Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 15:30

Иҫтамғол ауылында тарихи ваҡиға

9 сентябрь Иҫтамғол ауылында тарихи ваҡиға теркәлде. Ауылға ингән урында стела ҡуйылды.

9 сентябрь Иҫтамғол ауылында тарихи ваҡиға теркәлде. Ауылға ингән урында стела ҡуйылды. Стелала ауылды ыышҡлап ятҡан Тайҡолаған тауы эшләнгән, бүре – баш, бүре – башҡорт! Ғөмүмән, Иҫтамғолдарҙың ҡушаматы борон-борондан – Бүреләр! Аттар – Тайҡолаған тауы (тауҙың исеме лә Тайҡолаған), ат ул башҡорт халҡының изге хайуаны, ир-аттарҙың тоғро дуҫы, юлдашы. Бына шундай тәрән мәғәнә һалынған стелаға. Был матурлыҡтың авторы – ауылдашыбыҙ Эльвира Сөләймәнова. Ошо ҙур эште башҡарыусы ауылдаштарға, ауыл старостаһына, депутатҡа, ауыл Советына, бағыусыларға, Рәмил Ғимрановҡа, Баҙарғол ауылынан шәхси эшҡыуар Рәүил Әйүповҡа ҙур рәхмәт!!! Һеҙ Афариндар!!!
Иҫтамғол мәҙәниәт йорто сайтынан
Читайте нас: