Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
10 Сентября 2020, 13:55

Башҡортостанда яңы Туризмды үҫтереү үҙәге ойошторола

Туризмды үҫтереү үҙәге республика хөкүмәте тәҡдиме менән булдырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда яңы Туризмды үҫтереү үҙәге ойошторола. Республика башлығы тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Туризмды үҫтереү үҙәге республика хөкүмәте тәҡдиме менән булдырыла, тиелә документта. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты. Яңы ойошма әҙер уставты ведомствоға ташырырға һәм уны Юстиция министрлығында теркәүҙе тәьмин итергә тейеш. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙрановҡа йөкмәтелгән.
Республикала бындай үҙәк бар ине. Уға йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар Артур Иҙелбаев етәкселек итте, ул 2019 йылдың авгусында вазифаһын ҡалдырҙы. Һуңынан ойошма ла бөтөрөлдө.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1491027-v-bashkirii-sozdaetsya-novyy-tsentr-razvitiya-turizma-/
Читайте нас