Дарина Хөсәйенова ҡаланың 3-сө лицейында дүртенсе класта белем ала. Тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшә. Математика, рус теле, физкультура дәрестәрен ярата. Тағы ла Дарина каратэ менән ныҡлап шөғөлләнә, донъя буйынса чемпион титулына эйә. Ете йәшендә Стамбулда уҙған ярыштарҙа еңеү яулап ҡайта, һигеҙ йәшендә илебеҙҙе вәкилләп Грузияла үткән халыҡ-ара турнирға барып, тағы ла юғарыраҡ уңышҡа өлгәшә.