Омскиҙағы казарма емерелеп төшкәндән һуң мөғжизә менән иҫән ҡалған десантсы Рөстәм Нәбиев әле Эльбрус итәгендә, ул яңы үрҙәр яуларға йыйына, тип хәбәр итә Bash.News.
Фажиғәнән һуң аяҡһыҙ ҡалған егетте шундай бейеклеккә күтәрелергә нимә мәжбүр итә? Эльбрусты яулауҙың анһат түгеллеген кем генә белмәй! Рөстәм климатҡа яраҡлашыуҙың тәүге этаптарын үткән: бер нисә тапҡыр контроль нөктәләргә күтәрелгән һәм төшкән. Хатта өс мең километр бейеклектә ҡунған. Был күнекмә баҫымдың тотороҡһоҙлоғона һәм кислород аҙ булған һауаға күнегеү өсөн организмға бик кәрәк.
Үткән төн Рөстәм өсөн хәл иткес булған. Ул дүрт километр бейеклектәге лагерға йүнәлгән дә инде. Ошонан һуң артабан күтәрелеүен дауам итәсәк. Егеттең һүҙҙәренә ҡарағанда, инвалидтар тауға ҙур төркөм менән күмәкләп менә. Ғәҙәттә, уларҙы күтәреп йәиһә сана менән мендерәләр. Әммә Рөстәм үҙаллы менмәксе. Айырым урындарҙа махсус санала ҡулдары менән этенеп күтәрелмәксе. Уның командаһында бары өс кенә кеше, был да альпинистар өсөн ят күренеш.
“Быны әлегәсә бер кем дә эшләмәгән. Иң мөһиме, хәл торошо насарланмаһын, тау сире - насар нәмә”, - тип яҙа блогер. Тау сире менән ул тәү тапҡыр осрашҡан. Төндө насар үткәргән, иртәгәһенә хәле яҡшырған. Ул Эльбрусты яуларға әҙер! Шулай ҙа ҡыйыу егеткә: ”Рөстәм, һаҡла үҙеңде!” - тип әйтке килә.