Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 18:55

Килен

Асыҡ ярыҡ Айтуған ағаһының үҙенән еңгәһен көнләшеүен белмәне . Нәрисә үҙе лә һиҙҙермәне.Айтуған килеп ҡайтҡандан һуң , өйҙә ызғыш талаш ҡуба ине .

Асыҡ ярыҡ Айтуған ағаһының үҙенән еңгәһен көнләшеүен белмәне . Нәрисә үҙе лә һиҙҙермәне.Айтуған килеп ҡайтҡандан һуң , өйҙә ызғыш талаш ҡуба ине .Айтуғандың район үҙәгендә йөрөгән ҡыҙы бар , Илһөйәр исемле. Яратҡан ҡыҙы тураһында серләшергә еңгәһенә килә ине . Уның уйына инеп тә сыҡманы , Айбулат ағаһының үҙен бысраҡ һүҙҙәр менән әрләүен . Айбулат ҡустыһы алдында , һис бер нимә булмағандай ҡыланһа ла , уның артынан ишек ябылыу менән Нәрисәгә ташланды.Ызғышлы , талашлы тормош үҙәгенә үтте уның . Тик нимә эшләргә генә белмәне ул . Ике баланы етәкләп атай йортона ҡайтыуҙы башына ла килтермәне ул . Холҡһоҙ иренең ҡасан булһа ла , аҡылға ултырырына өмөтләнеп йәшәне лә йәшәне .Ире генә дөрөҫ юлға баҫырға теләмәне . Доньяға шешә аша ҡарарға өйрәнгән кеше , икенсе төрлө йәшәүҙе белмәне лә шикелле.Эсеп ,шашып йөрөй торғас ,ҡазаға юлыҡты . Бер көтөү иҫерек ирҙәр һәм ҡуша байрам итергә яратҡан аҙғын ҡатындар , машинаға тейәлеп күрше ауылдағы үҙҙәре шикелле әшнәләренә юл тоталар. Рульдәге иҫерек ир йән фарман ҡыуа торғас , машина юлдан ситкә сығып оса һәм түңкәрелә. Ни ғилләлер , берәүһенә лә бер ниҙә булмай , Айбулат ҡына ғәрипләнә.Оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыға ул . Ана үлә , бына үлә тигән ерҙән тере ҡала . Артабан , аяҡтарына мәңге баҫмаясаҡ ирҙең көнө Нәрисәгә ҡалды .Нәрисә зарланманы , ирен һәйбәт баҡты . Тик Айбулаттың холҡо ғына үҙгәрмәне . Ятҡан еренән ҡысҡырып һүгенеп әрләп ятыр булды . Ни тиклем генә ауыр булмаһын , Нәрисә сабыр үткәрҙе барыһын да .Тиҙҙән , Айтуған һөйөклө Илһөйәренә яусы ебәрҙе . Матур итеп туй үткәрҙеләр . Бибисара әбей яңғыҙ булһа ла , ҡоҙа ҡоҙағыйҙары парлы һәм хәлле кешеләр ине . Бай һәм етеш тормошта иркәләнеп кенә үҫкән Илһөйәрҙе яратманы Бибисара әбей . Ләкин , үткер ҡыҙ әбейгә бирешерлек түгел ине . Бер һүҙенә мең яуап биреп торҙо .Оҙон көндәр буйына көҙгө алдында сәстәрен бөҙрәләтеп , күҙ ҡаштарын буяп , оҙон тырнаҡтар эшләп ултырыусы килененә асыуы көслө булһа ла , Бибисара шымды . Килен оҙатылып килгәндән һуң ул , ҡартайып кесерәйеп ҡалды . Һуңғы арала ҡыҙы Фәниҙә лә ауырый ине.Тоҡомда булмаған ауырыу , шәкәр сире таптылар унда . Ҡыҙының үҙен ҡарарға кеше юҡ . Фәниҙә зарланманы , бүлмәһендә япа яңғыҙы ятты . Ашатһалар ашаны , онотһалар һораманы . Уны ҡарау ҙа Нәрисәнең иңенә төштө. Үҙ өйөндә ире ята , ике улы ярай ҡул аҫтына кереп килә, мал тыуарҙы ҡарау улар елкәһендә .Нәрисә , яңғыҙы ҡартайып барған бикәсен йәлләй ине . Яман ауырыу аяҡтан йыҡҡан бикәсен үҙе теләп , риза булып ҡараны .Боронғо исем ҡушҡандар тип , үҙ исемен яратмаусы Илһөйәр исемен Илона тип үҙгәртте . Ҡатыны ни ҡыланһа ла уға олтораҡ булырға әҙер Айтуған , уның Илонаға әйләнеүенә лә күнде . Туйҙан һуң оҙаҡ та үтмәй тыуған ҡыҙына башҡортта булмаған исемде ҡушыуына ла ҡаршы килмәне . Азелла нимәне аңлаталыр , Бибисара ейәнсәренең исемен әйтә алмай ҡаңғырҙы ҡаңғырҙы ла , Ғәйзулла тине лә ҡуйҙы . Исемде кем тип ҡуштығыҙ , тип һорағандарға , Ғәйзулла тип яуапланы .- Һуң һеҙҙең ҡыҙ түгелме ней ? тиеүселәргә , ирҙәр исемен ҡушты килен үҙенә оҡшағас ней тине . Килененең яңы исеменә лә күнегә алманы ул , Иланы килен тип кеше көлдөрҙө . Ауыл кешеһе ҡушамат ялпаштырырға әҙер генә тора бит инде , Илона тиер урынға , Илаҡ килен тип ҡушамат сәпәп тә ҡуйҙылар .Илаҡ килендә донья көтөү , бала бағыу ҡайғыһы булманы . Бар белгәне дискотека ла күңел асыу булды . Айтуған бала менән ултырып ҡала ине , Илаҡ таңға тиклем күңел асып ҡайта ине .Аҙып туҙып йөрөй торғас , бер көндө ул бөтөнләй ҡайтманы . Кәбәнгә төшөп юғалған энәләй юҡҡа сыҡты . Эҙләп тә таба алманылар . Шулайтып Азелла , Бибисара әйтмешләй Ғәйзулла етем ҡалды .Айтуған бөгөлдө , эсеүгә тейеште . Йөрөй торғас күрше ауылдың бер яңғыҙ ҡатынға барып инде . Тик , йәш ҡатыны уның ҡыҙын көтөргә ризалашманы . Ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙы Нәрисә алды .Бибисара әбейҙең бөтә балаларын бағырға һин тейешме ни , ташлап сыҡ та кит , тиеүселәргә лә ҡаршы өндәшмәне Нәрисә . Ятҡан ирен дә , бикәсен дә , сабыйҙы ла ҡараны ул . Үҙенең ике улын да етемһерәтмәне , ҡәйнәһенең насар холҡона ла түҙҙе . Доньяһын да ысыньяһау итеп тотто .Ауырыу ҡалһа ла , холоҡ ҡалмай тиҙәр . Килене сәсе менән ер һеперһә лә , яратманы уны Бибисара . Кеше һайын яманлап һөйләне . Айбулаттың ғәрипләнеп ятыуын да Нәрисәнән күрҙе . Нәрисә булмаһа , ҡыҙын һәм ейәнсәрен кем ҡарарын уйлап та бирмәй ине ахрыһы .Бикәсе риза булып ятһа ла , ире үҙәгенә үткәрә алғансы үткәрҙе уның .Хәле ныҡлап насарая башлағас ҡына , Нәрисәне янына саҡырып алды . Китерен һиҙгәндер ахрыһы . Илап ғәфү үтенде .- Кисерә алһаң , кисер мине , Нәрисә. Ихх !!! Терелеп китһәм , ҡәҙереңде белеп кенә йәшәр инем, күтәреп кенә йөрөтөр инем дә ул ...Күңеле йомшарған ҡатын ирен йәлләне , үлһә бер тамсы күҙ йәшен түкмәҫмен тип уйлай торғайны . Айбулаты күҙҙәрен мәңгелеккә йомғас ҡатын , түгелеп илап ебәрҙе .Ғәжәп бит был донья тигәнең . Үҙенә бер яҡшылыҡ та күрһәтмәгән иренә рәнйеүҙәре һыпырылып юҡҡа сыҡты . Гел яҡшы яҡтары ғына иҫенә төшөп тик торҙо . Уның , исмаһам тағы әҙерәк йәшәй бирмәне , тип уфтаныуына ауылдаштары иҫтәре китеп аптыраны.Был доньяны , ошо Нәрисә кеүек сабыр һәм изге күңелле килендәр тотоп торалыр , бәлки . Шундай Нәрисәләр арҡаһында тормош матурҙыр тигән уй килде башыма.
Миңзифа Ҡашҡарова.
Фото: Яндекс. Коллекиции.
Читайте нас: