Яйыҡ
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 18:15

Интернетта «Без башҡортлар» йырына клип популярлыҡ яулай

Интернетта Хаят һәм Альберт Исмаиловтар башҡарыуында «Без башҡортлар» йырына клип популярлыҡ яулай.

Интернетта Хаят һәм Альберт Исмаиловтар башҡарыуында «Без башҡортлар» йырына клип популярлыҡ яулай.
Премьера дүшәмбе, 7 сентябрҙә, БСТ телеканалында «Сәләм» тапшырыуы эфирында күрһәтелде. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә роликты тәүге 48 сәғәт эсендә 60 000 ашыу кеше ҡараны.
Йыр төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында яңғырай, ә уға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡушыла.
«Клиптың идеяһы ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған кешеләрҙең берҙәй үҙ ырыуының тарихы менән мауығыуына ҡайтып ҡала. Башҡорттар ҡайҙа ғына йәшәһә лә һәм ниндәй телдә йәки диалектта һөйләшһә лә, тап ошо процесс уларҙың һәммәһен бер халыҡҡа берләштерә. Клиптың аҙағында ҡатнашыусылар һаҡ ҡына Башҡортостанды мозаика рәүешендә йыя», — тип һөйләне авторҙар.
«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөм: http://bashkortlar.ru
Читайте нас в