Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 10:25

Киләсәк уҡытыусыһын һайлайҙар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә "Киләсәк уҡытыусыһы" конкурсының ярымфиналы башлана.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә "Киләсәк уҡытыусыһы" конкурсының ярымфиналы башлана.
“Рәсәй – мөмкинлектәр” иле президент платформаһы нигеҙендә бойомға ашырылған конкурста Волга буйын төбәктәренән уҡытыусылар ҡатнаша.
Башҡортостандан тыш, бәйгелә Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән, Татарстан, Сыуаш, Мордовия, Марий Эл, Удмурт республикаларынан туғыҙ команда йыйылған.
"Киләсәк уҡытыусыһы" конкурсының беренсе этабы дистанцион тәртиптә үткән, бәйгелә 6724 уҡытыусы ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһынан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 54 команда һайланған.
Ярымфиналда Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһының үҫеш һәм мәғариф институты ректоры Азат Йәнгиров, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" автономлы ойошманың генераль директоры урынбаҫары Владислав Даванков кеүек мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
Ярыш өс көн дауам итәсәк, уҡытыусылар педагогик дебаттарҙа, методик конструкторҙа һәм кейс-уйында үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ.
Быларҙан тыш ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгән.
"Башҡортостан"
Фото: znanio.ru
Читайте нас: