Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 15:30

Бөгөн - Милли кейем көнө.

Милли кейем- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.Һәр халыҡтың милли кейеме бай тарихлы китап кеүек.Ошо айҡанлы ҡала-районыбыҙҙа ла байрам саралары ойоштороласаҡ.

11 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө үтәсәк. Ошо айҡанлы ҡала-районыбыҙҙа ла байрам саралары ойоштороласаҡ. Программала: милли кейем, биҙәүестәр күргәҙмәһе. Ул тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында 10.00 сәғәттәрҙә асыласаҡ. Ә 18.00 сәғәттә Дан стелаһы алдында милли кейем һәм биҙәүестәрҙе һатып алырға мөмкинселек буласаҡ.
Байрамдың иң күркәм өлөшө - республикабыҙ халыҡтарының милли кейем парады буласаҡ. Милли кейем элементтарын һаҡлап ҡалған, теләгендә булған һәр кем ҡатнаша ала. Йыйылыу урыны - 17.00 сәғәттә ҡаланың иҫке фонтаны янында ("Интерьер" магазинына ҡаршы). Парад Дан стелаһы алдында ҙур байрам концерты менән тамамланасаҡ.
Читайте нас: