Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 18:50

«Әсәлек даны» миҙалдары тапшырыла

Радий Хәбиров биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 50 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.

Радий Хәбиров биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 50 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бүләкләүгә Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрө, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Ҡыйғы, Көйөргәҙе, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Яңауыл райондарынан, шулай уҡ Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 50 ҡатын-ҡыҙ тәҡдим ителгән.
Награда менән бергә аҡсалата премия тапшырыла (17 241 һум). Түләү балаларҙың йәшәүе өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо ваҡыт эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.
"Башҡортостан"
https://www.bashinform.ru/news/1490994-glava-bashkirii-podpisal-ukaz-o-nagrazhdenii-50-mnogodetnykh-mam-medalyu-materinskaya-slava/
Читайте нас: