Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 10:55

Үҙҙәрендә ағас юҡмы ни !?

Белорет “барымтасыһы” тотолдо

Эйе, күрше районда ҡара урман беҙҙекенән дә күберәк, әммә 30 йәшлек Белорет уҙаманы “ҡара урмансылыҡ” менән фәҡәт Учалы районында тотолдо.
БР буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр: Учалы-Белорет юлында район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре “КамАЗ” автомобилен тикшерергә туҡтата. Водитель ниндәй ағас тейәгәнен дәлилләй алмай. Һуңынан асыҡланыуынса, Учалы районы биләмәләрендә 4 төп ылыҫлы ағасты рөхсәтһеҙ йыҡҡан була, кәсеп иткәнде һатырға йыйына. Урман хужалығына зыян 100 мең һум тирәһе, тип иҫәпләнә. Юҡ, былай “барымтаға” килеүселәр беҙгә һис тә кәрәкмәй! “Ҡарымта” ҡаты булыр ахыры - РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: