Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 10:25

Баймаҡта - яңы ФАП

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районы Ярат ауылында фельдшер-акушер пункты асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Баймаҡ районы Ярат ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты былтыр октябрь айында төҙөлә башлаған. Проект-смета документацияһы халыҡтан аҡса йыйыу һәм Мырҙаҡаев крәҫтиән-фермер хужалығының спонсор ярҙамы иҫәбенә эшләнгән. Ҡорамалдарһыҙ дөйөм хаҡ 3,27 миллион һум тәшкил иткән, төҙөлөш подрядсыһы – Өфөнөң «Группа Апрель» компанияһы. Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре менән килгән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эше менән танышты. Әйткәндәй, ул — ошо ауылға килгән тәүге республика етәксеһе, шуға күрә ауыл халҡы республика башлығын ҙур түҙемһеҙлек менән көттө һәм Радий Хәбировты бик йылы ҡабул итте.
«Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар. Хәйерле көн, хөрмәтле баймаҡтар. Күптән бында килмәгәйнем. Күршеләргә, Сибайға, туғыҙ мәртәбә килдем, бында өсөнсө мәртәбә генә киләм. Шуға бында проблемалар яйлап йыйылды. Бөгөн кәңәшләшеп бергә уйлайыҡ. Тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк? Һеҙгә республиканан тағы ниндәй ярҙам кәрәк булыр? Бөгөн матур итеп ФАПты асайыҡ. Аҙаҡтан, бөгөн мин бында көн буйы эшләйем, һорауҙар булһа, әйҙәгеҙ бергәләп һөйләшеп алайыҡ. Һеҙҙе бөгөн ҡотлайым, ҙур рәхмәт», — тине Радий Хәбиров Ярат ауылында йәшәүселәр алдында башҡорт телендә сығыш яһап.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев республика етәксеһенә ошондай бүләк өсөн рәхмәт әйтте. Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты 1976 йылда уҡ төҙөлгән, уны хатта ремонтларға рөхсәт ителмәгән. Хәҙер медицина учреждениеһы барлыҡ заманса талаптарға яуап бирә, халыҡ уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын алырға мөмкин.
Ярат фельдшер-акушерлыҡ пункты 296 кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 52-һе – бала, 119-ы – пенсионер.
«Баймаҡ районы Ярат ауылы халҡы өсөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты күп осраҡта – ҡотолоу сараһы. Хәҙер район үҙәгенә тиклем 46 саҡрым барырға кәрәкмәй, яңы ФАП-та дауалау өсөн бөтә нәмә бар. Иң мөһиме – был фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер Ҡунысбаева Динә Урал ҡыҙы эшләй. Ул күптәр өсөн травматолог та, хирург та, невропатолог та булып тора. Бинаның проект-смета документацияһы өсөн аҡсаны халыҡ йыйған. Уларға фермер ярҙам иткән, ләкин башланғыс менән тап халыҡ сығыш яһаған. Яраттарға, бер юлы Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәммәһенә сирләмәүҙәрен, әгәр ауырырға тура килһә, ныҡ һәм ҡыйыу булып ҡалыуҙарын теләйем. Ә беҙ иһә медицинаны үҫтереүгә күп көс һалабыҙ», — тип яҙҙы республика башлығы социаль селтәрҙә ауыл халҡы менән аралашҡандан һуң.
Яраттар менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров бер нисә йөкләмә бирҙе. Улар араһында – ауылға газ үткәрергә, Яраттан Баймаҡҡа тиклем юл һалырға, урындағы ФАП өсөн дарыуҙар һатыу буйынса лицензия алырға һәм быйыл Күгиҙел фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөй башларға.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1490617-v-sele-yaratovo-baymakskogo-rayona-segodnya-zarabotal-novyy-fap/
Читайте нас в