Яйыҡ
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 17:30

Минең генә әсәйем юҡ

Олатаһы менән өләсәһе ҡарап үҫтерҙе Гөлсинәне. Шуға ла улар янына ҡайтҡан һайын донъя тирәһен таҙалап китергә тырыша. Был юлы тегенеһен-быныһын һөрткөләп алды ла, рәтләп ҡуяйым әле тип кәштәләге китаптарға тотонғайны, улар араһынан бер конверт килеп сыҡты.

Олатаһы менән өләсәһе ҡарап үҫтерҙе Гөлсинәне. Шуға ла улар янына ҡайтҡан һайын донъя тирәһен таҙалап китергә тырыша. Был юлы тегенеһен-быныһын һөрткөләп алды ла, рәтләп ҡуяйым әле тип кәштәләге китаптарға тотонғайны, улар араһынан бер конверт килеп сыҡты.
Ниндәй хат икән? Адресы ла юҡ. Ул ҡыҙыҡһынып конвертты асты. Унда ҡасандыр әсәһенә үҙе яҙған хат ята ине. “Һаумы, ҡәҙерле әсәйем! Һиңә һағынып, сәләмдәр ебәреүсе ҡыҙың Гөлсинә тип белерһең. Әсәй, тиҙерәк ҡайт инде, һине бик-бик һағындыҡ. Мин “бишле”гә генә уҡыйым, ҡайтһаң, көндәлегемде күрһәтер инем. Уҡытыусы апай, молодец, ти. Әсәй, беләһеңме, һине гелән төшөмдә күрәм. Бер көндө, имеш, ҡайтҡанһың да, өсәүләп ҡалаға барҙыҡ, ҡустым менән икебеҙгә матур күлдәктәр алып бирҙең. Эргәлә һин булғас, эй, рәхәт, шаярабыҙ, көләбеҙ. Оҙаҡламай беҙҙе үҙеңдең яныңа алып киттең, каруселгә барҙыҡ. Тик уянып киткәс, ныҡ ҡыйын булды. Их, нишләп кенә төш булды икән тип, илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Төшөмдө өләсәйемә һөйләгәйнем, ул да иланы. Класыбыҙ ҙа бөтәһенең дә әсәһе бар, бер минеке генә юҡ. 8 Март байрамында әсәйҙәрҙе мәктәпкә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Элек гелән өләсәйем була торғайны. Быйыл аяғы һыҙлап торғас, килә алманы. Концерт күрһәттек. Аҙаҡтан барыһы ла әсәйҙәренә үҙҙәре яһаған бүләктәрҙе бирә башлағас, мин нишләргә лә белмәй тик торҙом. Эй, ҡыйын булды. Мәктәптән илай-илай ҡайттым. Аҙаҡ һарайға инеп, оҙаҡ итеп иланым. Әсәй, тиҙерәк ҡайт, йәме, һинһеҙ беҙгә лә, өләсәйгә лә бик ҡыйын, уның да күҙҙәре йәшләнеп торғанын күргәнем бар…”
Гөлсинәнең күҙ йәштәре ҡағыҙ битенә тупылданы. Был хатты яҙғанын бөгөнгөләй хәтерләй ул. Бишенсе класта уҡыйҙар ине шикелле, уҡытыусы апай өйҙә кемгә булһа ла хат яҙып килергә ҡушты. Иртәгәһен һәр кем үҙенең хатын уҡый башланы. Берәүҙәр армияла хеҙмәт итеүсе ағаһына яҙған, икенселәр сәләмен ҡалала эшләп йөрөүсе апаһына юллаған. Сират уға етте.
– Йә, һылыуым, һин кемгә яҙҙың, беҙгә уҡып ишеттер әле, – тине апайҙары матур итеп йылмайып. Бығаса һорау биреп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән яуап ҡайтарған ҡыҙҙың башын эйеп тик тороуона уҡытыусы ғәжәпләнеп:
– Гөлсинә, өйгә эшеңде әҙерләп өлгөрә алманыңмы әллә? – тип һораны.
– Әҙерләнем.
– Улай булғас, уҡы инде.
Ҡыҙыҡай һаман да шым торғас, уҡытыусы апай эргәһенә килеп, уның дәфтәрен ҡулына алды һәм матур, тигеҙ хәрефтәр менән теҙелеп киткән хатҡа күҙ һалды. “Һаумы, ҡәҙерле әсәйем”, – тип башланған яҙыуға бер тына ла күҙ йүгертеп сыҡҡан апайҙың үҙенең дә күңеле тулышты. Ул үҙе лә әллә ҡайһылай булып, күҙҙәренән бына-бына йәш атылырға торған ҡыҙҙың арҡаһынан еңелсә һөйөп алды ла:
– Молодец, ҡайһылай матур яҙғанһың, ултыр, – тине.
Магазиндан конверт барып алып, өләсәй, әйҙә ошоно әсәйемә тиҙерәк ебрәйек, тип өтәләнеп йөрөгәнен дә күҙ алдына килтерҙе Гөлсинә. Ул яҙған хат барып етһә, моғайын, әсәһе ҡайтмай ҡалмаҫ, тип уйланы сабый. Әммә адресын белмәгәс, бер ни ҡыла алманылар. Киткәне бирле әсәһенән бер тапҡыр ҙа хат-хәбәр килмәне шул.
Өләсәһе һөйләүенсә, әсәһе мәктәптән һуң Силәбегә уҡырға китә. Шунда сит өлкәнән бер егет менән танышып, ғаилә ҡоралар. Бер йылдан Гөлсинә, өс йылдан һуң ҡустыһы Урал тыуа. Көндәрҙең береһендә ике сабыйы менән ҡайтып төшкән ҡыҙын ата-әсәһе һағайып ҡаршы ала.
– Айырылыштыҡ, уның менән башҡаса йәшәй алмайым, – тигән яуап менән генә сикләнде ҡыҙҙары.
Бер аҙ торғас:
– Ҡаҙағстан яғына эшкә китәм, барып урынлашҡас, балаларҙы ҡайтып алырмын, – тип һаубуллашҡан әсәләре үҙе лә ҡайтманы, ҡош телендәй хәбәре лә булманы. Барыһының почтальон күренгән һайын ҡаршыһына йүгереп сығып, көн дә хат көтөүҙәре бушҡа ғына ине. Ваҡыт бөтәһенә дауа тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Хатта төн урталарында илай-илай әсәһен таптырған малай менән ҡыҙыҡай тора-бара уны онотто шикелле.
Беренсе класта уҡығанда Гөлсинә мәктәптән йүгереп ҡайтып инде лә: “Өләсәй! Бөгөн “бишле” алдым!” – тип ҡысҡырып ебәргән ыңғайға, өйҙә ят апайҙы күреп, уңайһыҙланып ҡалды. Был уларҙың әсәһе ине. Сығып китеүенә дүрт йыл тигәндә тәүге тапҡыр ҡайтҡайны. Ҡыҙыҡай ҙа, малай ҙа тәүҙәрәк әсәһен ятһынып, янына килергә ҡыйынһынып торһалар ҙа, үҙ ҡаны бит, тиҙ эҫенделәр . “Әсәй, һине ныҡ һағындыҡ”, – тип тытылдығын сыҡтылар. Инде әсәләре башҡаса бер ҡайҙа ла китмәҫ, хәҙер гелән бергә булырҙар, тип уйланы улар.
Бер нисә көндән ҡатын йәнә юлға йыйынды. Ул көндө бөгөнгөләй хәтерләй Гөлсинә. Күмәкләшеп әсәләрен оҙатырға сыҡтылар. Туҡталышта оҙаҡ ҡына торһалар ҙа, автобус булмағас, үткенсе машинаны ҡул күтәреп туҡтаттылар. Бер нисә көн эсендә әсәләренә тамам өйрәнгән ҡыҙыҡай менән малайға унан тороп ҡалыу яман ҡыйын ине.
- Әс-ә-әй, китмә-ә-ә, әсә-ә-әй, китмә-ә-ә! – Машина артынан йүгергән балалар һөрлөгөп, тәкмәсләп барып төштөләр ҙә туҙанлы юлда тулай-тулай иланылар. Тимергә һыҙырылған аяғынан ҡан ағыуын да тойманы ҡыҙыҡай. Олатаһы менән өләсәһе, арттарынан килеп, тымығыҙ инде, тип күтәреп алғас та, сабыйҙар уларҙың ҡулдарында тыпырсына-тыпырсына үкһене.
– Әсә-ә-әй, әсә-ә-әй!
Айҙар үтте, йылдар үтте. Әммә әсәләре һыуға төшкәндәй ғәйеп булды.
Ҡыҙыҡай мәктәптән йүгереп килеп инер ҙә:
-Әсәйем ҡайтманымы? – тип һорар ине.
– Юҡ шул, балаҡайым.
– Нишләп ҡайтмай икән, ул бит тиҙ ҡайтам тине. Әсәйҙәр шулай алдашамы инде. Уҡытыусы апай алдашыу иң насар ғәҙәт тине.
– Ҡайтыр балаҡайым, ҡайтыр, тиҙ генә ҡайтыр ерҙә түгел шул. Бәлки, юлы төшмәй торалыр.
Өләсәһенә лә ул ваҡытта ни тиклем ҡыйын булыуын бөгөн генә аңлай Гөлсинә. Уның йәшле күҙҙәрен йыш күрә ине, бер ваҡыт ниндәйҙер күрәҙәсегә лә барҙылар шикелле, юл төшә, иҫән, ҡайтыр балаҡайың, тигәндәр. Әллә нишләп ҡырға китәм тине лә торҙо, үҙебеҙҙә эш бөткәндер шул, тип һөйләнгәне лә хәтерҙә. Күрше инәйҙең, әхирәт, улай уҡ бөтөрөнмә, исмаһам, бынау сабыйҙар хаҡына үҙеңде һаҡларға тырыш, тигәнен дә ишетеп ҡалды.
Бер көндө олатаһы менән өләсәһе, улар йоҡлайҙарҙыр типтер инде, сәй эсеп ултырғанда үҙ-ара гәпләшкәнен дә шым ғына тыңлап ятты.
– Нишләп кенә хат яҙмай икән?
– Әллә бер-бер яман ҡулдарға осораны инде, – тине олатаһы.– Нишләп кенә үткенсе машинаға ултыра ҡуйҙы.
– Ҡуйсәле, әллә нимәгә юрамайыҡ.
– Аптырағандан әйтәм инде, нимә уйларға ла белеп булмай.
Мәктәптә уҡыған ваҡыттары иҫенә төшһә, бөгөн дә йөрөге телгеләнә Гөлсинәнең. Һигеҙенсе март байрамы етә башлаһа, барыһы әсәһенә бүләк әҙерләй, шиғырҙар ятлай. Ҡайһы берәүҙәр яңы кейем кейеп килә лә, әсәйем алып бирҙе, тип маҡтана.
Өләсәһе менән олатаһына рәхмәт инде, ҡаҡманылар, һуҡманылар, һөйөп-яратып ҡына үҫтерҙеләр, матур күлдәктәрҙе лә, уйынсыҡтарҙы ла алып биреп торҙолар, ҡыҙыбыҙ уҡырға инһә, кәрәк булыр, тип хатта аҡса йыйып барҙылар. Ә бына әсәһенең ҡустыһы күрһәтмәгәнен күрһәтте. Ауыҙына араҡы эләктеме, торғаны менән йыртҡыс! Төн уртаһында иҫереп ҡайтып инә лә һүгенә-һүгенә ҡысҡыра, тегеләй итәм, былай итәм тип аҡыра.
– Тороғоҙ, нишләп ятаһығыҙ, әрәмтамаҡтар!
Унан матҡып тартып торғоҙа ла ҡустыһына физзарядка эшләргә ҡуша, ә уға һанап торорға бойора. Яңылыш ҡына башҡасараҡ булдымы, уңлы-һуңлы һалып та осора. Унан тышҡа ҡыуып сығара.
– Әрәмтамаҡтар, барығыҙ, ана, атайығыҙ менен әсәйегеҙҙе эҙләп табығыҙ ҙа шулар менән йәшәгеҙ, күҙемә күренмәгеҙ!
Ҡышҡы оҙон төндәрҙә һарайҙа илап, өшөп-ҡатып бөтә торғайнылар.
Олатаһы менән өләсәһе:
-Улым, нишләп улайтаһың, – тип тыйып ҡарай ҙа һуң, йыртҡыс ҡиәфәтенә ингән ағаһына уларҙы ишетеү ҡайҙа! Уның һайын шашына, туҙына.
-Үҙегеҙҙе ҡыуып сығармағанға рәхмәт әйтегеҙ, – тип уларға ла екерә.
Ағаһының гелән генә йәберләүенәндер инде ҡустыһы ғәрипләнеп ҡалды. Мәктәпте тамамлап сығып китерен түҙемһеҙләнеп көтөп алды Гөлсинә. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙға юғары уҡыу йортона инеү ҡыйын булманы.
Кейәүгә сыҡҡас та, әсәһе бына-бына туйына ҡайтып етер, шат, бәхетле йылмайып, уның янында ултырыр тип өмөтләнде Гөлсинә. Кеше һынлы кеше эҙһеҙ ғәйеп булырға энә түгел дә! Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең шул нәмәм юҡ, был нәмә етешмәй тип зарланыуына аптырай ҡыҙыҡай. Ул бары әсәләре булған кешеләрҙән генә көнләшә. Ниндәй бәхетле улар!
…Әллә ҡасан яҙылған инша Гөлсинәне йәнә аяныслы бала сағына, үткәндәргә алып ҡайтты. Ирендәрен ҡымтып, өләсәһе менән олатаһы алдына илап ебәреүҙән саҡ тыйылған ҡыҙыҡай иңенә көйәнтәләрен һалды ла, һыуға барып киләйем әле, тигән булып, йүгерә-атлай йылға буйына юл тотто.
Венер Исхаҡов
Фото: zabavnik.club
Читайте нас в