Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 18:35

Сит илдә тағы бер яҡташыбыҙ һәләк булды

Италияның Сардиния утрауында Өфө ҡыҙы, 33 йәшлек фотомодель Галина Ф. һәләк булған.

Италияның Сардиния утрауында Өфө ҡыҙы, 33 йәшлек фотомодель Галина Ф. һәләк булған. Был турала уның туғандары социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙың кәүҙәһен алып ҡайтышыуҙа ярҙам һораны.
Сит илдә йәшәгән Галина билдәле ирҙәр журналдары өсөн фотоға төшөү менән шөғөлләнгән. Уның әсәһе "Инстаграм"да ҡыҙы тураһында түбәндәгеләрҙе яҙҙы.
– Ҙур тулҡын бәрелеп, минеп ҡыҙым ултырған кәмәне түңкәргән. Ул йөҙөп маташҡан, тик диңгеҙ һыуына сәсәп үлгән. Ҡотҡарыусылар уны һуң ғына күреп ҡалған, һөйрәп сығарғандар, тик ул тын алмаған булған. Ул ныҡ итеп диңгеҙҙе ярата ине, диңгеҙ ҡыҙымды алды, – тигән ул.
Әлеге ваҡытта Галинаның кәүҙәһе тыуған еренән меңәрләгән километр алыҫлыҡта. Уның туғандары битараф булмаған кешеләрҙән уның үле кәүҙәһен алып ҡайтыуҙа ярҙам һорай.
– Һеҙ ярҙам итһәгеҙ генә ҡыҙым менән хушлаша алыр инем. Ул унда ята һәм мине көтә. Ярҙам итегеҙ, зинһар, – тип яҙа бәхетһеҙ әсә.
Ә был ваҡытта Италия хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиғаның ике вариантын ҡарай. Яҡташыбыҙ бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында һәләк булған. Галина Сардинияға үткән аҙнала йөрөгән егете менән килгән. Ял көндәрендә утрауҙың көньяғына киткәндәр. Киа ҡалаһында ҡуртымға резина кәмә алғандар һәм диңгеҙгә төшкәндәр. Тик көслө тулҡын арҡаһында кәмә ҡаяға бәрелә. Фажиғәне күреп ҡалған ҡотҡарыусылар ярҙамға ташлана. Тик Галинаны һөйрәп сығарғанда ул тын алмаған була. Иптәше иһә иҫән ҡала. Уны шок хәлендә дауаханаға алып киткәндәр.
Әле хоҡуҡ һаҡсылары яҡташыбыҙҙың нисек һәләк булғанын тикшерә: һыуға батҡанмы, әллә ҡаяға бәрелеп, йәрәхәттәрҙән үлгәнме.
Галинаның кәүҙәһен алып ҡайтыу өсөн әсәһе менән апаһы Италияға сыға алмай, сөнки уларға әле виза бирмәгәндәр.
Ғаиләгә ярҙам иткегеҙ килһә, Галинаның әсәһенең картаһына аҡса күсерә алаһығыҙ. 2202 2009 9047 2613 (Һаҡлыҡ банкы).
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: