Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 18:30

Абау

Таң беленер-беленмәҫтән һикереп торҙо ла йәш килен, көҙгө алдына килеп баҫты.– Абау, быларҙың көҙгөһө ҡайһылай кешене ямаҡай итеп күрһәтә битәлүк! – тип шыбырланы.

Таң беленер-беленмәҫтән һикереп торҙо ла йәш килен, көҙгө алдына килеп баҫты.– Абау, быларҙың көҙгөһө ҡайһылай кешене ямаҡай итеп күрһәтә битәлүк! – тип шыбырланы. Ынтылып ҡына ут ҡабыҙырға баҙнат итмәне, ни тиһәң дә ҡәйнә йортонда беренсе төн генә ҡуныуы. Һөйгәне Ғәзим менән ике йылдан ашыу дуҫлашып йөрөһәләр ҙә, әрһеҙләшмәне Зәмиә. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты икәнде елкәһендә татып белгән кеше. Ғәзим дә ҡырталашманы, кем белә, бәлки осрашып йөрөүҙәре ваҡытлыса ғыналыр. Яҙмыш тигән нәмәкәй бит уйламаған боролоштар ярата. Әммә ниндәй генә боролошло ваҡиғалар булмаһын, уларҙың мөхәббәт уты һүрелмәне, киреһенсә көндән-көн көсәйҙе генә һәм бына Зәмиә менән Ғәзим өйләнешергә булды.– Кеше йөрөй башламаҫ элек үҙемде рәткә килтерәйем. Эй, йыуынғыстары теге яҡта бит әле… Ҡараңғы юҡта айыу кеүек берәй нәмәгә барып төкөһәм, ужыс!Зәмиә үҙен тупаҫ итеп күрһәтеүҙән ҡурҡып, бит-ҡулдарын йыумайынса ғына төҙәнергә булды. Битенә услап һалып крем һыланы ла, уның өҫтөнә мамыҡ осо менән генә пудра һибеп сыҡты. Әйҙә, ап-аҡ йөҙлө икән, тип уйлаһындар, йәнәһе. Шунан биҙәнгестәр моҡсайына ҡулын тығып ебәреп сатор-сотор соҡоноп, һәрмәнеп ҡара ҡәләм килтереп сығарҙы. Уның осон теленә тейҙереп төкөрөкләне лә, ҡат-ҡат батырып күҙҙәре тирәләй бер нисә мәртәбә һыҙғайны, көҙгөлә туптай күҙ пәйҙә булды.– Эһе, быны булды икән тей. Тәк-тәк… Көҙгөләре аламаҡ тигән булам тағы, бына тигән күрһәтә лә баһаң! Бына күҙ, бына танау. Ҡолаҡ… ҡайҙа? Нишләп күренмәйһең? Хәҙер мин һиңә…Баяғы биҙәнгестәр моҡсайы тағы сатор-сотор итте. Устарына йомоп унан һуҙылмалы оҙон алҡа килтереп сығарҙы Зәмиә. Тик ул берәү генә ине. Икенсеһен ҡыҙып-ҡыҙып эҙләне, тик бушҡа ғына.– Һыңар ҡолаҡ тиерҙәрме икән? Ужыс! Бына-бына шуға оҡшаған нимәнелер шәйләнем шикелле…Икенсе ҡолаҡ та алҡалы булды. Тик Зәмиә уларҙың ике төрлө булыуына иғтибар бирмәне. Ашыҡҡанда, шулайыраҡ инде ул.Ирененә ҡып-ҡыҙыл помада һөрттө лә, көҙгөгә яҡыныраҡ килеп, үҙен-үҙе “әп” иткән булды.Ҙур эш башҡарғандай, ҡаты итеп көрһөндө лә Зәмиә, ҡапыл туҡтап ҡалды. Эске күлдәктә генә тора икән дә баһаң. Йоҡлаған кейем менән әле танышып та бөтмәгән кешеләр араһында йөрөп ятмаҫ та инде! Етмәһә, ҡәйнәһе бик етди кеше күренә. Оҙон итәк, һис юғында салбар эләктерергә кәрәк. Ләкин был ҡараңғыла берәй нәмә табырмын тимә. Әллә нишләп һаман ҡояш сыҡмайсы! Һәрмәнеп йөрөй торғас, Зәмиә карауатының буш икәнен шәйләне.– Абау, Ғәзим ҡайҙа? Минең янда ята ине бит кисә кис?Ҡулына эләккән ниндәйҙер бер күлдәкте тиҙ генә кейҙе лә, ишеккә йүнәлде. “Ғәзим мине алдап ҡасҡан!” тип уйлай ине уның йомро башы. “Улай ярамай бит, тиҙ генә ҡасып ҡотолорға кәрәк!”– Ғәзим, һин ҡайҙа? Ҡотҡар мине! – тип шыбырлап, ишекте саҡ табып, тыш яҡҡа сыҡҡайны, соланда уны яҡтылыҡ ҡаршы алды. Ваҡыт бер ҙә таң мәле түгел икән. Быларҙың өйҙәрендә шундай яҡтылыҡ үткәрмәй торған ҡорғандар эленгән, күрәһең. Ләкин йорт алдында әҙәм заты юҡ.– Ыста, ҡайҙа һуң кешеләр бында? Ғәзим!!! – тип бар тауышына ҡысҡырып та ҡараны, уны бары ояһынан башын ғына сығарып ятҡан бәләкәй көсөк ишетте. Ул да ҡолаҡтарын ҡарпайтып бер аҙ өнһөҙ ятҡас:”Һау!” тиергә генә эшкинде. Шул саҡ Зәмиә аласыҡ яғында кемдәрҙеңдер көлгән тауыштарын ишеткәндәй булды.– Кем бар бында? Ғәзим, тим, – тип барып ингәйне, оҙон өҫтәл артына йыйылышҡан кешеләр дәррәү көлөп ебәрҙеләр.Зәмиә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: теге кешеләр бөтәһе лә Ғәзим ҡиәфәтендә. Барыһы ла өйләнергә йыйынғандармы ни, аҡ күлдәктә, ҡара костюмда… Үҙҙәре йылмайып, күмәкләп:– Кемебеҙҙе нығыраҡ яратаһың? Мине һайла, мине һайла, мине…– тип етә башланылар.Аптырашта ҡалған ҡыҙ кире сығып китәйем тип артына әйләнгәйне, ҙур көҙгәгә саҡ эләгеп йығылманы. Ә көҙгөлә туй күлдәге кейгән, күҙҙәрен ҡурҡыныс итеп ҡап-ҡараға, иренен йәмһеҙ ҡып-ҡыҙылға буяған, сәстәре туҙып, майланып, һәленеп төшкән, ҡолаҡтарына ике төрлө ялтырауыҡлы алҡалар таҡҡан, бите мәйеттән дә ағыраҡ һын тора ине.Зәмиә ҡапыл үҙен ҡулға алып, көҙгөнө ялантәпәй аяғы менән бер тибеп осорҙо ла, йүгереп урамға сыҡты. Ғәзимдәр күмәкләп уның артынан эйәрҙе. Артына әйләнеп ҡарарға ҡурҡып, ҡыҙ урам яғына сыҡты, унан юл буйлап елдереп китте. Шулай бара торғас, Ғәзимдәр күҙҙән юғалды. Ә ҡояш, Зәмиәнән көлгәндәй, эй ҡыҙҙыра. Тирләп-бешеп хәлдән тайып йығылдым ғына тигәндә, кемдер уның дер ҡалтыраған ҡулдарынан тотоп алды…– Нишләп быға тиклем йоҡлап ятаһың ул, бисәкәй? Мин төшкө аш ашарға ҡайттым, ә һин бында һаташа-һаташа йоҡо һимертәһең, – тип кеткелдәп Ғәзим ҡатынының сәсенән һыйпаны. – Әйҙә, тор инде, кискелеккә балалар ғаиләләре менән килергә тейеш бит, оноттоңдамы ни, бөгөн байрам.– Абау, ниндәй байрам тағы?– Беҙҙең өйләнешкән көн бит. Хәтереңдән сыҡҡан, ахыры, ҡәҙерлем, теүәл утыҙ йыл һин минең ҡатыным, ә мин ирең…Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Читайте нас: