүнгән булып сыҡты.Эй, ҡайтыр әле тип ҡул һелтәне аҙаҡ .Ҡайтты ире, ҡайтмай ҡайҙа барһын? Асығып, араҡы еҫе борлап ҡайтҡан иренең алдына өндәшмәй генә, аш һалып ултыртты , тәрилкәләге итте алдына этте . Бер буй ҡаҙыны бер үҙе тығынып бөткән иренә, йөрәге әсенеп ҡарап ултырҙы. Ашамай йөрөп , ҡапыл тығынған ире төнө буйы ауырыны,ашҡаҙанынан сыҙамай уфылдап таң аттырҙы .Иртәнсәк торғас:- Мин ҡабат Себер сығам, - тип ҡапыл ғына йыйынды ла сығып та китте. Аптырап ҡалған Әлфинурға:- Шылтыратып ҡаңғыртма , үҙем шылтыратырмын , ун көндән аҡса һалырмын, - тигән иренә ауыҙ асып ышанып тороп ҡалды бер ҡатлы Әлфинур .Күпме генә тилмереп көтмәһен, Саматы шылтыратманы ла аҡса ла ебәрмәне. Инде утыны ла ике өс көн яғырлыҡ ҡына ҡалып бара . Сыҙамлығы юйылған ҡатын иренә шылтыратырға булды .- Сәләм .Хәлдәрең нисек ? - тип һүҙ башлаған Әлфинурҙы ,- Нимә кәрәк һиңә минән?! -тип иренең ҡысҡырыуы һиҫкәндерҙе .- Аҡса ебәрәм тигәйнең дә , утын бөттө , тип илаулаған ҡатындың ,иренең яуабын ишеткәс өнө тығылды .- Ҡаҡшатма мине ! Үҙеңдең проблемаңды үҙең решать ит, мин һине знать не знаю .Әлфинур телефонды һүндерҙе лә , бергилке һеңгәҙәп ултырҙы .Саматын ен алыштырғанмы әллә?Ҡатын төн йоҡоһон йоҡламаны , уйланып , әйләнеп тулғанып сыҡты ла ,таң атыу менән ,әхирәте Сәлимәгә китте .Әхирәте , ирен ерләгәндән һуң һуҡмалаштырырға ярата былай , шулай булһа ла ауыр саҡтарында Әлфинурҙы ташламай торған .Ике әхирәт тиҙ арала йыйынып , Әлфинурҙың балаларын әсәһенә алып барып ҡалдырҙылар ҙа, такси саҡыртып Өфөгә эш эҙләп сығып та киттеләр .
Өфөлә икеһенең дә туғандары юҡ ине. Әлфинурҙың әсәһе яғынан булған сыбыҡ осо ҡустыһынан башҡа. Ҡустыһы ихлас ҡына саҡырһа ла , килендең күҙ ҡарашынан уҡ белеп була ине, был икәүҙең баҫып килеп инеүен өнәмәгәне.Ауыл күстәнәстәрен тапшырғас ҡына , йөҙө әҙерәк , болот араһынан ҡапыл килеп сыҡҡан ҡояштай балҡыны балҡыуын. Барыбер ҙә ,ире һымаҡ бөтә доньяһын онотоп ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә алманы.Әлфинур тиҙ арала эш табырбыҙ тип өмөтләнгәйне лә , тик өмөтө аҡланманы.Улай уҡ анһат ҡына түгел икән дә эш табыуҙары.Инде өсөнсө көн ҡуна ҡалыуҙарын күргәс, килен , тунының тиҫкәре яғын кейҙе.Йоҡо бүлмәһенә саҡырып индереп , иренең тетмәһен теткәнен ишеткәс, Әлфинур кире ҡайтып китергә лә уйлап ҡуйғайны.Сәлимә яҡын да юламаны.- Иртәгә мотлаҡ эш табасаҡбыҙ!Ҡайҙарға ғына инеп ҡараманылар, анкета тултырталар ҙа , өс йәки биш көндән шылтыратырбыҙ тип матур ғына оҙатып ҡуялар.Автобус туҡталышында торғанда Әлфинур:- Әйҙә , дворник булып барайыҡ, йәшәргә урын да бирәләр ти - тип тәҡдим итте .Тағы ла әхирәте риза булманы.Лом менән боҙ ҡутарып йөрөгән ҡатынға ымлап :-Бынау һыуыҡта ошолар кеүек ,өшөп туңып йөрөгөң киләме? Лучше мин кондуктор булып барам. Йылы автобуста билет һатып ҡына йөрөүе пүстәк бит ул - тип көлдө.Әлфинурға Сәлимәгә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.Ҡуш ҡуллап алдылар уларҙы эшкә .Ятаҡтан урын да бирҙеләр .Ятаҡ тигәндәренә барып ингәс ,Әлфинурҙың арҡаһы буйлап һалҡын тир аҡты.Үҙен төрмәгә килеп ингәндәй , хис итте.Атылырға торған күҙ йәштәрен тыйып , үҙен ҡулға алды.Төрмәнең ҡалай икәнен кинонан күргәне бар инде. Ике ҡатлы карауаттар теҙелгән бүлмә , ысынлап та , шул кинола күргән төрмәне хәтерләтә.Егермеләп ҡатын ҡыҙ йәшәй икән бында.Ҡуш ҡуллап , ҡолас йәйеп ҡаршы алманылар яңы килеүселәрҙе.Әлфинурҙың- Һаумыһығыҙ ! - тиеүенә яуап ҡайтарыусы булманы.Береһенән береһе ҡурҡынысыраҡ, бандиттарға оҡшап торған , ирһүрәттәргә әйләнеп бөткән ҡатындарға ытырғанып ҡараған Әлфинур ,үҙен бүре өйөрөнә килеп ингән кәзә бәрәселәй тойҙо.Үҙен :- Зинаида Петровна - тип таныштырған ҡатындың атамандары икәнен аңланы Әлфинур.- Бер ниндәй ҙә Зинаида Петровна түгел ул , тыңлама һин уны .Беҙ уны Зинка тип йөрөтәбеҙ . Ә мин Света булам- кәүҙәгә йыуан , асыҡ йөҙлө ҡатын Әлфинурға ҡулын һуҙҙы.Иң төптәге карауаттан ҡарлыҡҡан һүгенеүле тауыш яңғырағайны ла , ике атаман уны тыйып ҡуйҙы.Аҙағыраҡ уның шестерка икәнен кемдер Әлфинурҙың ҡолағына шыбырланы.- Һаҡ бул, ауыҙыңды үлсәп ас - тип иҫкәрттеләр.Нимәһе менән төрмә түгел?Ысын төрмә ине был ятаҡ, матур тормошҡа күнеккән Әлфинур өсөн.Ярар, килеүен килгәс , вахтаны срогын тултырайым да ,эш хаҡы алғас , ҡайтып китермен тип үҙен йыуатты.Ауыҙын да үлсәп кенә түгел ,бөтөнләй асманы ул.Арыуыраҡ күренгән бер нисә ҡатын менән генә һөйләште ,ҡалғандарына күтәрелеп тә ҡараманы, үҙ яйына йөрөй бирҙе.Хәбәрсел Сәлимә тиҙ арала үҙ кешеләренә әүерелде . Өндәшмәҫ Әлфинур оҡшамай ине уларға. Уға ҡырын - мырын ҡараусылар , аҙым һайын аяҡ салырға әҙер тороусылар күп ине.Таңғы сәғәт дүрттән торор кәрәк. Йоҡо туймай , зомби һымаҡ йөрөнө ҡатын.Иң тәүҙә медпунктҡа йүгерәһең,эшкә сығыу өсөн табиптан рөхсәт кәрәк. Эскәндәрҙе сығармайҙар ине.Анау бер өрҙөргөсенән дөрөҫ итеп өрә белмәй эй, ҡаңғырҙы ҡатын.Табип әрләй , сиратта тороусы кондуктор һәм водительдәр һуҡрана:- Йә инде , нисә сәғәт тораһың?! Эшкә һуңлайбыҙ.- Белгегеҙ килһә , мин эсмәйем! Бында һеҙгә алкаш бармы, өрә белергә?! - йәне көйгән Әлфинур трубканы өҫтәлгә быраҡтырҙы.Табип ҡатын да ярһып китте.- Нормально өрә белмәһәң , эшкә допуск юҡ һиңә, әйҙә гуляй!Ярһыуын баҫып , көс хәл менән өйрәнде ул шул нәмәләренә өрөргә.Табиптан печать һуҡтырғас,кассаға йүгерҙе. Йә ,хоҙай! Бындағы мәхшәр медпункттағыға ҡарағанда хәтәрерәк ине.Иреш - талаш,кемдер илай кемдер көлә, бөтөнләй тыныс һәм битарафтар бар.Водительдәр ҙә, кондукторҙар ҙа,кассала ултырыусылар ҙа доньялағы иң әшәке һүҙҙәр менән һүгенеп һөйләшәләр ине.Юҡ, бындайҙы бер ерҙә лә ишетмәгән Әлфинурға бигерәк ауыр ине.Кассанан сумкаһын , аппаратты һәм ниндәй автобусҡа рейсҡа сығасаҡ номеры яҙылған талондарҙы алғанда Әлфинур түҙмәне:- Һүгенмәйенсә генә булмаймы? -тип өндәште.Кассалағы ҡыҙ ҡысҡырып көлдө генә.- Привыкай.Янындағы икенсеһе :-Оҡшамаһа эшләмә! Поезжай свою деревню- тип аҡырҙы.Автобусҡа инеп, эш сәғәте башланһа еңел тын алып ҡала Әлфинур.Пассажирҙар араһында ла төрлөһө бар.Ҡаты бәрелгәндәр, яҡшы күңеллеләр, һөйләшергә яратҡандар.Билет алырға яратмағандар . Инәләр ҙә йәһәт кенә ултыра һалып ,йоҡлап та китәләр.Бушлай йөрөргә күптәр ярата ла ул, Әлфинурҙың эш хаҡы ла күпме аҡса алып килеүгә бәйле бит.Йүгереп йөрөп берәүҙе лә билетһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша ул. Кеше күбәйеп киткән саҡта , билет алмай төшөп ҡалыусылар ҙа була.Өлгөрөп булмай шул ҡайһы бер саҡта. Донья булғас алаһы ла ҡолаһы ла булалыр инде. Ҡайһы берәүҙәр төшкәндә ,билетын биреп ҡалдыра ла ҡолағына шыбырлай:- Һатырһың, үҙеңә аҡса булыр.Үҙҙәренсә яҡшылыҡ эшләргә тырышҡан кешеләргә рәхмәтле ҡатын. Аяуһыҙ ҡаты доньяла изге күңелле кешеләрҙең дә барлығынан , күңеленә йылы йүгерә.Аҡсаһы юҡ инде Әлфинурҙың, ҡайҙан булһын. Көнө буйы ашамай , ураҙа тотҡан көндәре лә бар.Төш етһә туҡтай торған пунктҡа төшөрөп ҡалдыра ла водитель, үҙ юлы менән китә. Ҡаланың үҙендә йәшәһә өйөнә ҡайталыр инде.Ҡатын бәләкәй генә бүлмәгә инеп ултыра , йоҡо баҫа,эстә бүреләр олой. Ләкин , ултырған килеш йоҡлап буламы ни.Кемдәрҙер өйөнән ашарға килтерә,кемеһелер ашханала тамаҡ ялғай. Әлфинур ҙа бешереп алып йөрөр ине лә, ауылдан алып киленгән продуктыларын килене, былар эш эҙләгән арала урынлаштырып бөткән ине.Сәлимә әхирәте ызғышырға уҡталғайны ла ,Әлфинур тыйҙы.- Ҡуй, тауыш сығарма. Өс көн йоҡланыҡ , индермәһә ҡайҙа барыр инек?- Киленең оятһыҙ! Үҙенә күстәнәс алып килмәһәк ней асыу?! Үҙебеҙгә тигән тамаҡты ла ҡутарып алған, город мәсекәйе! - Сәлимә ярһыһа ла ,Әлфинур өндәшмәгәс баҫылды.Аслыҡҡа сыҙамай , ҡайһы бер ҡатындар , сумкалағы аҡсаны алып булһа ла ашханаға йөрөнөләр.Әлфинур ҡурҡты.Уйламаған ерҙә контролерҙар инә торған. Аҡсаң тулмаһа ла штраф, артыҡ сыҡһа ла ярамай. Бәләһенән баш - аяҡ, ас тамағым , тыныс ҡолағым тип уйлаған ҡатын крандан һыу ағыҙып эсте лә, тағы эшкә сыҡты.Уның ҡарауы, кис эш аҙағында , ҡайһы берәүҙәр недостачаны нисек көпләргә тип илаулағанда, ул тыныс күңел менән аҡсаһын кассаға тапшырып , барыһынан алда ятаҡҡа йүгерә ине.Тиҙерәк душ төшөргә лә йоҡларға!Уға ҡарағанда Сәлимә әрһеҙерәк булып сыҡты ла ул.Левый аҡсаны шаулатып эшләне лә , әхирәте ҡайтыуға өҫтәл тултырып һыйын әҙерләп көтөп торҙо. Сит ят ерҙә һине хәстәрләп тороусы кешең булыуы ҡалай һәйбәт.Үҙеңдеке үҙеңдеке инде, ана бит ҡалғандар бүре шикелле , өҙгөләп йоторҙай булып ҡарай.- Бешмәгән һин! Эшлә левый аҡса, эшлә! Бөтәһе лә шулайта,- тип бышылдаған әхирәтенә аптырап та һоҡланып та ҡарай Әлфинур. Ул ҡоро һыу эсеп , ҡайғыға батып йөрөгән арала, йүнсел әхирәте йүнен тапҡан.- Мә , ас йөрөмә, - Сәлимә биш йөҙлөктө уның кеҫәһенә тыҡты.Башҡалар йышылып бөткәндер күрәһең , өсәр - дүртәр меңде иҫе лә китмәйенсә , үҙ кеҫәһенә һалғанда , Әлфинур ҙа ҡурҡа - ҡурҡа ике - өс йөҙ һум булһа ла эшләргә өйрәнде.- Ике мең эшләнем бөгөн , ә һинеке күпме?- Өс йөҙ һум, - тигән Әлфинурға йәне көйөп ҡараны Сәлимә.- Кит , эшкинмәгән!Юҡ, кешене алдаманы ул , сдачаны ла теүәл бирҙе. Пассажирҙарҙың кире биргән билеттарын ҡабат ҡабат һатып , әҙ мәҙ аҡса эшләне. Бошмаҫ әхирәте лә йыуата:- Хөкүмәтте алдарға ярай. Ул беҙҙе күпме алдай? Уның арҡаһында ошолайтып йөрөйбеҙ түгелме?Бер ҡатлы , ябай Әлфинурға әхирәте дөрөҫтө һөйләгән кеүек тойола.Ысынлап та ауылда эш булһа , әллә ҡайҙа, йәһәннәмдә, эт күрмәгәнен күреп йөрөр инеме ни Әлфинур?Йүгереп ҡайтып ингән Әлфинур ятаҡ коридорындағы ап -аҡ томанға сәсәне.Ҡатын - ҡыҙҙар тәмәкене паровоз һымаҡ төтәтәләр ине.Исмаһам тышҡа сыҡһалар ни була? Һүҙ әйтеү ҡайҙа уларға.Ҡайһы берҙәренең йөҙөнә , йыртҡыстыҡы кеүек аҡайған күҙҙәренә ҡарауы ҡурҡыныс. Яңылыш ҡына ҡырын ҡараһаң да бәйләнергә әҙер торған бәндәләр,сәнсеп үлтермәҫтәр тимә.Ҡайҙан йыйылғандар икән , был ҡатын ҡыҙ рәүешен юғалтҡан ҡот осорлоҡ әҙәм заттары?!Тәүбә- тәүбә! Улар көнөнә хоҙай ҡалдырмаһын.Инде йоҡлап ҡына киткән Әлфинур , шау- шыу , ҡысҡырышыуға уянып китте.Ә-ә-ә, атаман Зинканы ялға оҙатыу кисәһе ойошторғандар икән.Бында шулай. Эшкә төштөңмө, эшеңде йыуҙыр.Сәлимә күптән йыуҙырҙы эшен, Әлфинур йөрөй әле,унан да көтәләр ҡасан йыуҙырғанын. Эш хаҡы алдыңмы , йыуҙыр. Тыуған көнөңме, йыуҙыр. Ялға ҡайтаһыңмы, ялыңды йыуҙыр. Ҡабат эшкә килдеңме, осрашыу хөрмәтенә бер ярты ултырт. Был традиция!Сәлимә күптән улар араһында.Әлфинурҙы ла икенсе ҡаттан һөйрәп тигәндәй төшөрҙөләр.Эсергә ҡыҫтанылар.- Че, неуважаешь?! Крутая что ли?Матур, һинд ҡатындарына оҡшап торған Фая уны яҡланы.- Эсмәгән кешене көсләмәгеҙ. Әйҙә, Алечка кил, яныма. Зинка хөрмәтенә тортлап сәй эсәйек.Башҡорт ҡыҙы булһа ла , башҡортса белмәгән ошо ҡатын оҡшай ине Әлфинурға.Ун биш йыл эшләйем тей бит, тимәк тамырын ныҡ йәйгән ҡарт ағастай ошонда береккән . Тәмәкеһен дә тарта, һүгенә лә башҡаларҙан эсмәүе һәм изге күңелле булыуы менән айырыла. Әлфинурҙы йыртҡыстарға өҙгөләргә бирмәй ул. Үҙен атаманмын тип йөрөһә лә , Зинка ла шөрләй әле унан.Эштән арып ҡайтҡан Әлфинурға ауыр ине бындай тормошта йәшәүе .Көн һайын ниндәйҙер сәбәп табып , эскелек ойошторған бүлмәләштәре лә үҙәгенә үтте. Ҡайтыр көндәрен еткерә алмай күҙе тондо. Күтәрә һуғып ҡайтып китер ине , эшләгән көндәрен юҡҡа сығарғыһы килмәне.Йәшереп илап та алғыланы.Һуңғы арала Света яҡынлашып алды уға. Эсмәһәң дә миңә иптәш булып , янымда ултыр тип саҡырып ала ла , хәбәрен һүтә.- Бына һин бәхетле.Ирең киткән икән , китә бирһен. Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ. Иң мөһиме, балаларың бар, балаларың!Бәй, уның хәлен ҡайҙан белә ул? Ах, Сәлимә! Һайыҫҡан, шыҡырыҡлап өлгөргән икән дә баһа.Света ла бында арыуыҡтан эшләй икән. Балалары булмағас, ире ташлап киткән. Һөйәре бар ҙа ,ғаиләле.Аһ- зарын түгеп , илап ултырған ҡатынды йәлләүҙән үҙәге өҙөлгән Әлфинур ҡуша илашты.- Ҡайт, һин Әлфинур , ҡайт. Был һинең урының түгел,- Света уны ҡайтып китергә өгөтләне.Әлфинур былай ҙа саҡ түҙеп йөрөй бит инде.Автобуста парлы кешеләрҙе күрһә, үҙәге өҙөлдө.Үҙенең бәхетле мәлдәрен иҫләне.Бар ине бит, уның да шундай саҡтары!Аһ, Самат, аһ! Нимә эшләнең һин?Нишләп емерҙең һин , бәхетле тормошто?!Кемеһелер береһе , шылтыратып әйткәйне лә әйтеүен:- Иреңдең кемдә йәшәп ятҡанын беләһеңме? Күрше ауылдағы ире үлгән Заһиҙәлә ята ирең.Юҡтыр , буш хәбәрҙер, ышанманы Әлфинур.Был хәбәрҙе ишетте лә онотто ла.Бөгөн аҙаҡҡы көн эшләй Әлфинур.Иртәгә ялға ҡайтасаҡ .Ҡабат килмәйәсәк ул бында.Төшкө ялға туҡтанылар. Бөгөнгө водитель башҡорт егете Даян , Әлфинурҙы күптән күҙәтә ине. Оҡшай ине уға был ҡатын. Әгәр риза булһа , оҙон оҙаҡҡа һуҙмай ғына , ғаилә ҡорорға ине уйы.Ғаиләһе бар ине уның. Ябай водитель менән йәшәргә теләмәне ҡатыны .Бай иргә әүрәп , балаһын ташлап , сит илгә сығып китте.Хәҙер Даян ҡыҙы менән генә донья көтә. Яңы ун йәшен тултырһа ла , аҡыллы уның ҡыҙы . Атаһына иптәш кәрәк икәнен дә аңлай һәм ҡасан өйҙәренә изге күңелле , уларҙы яратҡан әсәй киләсәген дә түҙемһеҙләнеп көтә ине ҡыҙ бала.Төшкө ялға туҡтағас , Даян башҡалар кеүек , урам уртаһында ҡалдырып китмәне Әлфинурҙы.Ашханаға эйәреп инде.Ашарға алып, өҫтәл артына ултырғас , күңелендәген әйтергә тәүәкәллек итте.Әлфинурға уңайһыҙ ине, ике бите ут булып янған ҡатын- Минең ирем бар бит, - тип мығырланы.Даян уның күңелен дә уйлап тормайынса , тура бәрҙе.- Алдашма инде. Тормошо матур ҡатындар бында килмәй. Ҡайҙа барып баш терәргә белмәгәндәр йыйылған бында.Уға нимә тип яуап бирергә белмәгән ҡатын башын түбән эйеп , тынып ҡалды. Ирҙең һүҙҙәрендә әсе дөрөҫлөк ярылып ята.Ысынлап та , доньяһы теүәл , ире ышығында һис бер ел - ямғырға эләкмәй йәшәгәндәр бында ни ҡараһын?Яуап көтөп , һораулы ҡарашын төбәгән Даян да йәл ине Әлфинурға.Әсәй наҙына мохтаж булған ҡыҙ бала ла йөрәген әрнетә.Ләкин,күңел төбөндә осҡон сатҡыһындай булһа ла , хис юҡ икән, йөрәккә бойороп булмайҙыр.Йәшерәк сағы булһа, бәлки, дыуамалланып Даяндың тәҡдимен ҡабул итер ине.Инде 45 йәшкә аяҡ баҫҡан ҡатын, еңел елпе генә уйлап , тормошон үҙгәртергә баҙнат итә алмай ине.Унан һуң, ул бит Саматын ярата.Унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.Юҡ, юҡ. Ирен ашаҡлап икенсе ир ҡосағына инә алмай Әлфинур.
Ауылына яҡынлашҡан һайын , йөрәге күкрәген тишеп сығырҙай булып дөпөлдәне. Ире ҡайтҡандыр тигән өмөт менән ҡайтҡайны Әлфинур. Әммә уны һыуыҡ,ишеге йоҙаҡлы өйө моңһоу ғына ҡаршы алды.Әлфинур мейесенә ут яғып ебәрҙе лә , ишек алдына сығып ҡар көрәргә тотондо.Өйөн йылытып, доньяһына йән өрҙө. Икмәк һалып алды. Бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән мәж килгән ҡатын , өмөтөн өҙмәне, Саматы бына бына ҡайтып инер тип көттө. Ә ире ҡайтманы ла , ҡайтманы.Урамға сығып , йөрәген ярған хәбәрҙе ишетеп ҡайтып , хәлһеҙләнеп тәгәрәне. Өфөлә саҡта ишеткән хәбәре дөрөҫ булып сыҡты.Үҙенең аңралығына ла йәне көйҙө, ир бирмәк йән бирмәк , Саматтың хыянаты аяҡтан йыҡты уны.Тәгәрәп илаған әсәләренә ҡыҙҙары ҡушылды. Әле уҡырға ла бармаған бәләкәс Динараһы , бигерәк үҙәкте өҙҙө.Сәсрәп ауырып киткән баланың температураһы төшмәй ҡаҡшатты. Әлфинур ҡыҙының тәнен , уксусҡа һыу ҡушып ыуып та ҡараны, дарыуҙар ҙа тәҫьир итмәне. Сабый оҙаҡ ауырыны. Туҡтауһыҙ атаһын таптырҙы.- Ҡайтһын атайым ! Атайым кәрәк , - тип илаған балаһына йәне көйөп киткән Әлфинур:- Ҡайҙан ҡайтһын, икенсе бисә алған атайың,.- тип ҡысҡырҙы.Динараһы уның һайын ярһыбыраҡ иланы:- Алмаһын икенсе бисә, алмаһын...Донья түңкәрелгән кеүек тойолдо Әлфинурға.Һыр бирмәҫкә тырышһа ла эстән ут йотто.Етмәһә, бынау балаһы үҙәген өҙә. Күҙҙәренә һағыш һарыһы ҡунған,етемһерәгән , бер нәмәгә лә әүрәмәгән балаһын ҡосаҡлап иланы ҡатын.Динара хатта ашауҙан яҙып, көнө төнө атаһын таптырҙы.
Заһиҙә менән интернет аша танышты Самат.Әлфинур ғына бер нәмә лә һиҙмәне, арыуыҡтан бирле осрашалар ине. Нимәһе менән арбағандыр ,Самат әүрәп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.Иҫ китерлек бер нимәһе лә юҡ та.Һәпрәрәк тә, эсергә лә бик ярата үҙе. Эсеп алһа ирҙәрҙең муйынына үҙе аҫылынырға әҙер тора.Саматтың алдында икенсе ирҙәр менән ҡаңғырып ҡыялған ҡатынды, һыу эскеһеҙ итеп туҡмап ташлағаны ла булды .Әлфинурының тырнағына ла тормағанын да аңлай, әммә йырылып китә алмай ғына.Заһиҙәнең ауынан ысҡына алмаған ир үҙен, үрмәкес ауына эләккән себен кеүек тойҙо. Ә үрмәкес уны торған һайын үҙенең ауҙары менән нығыраҡ сырманы. Себен күпме сәбәләнһә лә ысҡыныр әмәл юҡ ине.Иртәнсәк уянып күҙҙәрен асһа , йөрәген әсе һыҡраныу биләп ала.Күңеленә яҡын бер нәмә лә юҡ бында. Сит донья, ят ҡатын, ашарға бешерергә эшкинмәһә лә , Самат тороуға бер яртыны өҫтәлгә тыпылдатып ултыртырға онотмай.- Эй, әйҙә баш төҙәтергә.Эсе өҙөлгән ир башын ситкә бора.Ошо минутта Әлфинуры нимә эшләгән була икән? Моғайын тәмле генә берәй нәмә бешерәлер инде тип уйлаған ирҙең, асығыуҙан эсе ҡоторланы.Бәләкәсен, Динараһын һағынды.Үҙ йортондағы бөхтәлеккә, тыныслыҡҡа өйрәнгән Самат , Заһиҙәлә күңел тыныслығы таба алмай ҡаңғырҙы. Йөрәге бер туҡтауһыҙ һыҙланы. Үҙенең ғаиләһен ташлап сығып китеүенә терһәген тешләрҙәй ине ул.Ҡара таңдан ҡара кискәсә , балаларын еңә алмай , аҡырып - баҡырып йөрөүсе Заһиҙәгә йәне көйә ине Саматтың.Улары ла тыңлауһыҙ, ҡушҡан эште эшләмәйҙәр, әсәләренең ҡысҡырыуын ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр ине. Эсеп алып сарылдатып туҡмаһа ла, Заһиҙә иргә сат йәбеште. Үҙендә ҡалмаҫын, ҡасан булһа ла ташлап китерен дә һиҙә ине.Эскелек менән генә тота аласағын аңлаған ҡатын, бер айыҡтырмай эсерҙе Саматты. Эсерҙе лә , үҙе уйлап тапҡан ғәйбәт менән ирҙең күңеленә ойотҡо һалды. Бисәң шуның менән сыуалған, бының менән йөрөгән тигән кеүегерәк ғәйбәтте ишеткән Самат ҡатынынан нығыраҡ һыуынды.Әлфинурҙың уға хыянат итмәҫен йөрәге менән аңлаһа ла , Заһиҙәнең һүҙенә төштө ул.Уның шулай өҙгөләнеп бәргеләнеп йәшәүе күпмегә һуҙылыр ине икән?Заһиҙәнең тоҙағынан ысҡына алмаған Саматты, һаҙлыҡҡа батып барған еренән Әлфинуры тартып алды.Әллә ҡабат Өфөгә сығып китергә лә барырғамы, ире уны алыштыра алғас, Әлфинур нишләп илап ултырырға тейеш әле тип ярһыған ҡатынды , апаһы тыйҙы.- Ҡоторма. Үҙ иреңде кешегә биреп , ир эҙләп йөрөмәҫһең инде.Гөлнур апаһы дыуамал уның. Апалы - һеңлеле икәү күрше ауылға юлланды.Заһиҙә тигәндәренең өйөн кешенән һорашып таптылар. Юл буйы ҡыйыуланып килһә лә ,ишек төбөнә еткәс Әлфинурҙың теҙ быуындары ҡалтыраны, йөрәге нығыраҡ дөпөлдәне.Төшкө сәй мәленә тап килделәр.Ҡара ҡаршы сәй , янында мәйе лә бар, эсеп ултырыусылар , көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы күреүгә, әллә телдәрен ҡуша йоттолармы , был икәүгә ҡарап өнһөҙ ҡалдылар.Уларҙың ҡаушап ҡалыуы Әлфинурға көс бирҙе.Тауышын күтәрмәй , тыныс булырға тырышып әммә уҫал ғына иренә һүҙ ҡушты.- Бында нимә ҡарап йөрөйһөң? Әйҙә ҡайтайыҡ.- Ҡайтмайым, - булды яуап.Әлфинур өҫтәлдәге һауыт - һабаны иҙәнгә һыпырып төшөрҙө лә Заһиҙәгә ябырылды.- Ирҙәр ней ,алйот була инде.Бейә кешнәмәһә , айғыр тешләмәй. Нимә уйлап кеше ирен индереп ултыраһың?- Ир кәрәк булғас индерҙем.- Нишләп мин һиңә иремде биреп ҡуяйым?! Бына һиңә ир! - Әлфинур уҫал көлөмһөрәп , ҡуҡышын Заһиҙәнең танау төбөнә килтерҙе.Ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан Заһиҙә ҡабат ауыҙ асып өндәшә алманы,нисек шаҡ ҡатып ултырһа , шулай ултырҙы.Тыштан йыуаш ҡына күренгән Әлфинурҙы ул тиклем уҫал тип уйламағайны ул. Ысынлап ҡурҡты ул унан.Кеше әйткәйне лә, ҡатыны белеп ҡалһа , сәсеңде бөртөкләр әле тип. Һанға һуҡмағайны шул. Самат Себерҙә саҡта булған аҡсаһын Заһиҙәгә ебәреп торҙо, аҡсаһыҙлыҡтан тегенеһе Өфө сығып киткән тип һөйләнеләр. Самат Заһиҙәне әсәһенә лә алып барҙы. Тыуғандары менән таныштырып бөттө, Әлфинурҙы айырам , һине генә яратам тип һүҙ бирҙе. Ҡәйнәһе лә киленен яманлап тик ултырғас, Заһиҙә үҙен уларҙың араһына индем тип уйлағайны.Ул ҡайҙан белһен инде, Саматтың әсәһенең улын аулаҡҡа саҡырып алып бешкәнен?- Битһеҙ! Ҡартайғанда тыртайған. Илле йәшкә еткәндә ниндәй бисә алмаштырыу ул? Йөрөмә был юнһеҙ бисә менән ҡаңғырып, ҡайт киленгә!Әсәһенә ҡаршы бер һүҙҙә өндәшә алманы Самат.Гөлнур ҙа ипле генә кейәүен ҡайтырға өгөтләй ине.- Кеше доньяһында , сит бисә ҡуйынында , үҙ балаларыңды ташлап, кеше балаларын үҫтерергә йыйындыңмы? Кем инде һин был йортта?! - ҡайынбикәһенең әсе һүҙҙәрен ишеткәс, ир йыйынып сыҡты.Ишек ябылғас, Заһиҙәнең баулап илаған тауышы ишетелде.Юл буйы һөйләшмәнеләр. Ҡайтып еткәс :- Әйҙә, кеше көлдөрмәй генә йәшәгеҙ ,балаларҙы уйлағыҙ - тип Гөлнур ҡайтып китте.Өйгә инеү менән Самат Әлфинурҙы йыға һуҡты.- Кеше көлдөрөп барып алдың, мин һиңә быҙаумы эйәреп йөрөргә? Ҡайтыр инем әле.- Быҙау булмағас, нишләп ул аҙғын бисәгә эйәреп йөрөйһең?-Еңдем тип уйлайһыңмы?Ярһыған ир булған нәмәне онтай емерә башланы.- Яратмайым мин һине! Ишетәһеңме, яратмайым! Йәшәй алмайым мин һинең менән!Ҡасан әле, ирендә ниндәй үҙгәреш булғанын белә алмаған Әлфинур , яңы аңланы ул үҙгәреште.Шул Заһиҙә сәбәпсе булған бит,тормоштарының селпәрәмә килеп ватылыуына.Әлфинур рәнйене, бөтә йөрәге менән рәнйене, Заһиҙә тигәндәренә лә , үҙен сүпкә лә һанамаған иренә лә.Һыйыр тулаһа аттан яман , Әлфинур ҙа тулап китте.- Мин һине икенсегә бирмәйем Самат! Үлтереп төрмәгә ултырам, ҡул -аяҡтарыңды һындырып һалам, түшәктә ят ҡарайым , тик башҡаға бирмәйем!!!Мейес алдын аҡларға тип ултыртҡан эзбиз биҙрәһен елгәрҙе ул иренә. Икәүләп көрмәкләшеп иҙәнгә тәгәрәп киттеләр. Самат сығып китәм, Әлфинур сығармайым тип талашты.Эсә торғас ирҙең ҡарыуы бөткәнме, әллә яһилланған ҡатында шунса көс бар инеме , Әлфинурҙы Самат еңә алманы.Ул берҙе һуҡһа , ҡатын өстө гөмпөлдәтте.Ахырҙа ир ҡаршылашманы.Баҫылған иренә ҡарап , яҡшыға өмөтләнгән ҡатындың өмөтө аҡланманы.Юҡ, яйланманы тормошо Әлфинурҙың. Саматтың артабан донья көтөү уйына ла инеп сыҡманы.Самат ғаиләһенә ҡайтҡас та күңеленә тыныслыҡ таба алманы.Аҙған күңеле Заһиҙәгә тартылды.Уныһы ла ҡуйырҙан ҡуйманы. Һине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым тип көнө - төнө шылтыратты.Ҡасып - боҫоп осрашыуҙар дауам итте.Юғалып тороуҙар ҙа йышайҙы.Әлфинур ирен күпме баҫтырһа ла тота алманы. Самат уның күҙенә ҡарап алдай ине.Атай тип өҙөлгән Динараһын да абайламаны Самат.Көнө- төнө эсте, иҫереүе етһә боларҙы.Заһиҙәлә саҡта Әлфинур тип йән атһа, хәҙер Заһиҙә тип һаташты.Берсә китәм тип ҡаңғырҙы, берсә йәшәп ҡарайыҡ әле тип баҫылды.Төпкө бүлмәлә тегеү машинаһы менән тегеп ултырған Әлфинур, кухняла нимәлер шартылдағанға һикереп торҙо.Саматтың тимер сүмес менән шкафтарҙы онтағанын күргән ҡатын :- Нимә эшләйһең ул?! - тип ҡысҡырҙы.Күҙҙәре ҡот осҡос булып аларған ир, плитәлә ит ҡайнап ултырған кәстрүлде алып елгәрҙе.Ярай әле, ялтанып өлгөрҙө, юғиһә , ҡайнар һурпаға бешер ине.Ҡото осҡан Әлфинур , яланкүлдәк, ойоҡсан урамға атылды.Тышта сатлама һыуыҡ ҡатынды ҡармап ҡосағына алды. Ҡайҙа барырға белмәгән Әлфинур күршеләренә йүгерҙе. Күршеһе өйҙә булмай сыҡты, ишектә ат башындай йоҙаҡ элеүле тора ине.Башҡа сараһы булмаған ҡатынҡай , ҡапҡа төбөнә һырынып, ек аша үҙҙәре яғына күҙ һалды.Самат ҡатынын баҫтырып сыҡты, таба алмағас , аҡыра - баҡыра йөрөнө ишек алдында. Нимәлер шауҙырлап ярылды.Әлфинур өшөнө. Әсе ел бармаҡтарын , ҡолаҡ, сикәләрен өшөтөп кенә ҡалманы , мейеһенә тиклем үтеп ингәндәй тойолдо.Сикәләре буйлап тәгәрәгән ҡайнар күҙ йәштәре, шул секундта уҡ боҙ тамсыларына әүерелә ине.Бөтә тәне генә түгел, йөрәге туңды уның.Үткәндәрҙе кире ҡайтарыу мөмкин түгелдер инде, башҡаса бер нәмә лә элеккесә булмаясаҡ икәнен аңлауҙан йәне әрнене.Кәрәкме уға бындай тормош?Саматы өй эсендәге булған әйберҙе онтап бөттө бит инде. Хәҙер ошолайтып һыуыҡта туңып тороға ҡалдымы ни Әлфинурға?Ҡыш һыуығы елегенә тиклем үтеп туңған, теше - тешкә теймәй ҡалтыранған Әлфинур өйөнә ҡарай йүгерҙе.Солан, өй иҙәне быяла ярсыҡтарына тулған. Ике ҡулы лыс ҡан Самат, иҫ белмәй хырылдап йоҡлай ине.Әлфинур быяла ярсыҡтарын һепереп түкте, яңынан аш ултыртты. Иҙәндәрен йыуҙы . Ярай әле, был мәхшәрҙе балалары күрмәне. Белеүен белерҙәр инде ул. Инде ҙурайған балалары ла аптырай әсәләренә. Нимә тип шул иҫереккә йәбешеп яталыр.Аталары аҙып - туҙып йөрөгән осорҙа , әллә нисә урындан һораттылар әсәләрен.Ҡыҙҙарҙың һис бер ҡаршылығы юҡ ине, әсәләренең яңы тормош башлауына.Тик тыңламаны шул Әлфинур ҡыҙҙарын да, кешене лә.Иренең айыҡҡанын күҙе тоноп көтөп алды ул.- Әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле, - тип һүҙ башлаған ҡатынына өндәшмәй генә буйһондо ир.- Самат! Ниндәй генә ғәйептәр таҡһаң да , һинең алдыңда гонаһым юҡ.Һин китмәһен өсөн, ниндәй генә түбәнлектәргә төшмәнем.Бөтә кеше айырыл тип торғанда ла, кеше һүҙен тыңламаным.Һине яратам тигән булып йәшәнем.Ә балаларҙы уйламайһыңмы ни?Шул тиклем яратаһыңмы, шул Заһиҙәңде?!Әсенеп ,үртәлеп һөйләнгән Әлфинурҙы өндәшмәй тыңланы Самат.- Урыҫтар әйтмешләй , насильно мил не будешь. Кит Заһиҙәңә! Кит!Ҡасан эсеп ҡайта, тағы нимәне емерә тип ҡурҡып ултырмаҫмын ,исмаһам.Әлфинур һөйләнә- һөйләнә , ҙур сумкаға иренең кейемдәрен тултырҙы.- Нимә кәрәк , бөтәһен дә ал. Тик беҙҙе тыныслыҡта ҡалдыр.Әсәһенең һүҙҙәрен ишетеп ултырған өлкән ҡыҙы ла һүҙгә ҡушылды.- Әсәйемә генә түгел, балаларыңа ла хыянат иттең һин, атай. Китһәң, беҙҙе үлгән тип иҫәплә.Әлфинурҙың һүҙҙәре тәҫьир иттеме, әллә ҡыҙының һүҙҙәре айныттымы ?Әллә үҙе аңланымы хатаһын?Самат ғаиләһенән айырылырға теләмәне.Йылдар барыһын да юялыр,күрәһең. Әлфинурҙың да , мәңге төҙәлмәҫтәй тойолған йөрәк яралары уңалды.Ҡатыны өсөн өҙөлөп торған Самат кешеләр һоҡланырлыҡ ир һәм атай ине бөгөн.Йөҙөндә һәр саҡ бәхетле йылмайыу балҡыған Әлфинурҙың, кем белһен, ниндәй һынауҙар аша үткәнен?Автор: Миңзифа Ҡашҡарова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: