Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан тағы бер үлем осрағы тураһында хәбәр итте. Һәләк булғандарҙың дөйөм һаны — 30.
10 сентябргә иртәнге сәғәт 10-ға республикала 8 101 коронавирус инфекцияһы раҫланған.
7 441 кеше һауыҡҡан, 148-е — һуңғы тәүлектә.
Әле 630 кеше дауалана: 47-һе — стационарҙа, 583-ө сирҙе еңел формала үткәрә, улар өйҙә.
COVID-19-ҙың яңы ҡорбаны – Өфөнән 85 йәшлек ир.
«Ул аорта атеросклерозынан, гипертония, бөйөр ауырыуҙарынан яфаланған», — тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
https://www.bashinform.ru/news/1491297-v-bashkirii-chislo-zhertv-koronavirusa-dostiglo-30-chelovek/