Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 10:40

Йүнселдәргә юлдар асыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белоретта район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта етәкселегендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә инвестиция проекты ҡаралды.
Ул алюминотермик юл менән кальций етештереүгә ҡағылды. Проект ваҡ фракциялы эзбизташ эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Эзбизташ “Мечел” компанияһының Пугачев карьерынан һатып алынасаҡ тип күҙаллана.
Проекттың төп маҡсаты – быға тиклем Ҡытайҙан килтерелгән тимер кальцийҙы алмаштырыу һәм Рәсәйҙең металлургия предприятиеларын өҙлөкһөҙ тимер кальцийы һәм алюмошлак брикеттары менән тәьмин итеү. Бөгөн проекттың бизнес-планы һәм финанс моделе әҙер. Ошо технологияны ҡулланып төрлө илдәрҙә биш завод асҡан Ҡытай компанияһы менән бәйләнеш булдырылған. Проект ғәмәлгә ингәс, 120 яңы эш урындары булдырыласаҡ тип күҙаллана. Хакимиәт башлығы инвесторҙарға ер участкаһы һайлауҙа һәм алыуҙа ярҙам итергә ҡушты.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: