Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 15:40

Бөтә көс ураҡҡа

Район хужалыҡтары урып-йыйыу эштәрен дауам итә, бер ыңғайы мал аҙығын да әҙерләйҙәр.

Район хужалыҡтары урып-йыйыу эштәрен дауам итә, бер ыңғайы мал аҙығын да әҙерләйҙәр. Ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Айҙар Заһировтан алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөнгә 7600 гектар иген культуралары сабылған (91 процент), 2450 гектар һуғылған.
Ужым культураларын урыу тамамланған, арыштың гектар ҡеүәте уртаса 12 центнер тәшкил иткән. “Аҡҡужа” крәҫтиән-фермер хужалығында арыш гектарынан 15 цн биргән. Ҡоролоҡ арҡаһында үлән наҡыҫ булған, ошо сәбәпле культураның 184 гектарын мал аҙығы базаһын нығытыу маҡсатында сенажға һалғандар.
Быйылғы эҫелек бөртөклө культураларға ла зыян килтерҙе. Бойҙай, һоло, арпаның уңышы насар, гектар көсө уртаса 8,3 центнер.
Читайте нас: