Ошо көндәрҙә Миәкә районында булған авария 20 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙҙө тип хәбәр иткәйнек. Бөгөн “КП-Уфа” баҫмаһы был фажиғәнең ниндәй шарттарҙа булғанын һәм унда үлгән ҡыҙҙың кемлеген асыҡлаған.
Иртә менән булған аварияла 21 йәшлек Әлшәй районы кешеһе ғәйепләнә. Ул “Фольксваген Тигуан” автомобиленә эскән килеш идара иткән. Боролған саҡта машинаға идараһын юғалтҡан һәм, юлдан осоп, түңкәрелгән.
Был көндә машинала 21 йәшлек водитель Линар С., уның 20 йәшлек йөрөгән ҡыҙы Әлиә А. һәм уларҙың 20 йәшлек дуҫтары Венер И. китеп барған. Иртә менән Миәкә районының Ҡанбәк ауылына юлланған булғандар (Әлиә менән Венер ошо ауылдан), ә кис Ҡырғыҙ-Миәкәлә күңелле ял иткәндәр.
Әлиә алда ултырған һәм хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән. Авария ваҡытында бөтә бәрелеш уға тура килеп, ҡыҙ шул урында йән биргән. Ә йәш водитель иҫерек булған. Әйткәндәй, уның водитель танытмаһы бөтөнләй юҡ. Линар вахта менән Нефтеюганск ҡалаһында эшләгән һәм шунда машиналыҡ аҡса йыйған.
Йәштәр менән бергә машинала ултырған Венер йәрәхәттәр алған, ул әле дауаханала - умыртҡа һөйәге сатнаған.
Ә бына иҫерек водитель зыян күрмәгән. Әлеге ваҡытта уны ҡулға алғандар һәм оҙаҡламай артабанғы яҙмышын хәл итәсәктәр.
Бөгөн, 7 сентябрҙә, Әлиәне ерләгәндәр. Йәш ҡыҙ менән хушлашырға бөтә ауыл халҡы килгән. Улар был хәлгә һаман ышана алмай. Ҡыҙыҡай имен, бәхетле ғаиләлә үҫкән. Уның ике ағаһы бар. Әсәһенең үҙ бизнесы – ул ауылда магазин тота.
“Һин шундай йәш. Урының ожмахта булһын. Башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә. Беҙгә түҙемлек һәм көс”, – тип яҙа мәрхүмәнең туғандары.
Йәштәрҙең күбеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алабарман һәм үҙҙәре тураһында уйламай шул. Ни өсөн күрә тора иҫерек кешегә ултырған да, ни өсөн ҡайышын эләктермәгән? Һорауҙар күп... Беҙ Әлиәнең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.