Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 18:30

Джоконда

Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Рәсим Рәхимов кәйефе төшөп фатирына ҡайтып бара. Бөгөн уның дәресен математика менән алыштырғандар. Йәнәһе, математика артта ҡалып бара, сәнғәт көтөп торһа ла ярар. Рәсем сәнғәте, әйтерһең, донъяла иң кәрәкмәгән бер нәмә. Дөрөҫөн әйткәндә, донъяның бар матурлығы, байлығы оҫталар башында һүрәт рәүешендә ярала бит.

Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Рәсим Рәхимов кәйефе төшөп фатирына ҡайтып бара. Бөгөн уның дәресен математика менән алыштырғандар. Йәнәһе, математика артта ҡалып бара, сәнғәт көтөп торһа ла ярар. Рәсем сәнғәте, әйтерһең, донъяла иң кәрәкмәгән бер нәмә. Дөрөҫөн әйткәндә, донъяның бар матурлығы, байлығы оҫталар башында һүрәт рәүешендә ярала бит. Быйыл ғына институт бөтөп эшләй башлаған йәш уҡытыусыға был бик ауыр тәьҫир итте.Ах, ҡала, ҡала! Мотлаҡ үҙенең Джокондаһын табып һынландырып, киләсәктә билдәле рәссам булырына ышаныс йөрөткән йәш кешенең хыялдарын пыран-заран килтерә яҙҙың…Студент саҡта ғына һиҙелмәгән: дөйөм ятаҡ, аҙ булһа ла стипендия, ауылдан ярҙам. Үҙ аллы тормош ҡотолғоһоҙ булып алдына баҫҡас, егет ни эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Улай ҙа бәхете бар икән: мең ярым ғына түләп йәшәргә фатир тапты. Ҡарсыҡ менән йәшәргә, әлбиттә, әммә күптәр бындайын да таба алмай әле. Уҡып бөткәс ата-әсәһенән ярҙам һорамай йәшәрмен тип йөрөгән егеткә тағы ауылдағылар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ата-әсә тигән изге йәндәр пенсияларын алғас, әҙме-күпме ебәреп торорға булды.Рәсим ауыр уйҙар менән автобусҡа ултырҙы ла башын баҫты. Туҡта, ул тиклем бөтөрөнөргә донъя емерелмәгән бит әле… Егет башын күтәрҙе, зиһенен йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтте: “Джоконда!” Йөҙ төҙөлөшө Мона Лизаныҡы булмаһа ла, серлелеге, уйсан яғымлылығы менән шул тиклем яҡын! Хәҙерге заман ҡыҙҙарында ла ошондай ҡиәфәт булыр икән! Яҡын ғына, ҡул һуҙымы йыраҡлыҡта, ҡаршы урында ултыра ул. Моңһоу-уйсан күҙҙәре тәҙрәгә төбәлһә лә, бер ни күрмәй, буғай. Шул тиклем ниндәй уйҙар солғап алған?Рәссам күҙҙәре ҡыҙ йөҙөндәге кескәй генә һыҙыҡты ла ҡалдырмай тикшереп сыҡты. Һыҙылып киткән нескә ҡаштары, бер аҙ ҡыяраҡ урынлашҡан һөрмәле күҙҙәре ҡашһыҙ Джоконданы әллә ҡайҙа ташлап киткән. Төҙ керпектәре уҡмы ни – шундай оҙондар. Әллә оҙон керпекле булғанға моңһоумы? Танауының, бөгөлөп торған ирендәренең матурлығын әйтеп килештерерлек түгел. Ҡабарынҡы ҡалын сәстәре елкәһенә йыйылған. Ыҡсым куртка, джинсы – кейеме хәҙерге замандыҡы инде.Ул арала автобус “Матбуғат йорто” туҡталышына етте. Ҡыҙ талғын ғына ҡуҙғалып ишеккә табан атланы. Рәсим дә, арбалғандай, уның артынан эйәрҙе. Ҡыҙ, урамдың тәүге ҡатындағы йорттарҙы уҙып, эске яҡтағы Хрущев заманында һалынған бер йортҡа боролдо.-Туҡтағыҙ, Джоконда! – тип ысҡындырҙы Рәсим үҙе лә һиҙмәҫтән. Үҙенең мейеһенә: “Ниндәй алйотмон мин”, - тигән уй һуҡты.Ҡыҙ аптырап уға төбәлде. Тик егеттең өнө сыҡманы. Нимә тиһен инде?* * *Был ваҡиғаға ай самаһы ваҡыт үтте. Рәсим бойоҡ ҡыҙҙы бер минутҡа ла иҫенән сығара алманы. Күк ҡабағы асылып, Мона Лиза Джоконда килеп сығыр һымаҡ. Тағы ла бер күрермен тигән өмөтө лә һүрелмәгән әле.Был арала эштәре алға тәгәрәй егеттең. Мәктәп директоры уға күп кенә биҙәү эштәре йөкмәтте. Был ысын рәссам эше түгел, тип уйлаһа ла, башҡаса хәле юҡ. Ни тиһәң дә аҡсаһы була, йәшәү өсөн уныһы ла кәрәк. Бөгөн дә көн кискә ауышҡас ҡына ҡайтырға сыҡты. Әлеге маршрут автобусы тура килде. Мөғжизә юҡ тип әйт инде: шул уҡ урында теге ҡыҙ ултыра! Ҡаршыһындағы урын да буш. Егет ни әйтергә белмәй йәнә юғалып ҡалды.Ҡыҙҙың хәле бөгөн хөртөрәк буғай, рәссам күҙҙәре быны тиҙ тотоп алды. Ябығып та киткән. Күҙҙәрендә тәрән һағыш. Ҡыйғас ҡаштары менән мул керпектәре генә элеккесә. Быны күреп егеттең йәне өшөнө: был 18-19 йәшлек еләк кеүек ҡыҙға ни булған? Һүҙ уйнатыр мәл түгел, егет, тәүәкәлләп, һөйләшергә ҡарар итте.-Мин быйыл худграфты бөттөм, хәҙер уҡытыусы булып эшләйем,- тип тураһын ярҙы. – Һеҙҙе күргәс тә портретығыҙҙы яҙыу теләге уянғайны, унан баш тартҡаным юҡ.Ҡапыл әйтелгән был хәбәр ҡыҙҙы шаңҡытҡандай итте. Ул аптырап егеткә төбәлде, күңелендә ниндәйҙер осҡон ҡабынып һүнгән кеүек тойолдо. Ул арала автобус таныш туҡталышҡа килеп етте. Алдараҡ торған ҡыҙ, автобус ҡапыл туҡтауға, ҡолап китә яҙҙы, егет уны тотоп алды. Бергә төштөләр. Хәҙер егет ҡыҙҙы ошо хәлендә, ысынлап та ташлап китә алмай ине.-Оҙатырға рөхсәт итегеҙ, зинһар. Ошо хәлдә ташлап китһәм, ниндәй ир-егет мин? Ғүмерлек выждан ғазабында ҡалдырмағыҙ.Ҡыҙ уға йәнә иғтибар менән ҡараны ла, өнһөҙ генә баш һелкте. Ул нисектер тәнтерәкләп атлай, бына-бына йығылып китер төҫлө. Рәсим һаҡ ҡына ҡыҙҙың терһәгенән тотто, тегеһе ҡарышманы.Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, ике бүлмәле фатирға инделәр. Ҡыҙ шунда уҡ залға үтте, диванға һөйәлеп ултырҙы, күҙҙәрен йомдо. Курткаһын һалырлыҡ та хәле юҡ кеүек. Рәсим тиҙ генә уның баш аҫтына мендәр ҡыҫтырҙы, курткаһын һалдырып элде. Кухняға сығып һыу ҡойоп индерҙе. Ҡыҙ ирендәрен сылатып алды ла күҙҙәрен асты. Ишара менән ултырырға ымланы. Егет аптырап-алйып ҡалғайны, ни әйтергә лә белмәне…-Мин ауырыу, ныҡ ауырыу икәнде аңланың инде, - тине ҡыҙ.-Ниндәй сир һуң?-Яман шеш миндә.Яуап егетте йәнә шаңҡытты.-Мин әле поликлиниканан ҡайтып килә инем. Дауаланыуымдың бер файҙаһы юҡ. Күпме аҡса китте, өмөт юҡ… Өйҙә йүнле һауыт-һаба, келәм, мебель кеүек нәмәләр ҙә ҡалманы бит инде. Әсәйем һаман ҡуймай. Имселәренә лә, экстрасенс тигәндәренә лә йөрөтөп бөттө, булмағас, булмай инде…- Үҙенең күҙҙәрендә һағыш, тауышы ҡалтыранып сыға.Егет әле генә бүлмә эсенә иғтибар итте. Иң кәрәкле йыһаздар ғына бар. Таҙалыҡ, бөхтәлек, гөлдәрҙең күплеге генә фатирға йәм биреп тора икән дә.-Йәш кешеләрҙә лә буламы ни ул?-Була икән шул. Бәләкәй генә бер сир шул хәтлем етди булып сығыр тип кем уйлаған. Ваҡытында бөтөнләй әһәмиәт бирмәнек. Мин дә, әсәйем дә. Табиптар стресс һөҙөмтәһенән күрә. Атайымдың, “атай” тип әйткем дә килмәй, шул хәтлем алама кеше булыуы ошо хәлгә төшөргәндер, тим. Мин тыумаҫ борон уҡ әсәйемде ташлап киткән ул, аҙаҡ һуҡыр бер тинлек тә ярҙамы теймәне… Йәшәргә лә күп ҡалманы инде… - Күпме үкенес, зар йәш кешенең тауышында! Үҙәккә үтә хатта, илағы килә.-Яҙмышыма күндем инде мин. Хоҙай шул тиклем генә ғүмер бирә икән, ризамын. Ҡалғанын әсәйем, дуҫтарым, туғандарым менән аралашып үткәргем килә. Үкенмәҫлек итеп… Их, белһәң ине тормоштоң ни тиклем матур, ҡәҙерле икәнен! Беләм, тиһеңдер. Юҡ, уны минең кеүек ғүмер һуңы еткән кеше генә аңлай алалыр… Әсәйем генә һаман шуны аңламай, иртә таңдан ҡара төнгәсә эшләй, дарыуҙар өсөн аҡса таба. Нимәгә ул?..Ҡыҙ үҙе бөтөнләй белмәгән кешегә шулай зарын түкте. Ят кешегә сер сисеүе, бәлки, еңелдер ҙә. Ул һораулы ҡараштарын егеткә төбәй. “Йә, һин ни әйтергә уйлайһың?”- тиҙәр улар. Аһ, ул ҡараш!.. Йөрәгеңде, эс-бауырыңды айҡап ала. Ниндәй сабыр, түҙемле ул. Оҙаҡ йылдар ғүмер иткән ҡарсыҡ төҫлө, яҙмышы менән килешеп бөткән. Өҙгөләнеү, бәргеләнеүҙәр артта ҡалғандыр инде.-Исемең кем һуң?-Рәсимә.-Ҡыҙыҡ килеп сыға. Мин Рәсим бит. Һәр рәссам үҙ Джокондаһын эҙләй. Бына мин таптым: ул – һин! Туҡта, бүлдермә. – Рәсим йәнләнеп, ярһып һөйләй башланы. Күҙҙәре ялҡынланды. – Фрациско Гойя тигән испан рәссамын бәлки ишеткәнең барҙыр?-Юҡ.-Улайһа, тыңла. Мин уның хаҡында ҡыҙыҡһынып күп уҡыным. Бик талантлы рәссам, әммә һаңғырау. Етмәһә, күҙенә шайтандар күренеп йөҙәткән. Гойя уларҙы картина итеп яҙа башлағас, ҡара көстәр уға ҡурҡыныс менән янауҙан туҡтаған. Уға Испаниялағы иң сибәр ҡатын герцогиня Альба ғашиҡ булған. Төрлө ҡиәфәттә яҙған ул һөйөклөһөн. Аптыратҡаны шул – яратҡан кешеләрен яҙһа, улар был донъянан китә икән. Йомшаҡ күңелле, түҙемле ҡатыны ла, һөйөклө герцогиня ла, иң яратҡан балаһы ла шулай үлеп ҡуйғандар. Ә Рафаэль Санти – киреһенсә. Ул натураларына оҙон ғүмер бүләк иткән. Сөнки уның таланты – Хоҙайҙан… Мин һине ялҡытам, буғай.-Юғалтыр нәмәң юҡ, әйҙә, натура бул, тимәксеһеңме? Минең шау һөйәкте төшөрөү ҡыҙыҡмы инде?-Мин һиңә мөғжизәгә ышанырға ҡушам. Бәлки … миндә лә Рафаэль Сантиныҡы кеүек илаһи ҡөҙрәт барҙыр! – Егет ярһый барҙы, - Ғүмерең оҙайыр. Һине һау-сәләмәт итеп һынландырырға тейешмен. Килешәһеңме?Рәсимдәге дәртле йәшәү осҡоно әкренләп ҡыҙға күскәндәй булды.-Әсәйем риза булмаҫ. Тик ул, барыбер, көнө буйы эштә. Гел бер үҙем генә…-Тимәк, риза?-Ысынлап та, нимә юғалтам мин? – Рәсимә тәүәккәлләне, аҡһыл йөҙөнә нур ҡунды. – Әсәйемә иҫтәлек ҡалыр.-Ҡасан башлайбыҙ? – Егет, сабырһыҙланып, ҡулдарын ыуғысланы. – Ололарса уйлаһаҡ – иртәгә йома. Тәүәккәлләйбеҙме? Сәғәт өстә мин бында булырмын.Ҡыҙҙың арып китеүен күреп, егет ҡуҙғалырға булды.-Әсәйең нисәлә эштән ҡайта?-Киске етәлә.-Улай булғас, мин үҙемдең әйберҙәр менән иртәгә килеп етермен.* * *Бөгөн Рәсимгә көн оҙаҡ үтә һымаҡ тойолдо. Дәрестәрҙе элеккесә ярһып, күңел биреп аңлата алмай ыҙа сикте. Тейешле ваҡыт үткәс, директор ҡушҡан эштәр менән ике сәғәт тирәһе булышты.Үҙенә кәрәк әйберҙәрен иртүк алып сығып киткәйне. Бына таныш подъезд. Егет баҫҡыстан осоп тигәндәй менде. Рәсимә ишеген асып ҡаршы алды. Ул йәнләнеп, дәртләнеп киткән төҫлө. Өҫтөндә шыйыҡ ҡына ал төҫтәге ҡупшы күлдәк, күҙҙәре тирәһенә һөрмә һалған. Рәсим ошо кескәй үҙгәрештәргә лә сикһеҙ шатланды.Егет өҫтөн һалғас уҡ, ай-вайына ҡарамай, сәй эсергә ултыртты. Уныһы үҙ сиратында ашауҙы бөтөнләй онотҡанын иҫләне. Сәй менән ҡаймаҡты үҙ өйөндәге һымаҡ тартынып тормай һыпырып һалды. Рәсимә лә Рәсимдән ҡалышмай ҡапҡыланы, юҡһа һуңғы ваҡыт һис тә ашағыһы килмәй ине.Рәсим тәүҙә ватманға һыҙмалар эшләп, натураны яҡшылап өйрәнергә ҡарар итеп килгәйне. Мольбертын иҙән уртаһына ҡуйып, ватманды шунда нығытты. Ҡыҙға әлегә үҙе теләгәнсә ултырырға ҡушты. Рәсимә диванға иркен генә барып ултырҙы, йөҙөн яҡтыға борҙо, бер ҡулын итәгенә, икенсеһен диван ҡырына һалды. Әйтерһең, рәссам алдында шундай торошта элек тә ултырған. Бер сәғәттән ватманда Рәсимәнең күҙ-ҡараштары, танауы, ирендәре һынлага башланы. Йомшаҡ ҡәләме менән ҡыҙҙың йөҙ формаһын, күҙҙәрен төрлө ракурста төшөрөп ҡараны. Эш, ҡул суғына килеп терәлгәс, әкеренерәк барҙы, сөнки ҡул төшөрөү рәссамдар өсөн ауыр эш һанала.Әҙерлек эштәре тамам.Рәсим был арала күңел күтәренкелеге менән йөрөй, сөнки Рәсимәнең тап үҙ Джокондаһы булыуына ышана. Уның алдына һылыуҙарҙан-һылыу әллә нисә ҡыҙҙы теҙеп ҡуйһалар ҙа, ул бары Рәсимәне һайлар ине. Ниңә шулай икәнен үҙе лә аңлата алмай.Егет күңелен төшөрмәҫкә, ҡыҙҙың да кәйефен күтәрергә тырышты. Әсәһе ауылдан ҡаҡланған ҡаҙ ебәргәйне, шуны күстәнәс итеп килтерҙе. Көн буйы бер ҡабым ризыҡ ҡапмаған Рәсимә бер киҫәкте яратып ашап ҡуйҙы, лимонлы сәй эсте. Ҡыҙ хәлһеҙ булғас, рәссам эш башларға баҙнат итмәне, сабырлығын йыйҙы. Икенсе натура хаҡында Рәсимдең уйлағыһы ла килмәй: Рәсимә уға күктәр тарафынан бирелгән яҙмыш төҫлө тойола. Булһа – шул, булмаһа – юҡ. Рәсимә менән был эш килеп сыҡмай икән, тимәк, Джоконда юҡ.Бер көн килгәндә ҡыҙ уны яҡшы ғына кәйеф менән ҡаршыланы. Йыуаш, яҙмышына ризалашҡан сирле кешегә оҡшамаған. Тик ҡарашы нимәлер әйтергә ҡыймай яфаланған кеүек.-Мин башҡаса натура була алмамдыр…-Нисек инде?-Булғым килмәй… - Үҙе ҡарашын ситкә төбәне.Егет аптыраны. Эске тауышы уға тыйылып торорға ҡушты. Үҙенең хәтере ҡалды. Бер яҡтан уйлаһаң, сирле ҡыҙ уға бурыслы түгел дә инде. Ул үҙ уйҙары менән ҡалырға теләп, китергә йыйыды. Рәсимә уны туҡтатманы.Нисек аңларға был хәлде? Килешеп, хатта өйрәнешеп бөтөлдө тигәндә, әллә ҡыҙҙа өмөт балҡынымы тигәндә, ниҙәндер һүнеп ҡалдымы? Портрет яҙыуҙан былайыраҡ, егет Рәсимәне күрмәй тора алмаҫын аңланы.Һоро болоттар һалынып торған ноябрь күге уны баҫып килгән төҫлө. Күңеленә ҡараңғылыҡ кереп оялағандай тойола. Кире барып Рәсимәгә ялбарыуҙан үҙен көскә тыйып тора. Шулай ҙа йөрәк түҙмәй, ни эшләргә белмәй.Икенсе көндө түҙмәне, тағы ла таныш йортҡа атлыҡты. Ғәҙәттә, баҫҡыстан менеп етеү менән асыла торған ишек өнһөҙ ҡалды, ҡыңғырауға ла яуап юҡ… Әллә?.. йәмһеҙ уйҙарҙы ҡыуалаған һайын ябырыла торалар. Юҡтыр, юҡтыр… Кисә арыу ғына ине бит. Әгәр әжәл алды күтәренкелеге генә булһа… Берсә өмөтһөҙлөк, берсә ышаныс менән янды егет йөрәге.Өсөнсө көндө лә килде Рәсим. Уны һаман өнһөҙ ишек ҡаршылай. Билдәһеҙлектән аҡылдан яҙырға мәмкин. Телефон да өндәшмәй. Шартларғамы инде былай булғас?Шулай өҙгөләнеп аҙна үтте. Йәнә ҡурҡа-ҡурҡа ғына баҫҡыстан менде, ҡыңғырауға баҫты. Йөҙө яҡтырып киткән Рәсимә ишекте шар асып ебәрҙе.-Теге көн һине аптыраттым, асыуланма, - тине лә, тағы ниҙер әйтергә уҡталғандай булды ла, туҡтап ҡалды. – Ниңә шулай килеп сыҡҡанын аҙаҡ әйтермен.Ул күңелләнеп китте, егетте күреү шатлығынан булһа кәрәк, бит осона һиҙелер-һиҙелмәҫ алһыулыҡ ятты. Рәсимдең өҫтәнән ауыр йөк төшкәндәй булып, быуындары йомшарып китте. Ул залға үтеп, креслоға лып ултырҙы, иркен тын алды. Ҡара инде: нисә көн көсөргәнештә йөрөгәндән һуң бөтә тәне таралып төшөп бара, хатта йоҡо килә.-Бөгөн өләсәй бешерергә ярата торған ашты ашағым килде. Шуны бешерҙем. Әйҙә, һине лә һыйлайым.Егетте аш бүлмәһенә индереп, алдына туҡмас һалынған тауыҡ һурпаһы һоҫоп ултыртты. Аш, ысынлап та, бик тәмле ине. Бәлки, арлы-бирле генә ашап йөрөгән Рәсимгә шулай тойолғандыр.-Һинең менән танышҡаны бирле бешергән аштарым тәмле килеп сыға. Әсәйем дә : “Был арала бик тәмле бешерәһең, ҡыҙым”, - ти. – Рәсимә сер сискәндәй шым ғына һөйләне. – Хәҙер мин әҙер булам. Һин көтөп тор.Бер аҙҙан Рәсимәнең саҡырған тауышы ишетелде.Егет бер мәлгә аптырап, өнһөҙ ҡалды. Рәссамдың үткер күҙҙәре үҙгәреште күрмәй буламы ни?! Рәсим шатлыҡ-һөйөнөсөн нисек тә баҫырға тырышты. Натурщицаһында ысынлап та һынылыш башланған! Өмөтһөҙлөк, һәр көн үлем көтөп һағайыу юҡ унда хәҙер. Был илаһи мәлде ҡулдан ысҡындырмай, һүндермәй бик һаҡ ҡына тотоп алырға кәрәк. Ҡыҙҙың күҙҙәренән сәселгән нурҙар, сәстәренең емелдәүе, оҙон керпектәренең тетрәнеүе, сәскәләй ирендәренә ҡунған тәбиғи алһыулыҡ йәшәүгә дан йырлай. Өҫтәндәге зөбәржәт төҫөндәге күлдәк ҡара сәстәрен тағы ла асып ебәргәндәй. Ана, ул креслола иркен генә ултыра. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары аҡыллы, уйсан йөҙөндә сағыла. Башын саҡ ҡына ситкә бора бирә төшкән – был уның оҙон керпектәрен тағы ла оҙонораҡ, ҡуйыраҡ күрһәтә. Рәссам уны тап ошо ҡиәфәттә яҙырға булды.Оҙаҡ ҡына эшләп ташланы Рәсим. График портрет әҙер тиһәң дә була.Артабан эш буяуҙар, ҡылҡәләм менән китте. Уларҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәй ине. Рәсим ҡыҙҙың күңел байлығына, әҙәбиәтте, сәнғәтте яҡшы белеүенә хайран ҡала барҙы. Ҡала ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан, телде лә, башҡорт яҙыусыларын да белә булып сыҡты. “Өләстең тырышлығы инде, - тине ул ғорурланып. – Ул тел уҡытыусыһы булған бит. Ә әсәй бар булмышы менән рәссам. Ул теккән концерт күлдәктәрен күрһәң, хайран ҡалыр инең.”Күңел уртаҡлығы яҡынайтҡандан-яҡынайтты. Рәсимә күҙгә күренеп теремекләнә, йәшәү ҡеүәһе ҡайта барҙы. Эш тә үҙ яйы менән китте. Рәссам үҙенең натураһын сирле түгел, ә сәләмәтлек, йәшәү дәрте аңҡып торған итеп киндергә яҙа. Ҡылҡәләмдәрҙең дә иң нескәләре менән эш итә. Бынауындай ебәк сәстәрҙе, йоҡа ғына күҙ ҡабаҡтарын, танауының нәфислеген ҡалын бумала менән төшөрөү мөмкин дә түгел. Көн дә әкренләп кенә буяҡ артынан буяҡ һалына.Көндәр яҙға тартты. Ҡояш йылыраҡ ҡарай. Ҡайһы саҡ портрет менән булашмайса, йөрөп тә киләләр. Зәп-зәңгәр март күге, тыпылдашҡан тамсылар, ботаҡтан-ботаҡҡа һикергән беснәктәр тышҡа саҡыра. Парктағы ҡыҙылтүштәрҙең көмөш ҡыңғырау тауышы һымаҡ яңғырауыҡлы йырҙары йәнгә көс-илһам биргәндәй. Рәсимәнең һөйәк тә тиренән торған күәҙәһенә һиҙелерлек ит ҡунды. Улар был хаҡта һөйләшмәйҙәр, күҙ тейер тип ҡурҡалар, буғай. Һәм икеһе лә бер теманы урап үтергә тырыша. Был тыйылған нәмә – мөхәббәт ине. Егет үҙенең ҡыҙға ғашиҡ икәнен күптән һиҙеп йөрөй. Башта Рәсимәнең көсһөҙлөгө, гел ярҙамға мохтаж булыуы ҡыҙғаныу, күңел нескәреүе уятһа, хәҙер уның һылыулығы хайран итә. Шулай уҡ хис тәрәнлегенә, аҡыллылығына һоҡлана. Хәйер, берәйһе Рәсимдән: “Ни өсөн сирле ҡыҙға тәү ҡараштан ғашиҡ булдың?”- тип һораһа, егет яуап бирә алмаҫ ине. Бары: “Мин Рәсимәнең бар булмышын яратам”,- тип кенә әйтә ала. Мөхәббәт мин киләйемме, юҡмы, тип һорап тормай шул.* * *Рәсимәнең алдында хәҙер ике бурыс тора: береһе табипҡа күренеү, икенсеһе – әсәһенә дөрөҫлөктө асып һалыу.… Һәм килде ул көн. Әҙер анализдарҙы алғас, табипҡа Рәсим менән бергә барҙылар. Үҙенең ҡыйыулығы етмәне, бөтәһе лә яңынан башланыр кеүек тойолдо. Ҡыҙ үҙе лә күпмелер дәрәжәлә анализ ҡарарға өйрәнгәйне инде. Шулай ҙа тулыһынса ышаныр өсөн табипҡа бармай булмай.
Май айының ләйсән яуып киткән яҡты көнөндә ҡыҙ табип ханым алдында ултыра ине. Эйе… иҫләй, бик яҡшы иҫләй уны доктор. Сәскәгә бөрөләнгәс кенә аяуһыҙ ҡырауға көйгән гөлгә оҡшата ине Рәсимәне. Ә хәҙер… Бөтә йәшлек гүзәллеге менән балҡып, рауза гөлө төҫлө ҡыҙ ултыра. “Күп тигәндә өс ай ғүмере ҡалғандыр”,- тип һыҡранғаны ла хәтерендә. Был ни мөғжизә һуң? Доцент һынлы доцент булып йәш ҡыҙ алдында туғарылып киткеһе килмәһә лә:-Йә, ниндәй тылсым көсө менән? – тип һорамай булдыра алманы.Рәсимә ишек төбөндәрәк баҫалҡы ғына ултырған Рәсим яғына ҡарап, йөҙөн балҡытып йылмайҙы. Унан, бер һүҙ ҙә әйтмәй талпынып торҙо ла, егетте етәкләп тышҡа йүнәлде.-Һау булығыҙ, доктор!Бар донъяға нур сәсеп, йүгерә-оса китеп барған ҡыҙ менән егетте табип тәҙрәнән күҙ йәштәре аша йылмайып оҙатып ҡалды.* * *Бөгөн ял көнө. Гел борсолоп йәшәргә, туҡтауһыҙ эшкә күнеккән әсә, ғәҙәттәгесә, иртә торҙо. Ҡулдарын ике яҡҡа ташлап, сабый кеүек иҙрәп йоҡлаған ҡыҙына керпек елпеп кенә ҡарап алды. Әсә бәхетенә күҙ тейеүҙән ҡурҡа, ә үҙе ҡанатланып осоп китерҙәй була.Ҡыҙы тормаҫтан алда сөсө ҡамыр баҫып, бәлеш бешерергә кәрәк. Ул өйҙә кейә торған кейемен алмаҡ булып, шкафты асып ебәреүе булды, ниҙер “дөп” итеп иҙәнгә килеп төштө. Өҫтө йоҡа сепрәк менән ҡаплап бәйләнгән ҙур ғына рам ине. Нимә булыр был? Ундай әйберҙәре юҡ ине, буғай. Әсә сепрәкте сисеп ебәрҙе. Аптырап артҡа сигенде. Рамдағы киндерҙән уға баҙлап сәскә атҡан гөл кеүек ҡыҙы ҡарап тора. Теп-тере инде бына – һәр сәс бөртөгө, алһыу ирендәре, ҡына гөлдәй балҡыған яңаҡтары нәҡ тере кешенеке һымаҡ.-Был ни ғәләмәт булды әле? Ҡайҙан?Ҡараһа, эргәһенә ҡыҙы килеп баҫҡан. Ҡайһыһы терерәк, һылыуыраҡ һуң быларҙың. Ул арала ишек ҡыңғырауы шылтыраны.-Әсәй, мин һиңә әйткәйнем бит, беҙгә берәү килә тип. Һинең менән танышырға. Был – ул, минең ҡотҡарыусым. Ошо портретты яҙыусы, миңә йән өрөүсе…-?!
Читайте нас: